Бөтә яңылыҡтар
Ял
30 Май 2019, 18:49

Матур үтһен ялдар!

«Ағиҙел» балалар лагеры базаһында ведомство–ара комиссия ултырышы үтте. Унда район хакимиәте башлығы урынбаҫары А. Әлибаков, мәғариф бүлеге етәксеһе Р. Шәрипов, «Ағиҙел» лагеры директоры А. Ишкилдин, ойошма һәм учреждениелар етәкселәре, мәктәп директорҙары ҡатнашты.

Ултырышта балаларҙың йәйге ялын ойоштороу мәсьәләләре ҡаралды. Әлеге мәлдә лагерҙа ремонт эштәре тамамланыу өҫтөндә. Тәҙрә яҡтауҙары, солан ишектәре буялған. Биләмәлә өҫтәлмә яҡтыртыу бағаналары ҡуйыласаҡ, интернет селтәре үткәреләсәк.
Балаларҙың ялын күңелле итеп ойоштороу өсөн төрлө программалар ҡаралған, мауыҡтырғыс осрашыуҙар үткәреләсәк, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтеләсәк, тип билдәләне ойоштороусылар. Ял быйыл да өс заезда үтәсәк. “Ағиҙел” лагеры балаларҙы 5 июндән ҡабул итә башлаясаҡ.
М. НӘБИУЛЛИН.
Читайте нас: