Бөтә яңылыҡтар
Ял
25 Июнь 2018, 17:02

Тәбиғәттән көс алып

Күҙәмбәт туғайында урынлашҡан “Ағиҙел” ял һәм һауыҡтырыу лагерында тәүге смена эш башланы.

Беренсе сменала ял итеүсе балаларҙың һаны 121-гә етте. Шул иҫәптән 45 бала Белорет ҡала һәм районынан, Межгорье ҡалаһынан, Өфөнөң Шамонино ҡасабаһынан килгәндәр. Лагерҙа балалар дүрт төркөмгә бүленгән: “Ете ырыу”, “Бирешмә”, “Дуҫлыҡ”, “Круче всех”. Гөлнара Хәмиҙуллина балаларҙың физик әҙерлегенә, Раян Мансуров уларҙың сәләмәтлеге өсөн яуаплы. Балалар көнөнә 5 тапҡыр ашай. Рационға ҡымыҙ, бал ризыҡтары индерелгән. Лагерҙа шахмат-шашка, рәсем, йыр-бейеү, дарыу үләндәрен таныу, футбол, волейбол, өҫтәл теннисы һ.б. түңәрәктәр эшләй.

Алдағы көндәрҙә районыбыҙҙың тәбиғәт ҡомартҡылары (Инсебикә ҡаяһы, Шүлгән мәмерйәһе һ.б.), тарихи урындары менән танышыу экскурсиялары күҙаллана. Быйыл лагерь Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған, Мәрйәм Бураҡаева авторлығындағы “Йәйләү” программаһы нигеҙендә шәхес тәрбиәләүгә йүнәлтелгән ете йүнәлеш буйынса эш алып бара. Республикала иғлан ителгән Ғаилә йылы айҡанлы, “Ғаилә – рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлау бишеге” девизы аҫтында тәрбиәүи саралар ҙа үтәсәк.

Саф һауалы хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан лагерҙа балаларыбыҙ ялдарын күңелле һәм файҙалы үткәрер, яңы уҡыу йылына көс һәм дәрт алыр, сәләмәтлеген нығытыр тигән өмөттәбеҙ. Бының өсөн бөтә шарттар булдырылған.



С. ҒӘБДИНУРОВА.
Читайте нас: