Бөтә яңылыҡтар
Ял
21 Май 2020, 18:10

ӨЛӘСӘЙҘӘН... КҮПЕР ЯҺАЙҘАР

Әүәле, өләсәй, тиһәң, йөн иләп йәки ейәндәренә ойоҡбаш бәйләп ултырған өләсәйҙәр күҙ алдына килә ине. Ә бөгөнгө өләсәйҙәр нимәләр менән булыша һуң? Был һорауға үҙемдең миҫалымда яуап биреп ҡарамаҡсымын...

Әүәле, өләсәй, тиһәң, йөн иләп йәки ейәндәренә ойоҡбаш бәйләп ултырған өләсәйҙәр күҙ алдына килә ине. Ә бөгөнгө өләсәйҙәр нимәләр менән булыша һуң? Был һорауға үҙемдең миҫалымда яуап биреп ҡарамаҡсымын...
МАШИНАЛАРҒА КҮПЕР БУЛЫРҒА ЛА ТУРА КИЛӘ...
Ейәнем минең барғанымды көтөп ала. Машинам барып туҡтауға тәҙрәнән ҡул болғай башлай. Йорттарына атлай башлауыма ул да ишеккә йүгерә. Ишек төбөндә һикереп-ҡыуанып көтөп тора. Шунан инде етәкләй һалып төп яҡҡа әйҙүкләй. Нимәгә, тиһегеҙме? Машиналар менән уйнарға! Сөнки башҡа бер кем дә уның менән ауыҙ күпертеп дырылдатып, машиналар менән уйнамай йәки йөҙәрләгән эреле-ваҡлы машиналары өсөн күпер булмай. Ә өләсәй була!
Машина менән уйнап арыһаҡ, өҫтәл тирәләй баҫтырыш китә... Ейәнемдең: “Өәсәй, йүгейәйек!”, тигән командаһы етә, өләсәй алтмыш аяҡлап өҫтәл тирәләй ейәнен баҫтыра башлай...
Тышҡа сыҡһаҡ, урам буйындағы юл ситендәге ҡойоло һыуға кемуҙарҙан таш ташлайбыҙ... Машиналары менән ҡырсын да ташыйбыҙ...
...Үҙҡурсалау мәле сәбәпле, балалар баҡсаһына йөрөп, иптәштәре менән уйнай алмағас, нисектер энергияны сығарырға кәрәк бит, шуға ыңғайынараҡ йөрөгән өләсәһен “иптәш” итеп алды ейәнем.
Үәт, үҙҡурсалау шулай бәғзе бер өләсәйҙәргә бала саҡ иленә ҡайтып әйләнергә лә форсат бирҙе.
*
“ДЫМОКТЫ ӘПКИМӘ!”
Ейәнем, уларға барһам, минең ишек яғына атлауымды аңдып ҡына йөрөй. Ул яҡҡа ыңғайлауым була, тиҙ генә килеп ҡулдан тотоп ала ла: “Өәсәййй, ҡайтма”, тип инәлә башлай.
Башта, “Мин тышҡа ғына сығып киләм”, “Мин Дымокты ғына (бесәйебеҙҙе) алып киләм”, “Мин олатайҙы алып киләм” тигән һүҙҙәремә алданып, ышанып сығарып ебәрә ине. Хәҙер, ҙурая башланымы, алданмай. Мин кейенә башлаһам, минең ауыҙҙы асҡанды ла көтөп тормай, пулеметтан һиптергән һымаҡ теҙә башлай: “Тышҡа сығып кимә”, “Дымокты әпкимә”, “Оатайҙы әпкимә”, “Пока итмә”! Үәт!
*
ӘСӘЙ ПИНСЕССА БУЛА!
Йәнһүрәт геройҙарына эйәреп, бер көнө ейәнем көнө буйы кеше-үрмәксе (человек-паук) булып йөрөгән, икенсе көнө супергеройға әйләнгән.
Әсәһе:
-Улым, һин кисә человек-паук инең, бөгөн - супергерой, ә мин кем: человек-паукмы, супергероймы? – тип һораған.
Ейәнем әсәһенә ҡарап бер аҙ ғына уйланып ултырған да:
-Әсәй, һин пинсесса, - тип киң йылмайып ебәргән.
Эйе шул, нисек инде әсәй ундай нәмәләргә оҡшаһын, ул бит донъяла иң матур кеше! Мультиктағы принцессалар һымаҡ!
Читайте нас: