Бөтә яңылыҡтар
Ял
27 Май 2020, 19:00

ШОКОЛАДЛЫ МАННИК

Тиҙ генә берәй ятыраҡ ризыҡ бешереп, сәй эсеп алғығыҙ килһә, әйҙәгеҙ, сайтҡа!

Тиҙ генә берәй ятыраҡ ризыҡ бешереп, сәй эсеп алғығыҙ килһә, әйҙәгеҙ, сайтҡа!
-1 стакан манный ярмаһы;
-1 стакан һыу;
-ярты стакан үҫемлек майы;
-100 грамм он;
-3/4 стакан шәкәр;
-1 пакет ваниль шәкәре;
-1,5 сәй ҡалағы ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель);
-3 аш ҡалағы әсе какао;
-әҙ генә тоҙ.
Әҙерләү
Манный ярмаһына 1 стакан йылы һыу ҡойоп, 20 минуттай бүрттерергә. Шунан ваниль шәкәре, шәкәр, тоҙ, май өҫтәргә. Он менән какаоны, ҡамыр ҡабартҡысты айырым һауытта бутарға һәм барыһын бергә ҡушып, яҡшылап болғатырға. Араһына үҙегеҙ теләгән берәй ваҡ емеште ҡушып ебәрергә лә мөмкин.
Ҡамырҙы үҫемлек майы менән майланған табаға ҡойоп, 180 градусҡа тиклем ҡыҙған мейестә 40 минут бешерергә.
Әҙер манниктың өҫтөнә шәкәр пударһы һибергә йәки шоколадлы глазурь менән буярға мөмкин.
Тәмле булһын!
Читайте нас: