Матур йолаға әүерелгән был күңелле, сағыу байрамды Ҡайынтүш балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре быйыл тағы ла эстәлеклерәк һәм күләмлерәк итеп ойошторорға тырышҡан.
- Төрлө әкиәттәрҙән килгән персонаждар байрамды күңелле итеп асып ебәрҙеләр. Байрамса биҙәлгән майҙан, күңелле спорт ярыштары, халыҡ уйындары һәр баланың күңеленә хуш килде. Кескәйҙәр ярыштарҙа бик теләп, ихлас ҡатнашты, йыр-моң аҫтында күңелдәре булғансы уйнаны, балалар баҡсаһы ашнаҡсылары әҙерләгән тәмле ҡоймаҡ һәм компот менән һыйланды.
Ата-бабаларҙың аманатын, йолаларын һәм уйындарын һаҡлап ҡалып, уларҙы йәш быуынға еткереү - ата-әсәләрҙең һәм тәрбиәселәрҙен бурысы. Беҙ үҙ иңебеҙгә һалынған йөкләмәне ниндәйҙер кимәлдә үтеүебеҙгә шатбыҙ. Бөгөнгө көн кескәйҙәрҙең күңелендә тик йылы тойғолар хәм хәтирәләр генә ҡалдырғандыр, тип ышанабыҙ. Байрамыбыҙҙың бағымсылары - "Бөрйән урман хужалығы" директоры Арыҫланғужин Рәзиф Юлай улына һәм эшҡыуар Кәримов Вилдан Рауил улына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, - тине балалар баҡсаһы етәксеһе Альмира Айҙарбәкова.