Бөтә яңылыҡтар
Ял
2 Июнь 2023, 15:00

Сочи ҡалаһында Бөрйән ҡыҙы гид булды, ти эшҡыуар Гөлфиә Григорьева

Районда билдәле эшҡыуар, үҙенең “Сәйәхәт” тип исемләгән этноөйөн асып, байтаҡ туристарға башҡорттоң милли көнитмешен күрһәтеп, милли аш-һыу менән һыйлаусы Гөлфиә Григорьева үҙенең Сочи ҡалаһындағы ялы тураһында бик матур итеп бәйәнләй. Баҡтиһәң ул яҡтың матур урындары менән Гөлфиәне шәп гид - Бөрйән ҡыҙы таныштырған. Тулыраҡ – артабан.

Сочи ҡалаһында Бөрйән ҡыҙы гид булды, ти эшҡыуар Гөлфиә Григорьева
Сочи ҡалаһында Бөрйән ҡыҙы гид булды, ти эшҡыуар Гөлфиә Григорьева

-Берәй ят ергә сәйәхәткә барһаң, унда ҡәҙерле генә ваҡытыңды әрәм итмәҫ өсөн алдан ҡасан, ҡайҙа, нисек барырыңды, маршруттарыңды уйлап ҡуйырға кәрәк. Беҙ ҙә Сочи ҡалаһына ял итергә барғас, мотлаҡ күрше генә ятҡан Абхазияны күрергә, абхаздарҙың тормошо менән танышырға теләнек. Краснодар крайы курорттарында ял итеүселәрҙең ожмахҡа тиң был урындарға бармай ҡалыуҙары мөмкин дә түгел.
Әллә ҡайҙан гидтар эҙләгәнсе, Сочиға ял ойошторған ТурМатур туроператоры, Абхазияға экскурсияға йөрөткән үҙебеҙҙең Бөрйән ҡыҙы, танылған блогер  Әлиә Әбдрәшитова менән уның тормош иптәше  Дим Аллаяровҡа мөрәжәғәт иттек.

 Төрлө илдәр буйлап сәйәхәт итергә яратҡан, Ҡара диңгеҙ буйындағы был курорт ҡалаһын, туристарҙы йәлеп иткән иҫтәлекле урындарҙы яҡшы белгән йәштәр Абхазияға беҙгә онотолмаҫлыҡ сәйәхәт бүләк итте. Тәжрибәле гидтар Кавказ һыртында урынлашҡан ил, уның иң матур урындары менән таныштырып, сәйәхәтебеҙҙе онотолмаҫлыҡ итте, бер көн эсендә төрлө ерҙәрҙә йөрөттө,матур итеп фотоғала төшөрөүсе улар булды.
Абхазиялағы иҫ киткес хозур тәбиғәтте, ундағы матурлыҡты һөйләп бөтөрөрлөк тә түгел. Күккә олғашып, болоттарға тейеп торған бейек тауҙар, тәрән, таҙа күлдәр, бейектән ағып төшкән көслө тулҡынлы шарлауыҡтар, тап-таҙа диңгеҙ һыуы, термаль һәм минераль сығанаҡтар – тәбиғәт мөғжизәләре барыһы ла әсир итте беҙҙе.
Сәйәхәттең оҡшауы, мауыҡтырғыс булыуы экскурсоводтарҙан да тора.Үҙҙәре аралашыуға ихлас, кешегә алсаҡ, сос Алия, Дим менән рәхәтләнеп, кинәнеп, Абхазияны иңләп- буйлап тигәндәй йөрөп ҡайттыҡ. Һинең күңелеңә нимә оҡшағанын белгән, бер тулҡында тибрәлгән үҙ кешеләрең менән йөрөгән сәйәхәткә бер нәмә лә етмәй икән. Рәхмәт һеҙгә,матур ғәилә, - тип яҙа Гөлфиә.

Бөрйән ҡыҙы Әлиә Әбдрәшитоваға һәм уның ғаиләһенә именлек, эштәренең уң булыуын теләйек. Бына бит, теләк булһа, әллә нимәләр эшләргә була!

 

Сочи ҡалаһында Бөрйән ҡыҙы гид булды, ти эшҡыуар Гөлфиә Григорьева
Сочи ҡалаһында Бөрйән ҡыҙы гид булды, ти эшҡыуар Гөлфиә Григорьева
Сочи ҡалаһында Бөрйән ҡыҙы гид булды, ти эшҡыуар Гөлфиә Григорьева
Сочи ҡалаһында Бөрйән ҡыҙы гид булды, ти эшҡыуар Гөлфиә Григорьева
Сочи ҡалаһында Бөрйән ҡыҙы гид булды, ти эшҡыуар Гөлфиә Григорьева
Сочи ҡалаһында Бөрйән ҡыҙы гид булды, ти эшҡыуар Гөлфиә Григорьева
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: