Гөрләп тора “Морат туғайы”
Барыбыҙ ҙа йәйҙе генә көтөп йәшәйбеҙ кеүек. Ҡайҙа ял итергә, нисек үткәрергә алдан уҡ пландар ҡора башлайбыҙ. Тик йәй миҙгеле ҡыҫҡа шул, шунлыҡтан уны нисек тә матур итеп, иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәрге килә. Берәүҙәр сит ил, Рәсәй, Ҡырым курорттарында ял итеүҙе хуп күрһә, икенселәре республиканың гүзәл тәбиғәтенә хозурлана, йылға-күл буйҙарына сыға, тауҙарға артыла, ялын сәләмәтлектәре өсөн файҙаланып, шифаханаларға юлламалар ала. Хәйер, был миҙгелдә Бөрйәнебеҙҙең тәбиғәтенә тамаша ҡылып, йәне һәм тәне менән ял итергә тип, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән ағылған туристар ҙа бихисап.
Морат туғайында урынлашҡан “Ағиҙел” МУП-ының “Аҡбуҙат” турбазаһы быйыл да йәйге сезонда тулы көскә эшләй, туристар ҡабул итә. Ағиҙел яры тулы туристар булһа, палатка ҡаласығында ла үҙенсәлекле йәнле тормош бара. Бер яҡ ситтә теҙелеп киткән текә автомобилдәргә ҡарап, ял итеүселәрҙең Рәсәйҙең төрлө өлкәләренән, Башҡортостандың төрлө райондарынан килгән кешеләр икәнен самаларға була. Ағиҙел йылғаһына яҡын урынлашҡан палаткалар ҡаласығы саф һауала ял итергә теләүселәр өсөн иң уңай урын. Унда ут яғыу урындары, гәпханалар (беседкалар) булдырылған. Бынан тыш, йыл әйләнәһенә эшләгән туристик база туристар өсөн ике, өс, дүрт, хатта ун урынлыҡ бөтә уңайлыҡтары булған өйҙәр тәҡдим итә. Турбаза идарасыһы Тәлғәт Усманов әйтеүенсә, өйҙәрҙе ҡуртымға алыу ҙа артыҡ ҡыйбат түгел. Бер кешегә тәүлеге 700-1000 һум булһа, ауыл мунсаһында инергә теләүселәр өсөн сәғәте 700 һум.
-Беҙҙең девиз - таҙалыҡ һәм тәртип, ошоно туристарыбыҙҙан да талап итәбеҙ, - ти Тәлғәт Усманов. – Июнь айында туристар бик аҙ булды, һуңғы 2-3 аҙна эсендә генә, ҡояш ҡыҙҙыра башлағас, ял итеүселәр һаны бермә-бер артты. Быйыл туҡталҡала туристик мунса эшләп ҡуйҙыҡ, сәғәте 500 һум менән заказ буйынса яғабыҙ. Эргәһендә йылғала соҡор эшләп, һыу инеү урыны булдырҙыҡ. Гәпханаларҙың баш ябыуҙарын яңырттыҡ, туҡталҡаның биләмәһен төҙөкләндерҙек. Һәр урында сүп-сар өсөн ҙур контейнерҙар ултыртҡанбыҙ, уларҙы бортлы УАЗ машинаһында көнөнөкөн-көнөнә сығарып торабыҙ. Ял көндәре хатта 2-3 рейс сүп-сар түгергә тура килә.
Палатҡа ҡаласығында ял итергә теләүселәр кеше башына 100 һум, машина өсөн 50 һум аҡса түләй. Хаҡтарға килгәндә, иң осһоҙ туҡланыу урыны беҙҙең ашханала. Мәҫәлән, иртәнге аш 120 һумдан булһа, төшкө аш - 300, кискеһе 240 һумдан. Ашнаҡсыбыҙ Зөлфиә Юлмөхәмәтованың бешергән аш-һыуын туристар яратып, маҡтап ашай. Ул турбаза асылғандан алып 4 йыл тирәһе эшләй. Әлегә йәйге осорға ике ярҙамсы алдыҡ: Гүзәлиә Салауатова менән Илүзә Вәлишина - был өлкәлә ярайһы уҡ тәжрибә туплаған ҡыҙҙар. Быға тиклем Баймаҡ ҡыҙы Илүзә Силәбе өлкәһенедәге “Ирәмәл” турбазаһында ашнаҡсы булып эшләһә, ә Гүзәлиә беҙҙә икенсе йәй эшләй. Бөгөнгө көндә ярты ҡышлыҡ утын да әҙерләнде. Юлай Ҡотлоғәлләмов менән Илнар Хисмәтуллин утынлыҡта түмәрҙәрҙе өйөү менән мәшғүл, шлагбаумдағы дежурлыҡты бөгөн Илфат Аллабирҙин алып бар. Ғөмүмән, коллектив татыу, ваҡыт менән һынашмаған, тырыш, егәрле һәм тәжрибәле хеҙмәткәрҙәр йыйылған, - ти турбаза идарасыһы.
Ағиҙел буйлап ағырға теләүселәр өсөн “Аҡбуҙат” турбазаһы бер көнлөк хатта 3 сәғәтлек ҡыҫҡа турҙар ҙа тәҡдим итә. Әлбиттә, теләктәре буйынса турҙы 2-3 көнлөк итергә лә була. Беҙ барғанда , мәҫәлән, заказ буйынса Ағиҙел буйлап ағып төшөүселәр 3 көнлөк турға заказ биргәндәр ине. Ял көндәре генә бындай заявкаларҙы үтәй алмайҙар икән, сөнки шәмбе-йәкшәмбе көндәре халыҡ күп килә, буш өйҙәр ҙә, хатта палатка ҡаласығында буш урындар ҙа ҡалмай. Һәр төркөмдө бер инструктор һәм ашнаҡсы алып йөрөй. Бер көнлөк тур төшкө аш менән 1500 һум торһа, 12 йәшкә тиклемгеләргә 20 процент ташлама ҡаралған. Ә инде 6 йәшкә тиклемге балаларға был хеҙмәт бушлай. Турбаза менеджеры Айгөл Вәлитова әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа район халҡы ла күпләп палатка ҡаласығында ял итергә күнегеп киткән. Заявкалар айырыуса мәктәп уҡыусыларынан торған төркөмдәрҙән килә, ти.
Эйе, йәйен туристар тормошо менән йәнләнгән Морат туғайында ял көндәре алма төшөрлөк тә урын ҡалмай. Йыл әйләнәһенә халыҡтың ялын ойошторған база көҙгө-ҡышҡы миҙгелдә генә бер аҙ шымып ҡала. Тик экзотика, һиллек, тәбиғәт менән бер бөтөнлөк эҙләүселәргә был миҙгел тағы ла ылыҡтырғыс. Айырыуса Яңы йыл ҡаршыларға һәм ҡышҡы каникулдарын файҙалы итеп үткәрергә теләүселәр турбазаның даими ҡунаҡтарына әүрелгән дә инде.
-Туристар күбеһенсә Магнитогорск, Силәбе яҡтарынан килә. Шулай уҡ республикабыҙ райондарынан килеп, аҙналап, хатта айлап ятыусылар ҙа бар. Бер килеп ял итеп ҡайтҡандар гел килә, йәй, ҡыш тип ҡарап тормайҙар. Йылына 5 тапҡыр килеүселәр булһа, шул уҡ ваҡытта юлдың насар булыуына зарланып, “юлдарығыҙ асфальтлы булһа, аҙна һайын килер инек”, тип әйтеүселәр ҙә табыла. Былтырғы йылда беҙҙең турбаза өйҙәрендә 800-ҙән ашыу рәсәйлеләр ял итһә (шул иҫәптән аҙналап, айлап ятыусылар ҙа бар), 30-ға яҡын сит ил граждандары ла беҙҙең хеҙмәт менән ҡулланды. Ағымдағы йылда әлегә был һандың яртыһы ла юҡ. Әйткәндәй, туризмды үҫтереү сиктәрендә шәхси эшҡыуар Ислам Йәнбирҙин Ағиҙел аша канат юлы төҙөй башланы. Төҙөлөп бөтһә был да үҙенә күрә яңы төр хеҙмәт, ял итеүселәргә күңел асыу сараһы булып торасаҡ. Йәйгеһен генә түгел, ҡышҡы миҙгелдә лә туристарҙы күпләп йәлеп итер өсөн бәләкәй генә тауҙан саңғыла, сноутбордта шыуыу урыны булдырғанда бик яҡшы булыр ине, моғайын. Әлегә йәйге миҙгелгә ышаныс бағлап, туристар ағымы яҡшы булыр тигән өмөттәбеҙ, - ти турбаза идарасыһы Тәлғәт Усманов.
Шул арала уның һүҙен ҡеүәтләгәндәй, 15 көн буйы Ағиҙел буйлап ял итә-итә ағып төшкән Марушиндар ғаиләһе килеп етте. Өфө ҡалаһынан килгән сәйәхәтселәр ялдарынан ҡәнәғәт, кәйефтәре лә күтәренке. –
-Йылына ике тапҡыр: йәй башында һәм аҙағында киләбеҙ. Ирем Вадим Александрович 60 йыллап ағалыр, ә мин 33 йыл тирәһе. Рәсәйҙең атҡаҙанған сәйәхәтсеһе, туризм буйынса СССР-ҙың спорт мастеры, 80-дән ашыу ғилми хеҙмәттәр һәм китаптар авторы һәм башҡа исем-титулдары булған ирем 80-де уҙһа ла, һаман да үҙ иткән туризм төрөнән баш тартмай, һаман да сафта. Был юлы беҙ “Каповатур”ҙа машинабыҙҙы ҡалдырып, Мәндәғолдан Шүлгәнгә тиклем аҡтыҡ, матур урындар күреп ҡалһаҡ, туҡтап, шул урында бер-нисә көнгә ҡалабыҙ. Күп йылдар йөрөй торғас, турбаза хеҙмәткәрҙәре һәм бындағы халыҡ менән дуҫлашып, үҙ кешеләренә әйләнеп бөттөк. Бөрйән тәбиғәте һәм кешеләре менән дә матур, - ти Татьяна Марушина.
Ғөмүмән, һәр кем үҙенә оҡшаған ял итеү ысулын һайлай. Бер нәмә тураһында уйламай, тәбиғәткә һоҡланып, саф һауала матур итеп ял итеүҙе күптәр хуп күрә. Теләй икән - диңгеҙгә, теләһә - Ағиҙел буйына бара...