Яңы Монасип мәҙәниәт йортонда ҡыҙҙар өсөн "Ҡупшыҡай - 2023" конкурсы үткәрелде. Конкурста береһенән-береһе һылыу, нәзәкәтле ҡыҙҙар ҡатнашты. Ҡупшыҡайҙар таныштырыу, йыр-бейеүгә оҫталыҡтарын, үҙҙәре уйлап теккән күлдәктәрҙә мода күрһәтеү буйынса һынау тоттолар.
Һәр ҡыҙ яҡшы итеп әҙерләнгән. Бигерәк тә 1 класс ҡыҙҙарына ҡарап һоҡланырлыҡ. Үҙҙәренән бер нисә йәшкә оло ҡыҙҙар менән бер сәхнәлә үҙҙәрен күрһәтә алдылар.
Һәр ҡатнашыусыны ҡарап, баһалама ағзалары түбәндәге урындарҙы билдәләнеләр:
Гран-при - Таңһылыу Сәғитова (5-се класс уҡыусыһы);
1 урын - Ленара Хисмәтуллина (1-се класс уҡыусыһы);
2 урын - Айзания Сәғитова (6-сы класс уҡыусыһы);
3 урын - Гөлсибәр Постубаева (1-се класс уҡыусыһы).
Барлыҡ ҡатнашыусы ҡупшыҡайҙарҙы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ. Уларҙы конкурсҡа әҙерләгән ата-әсәләренә ҙур рәхмәт!