Халыҡ ара туризм көнөнә ҡарата
Оло юлдан Иҫке Монасип ауылына боролған урында юлсыларҙы “Арал” агротуристик хужалығына ял итеүгә саҡырып торған банер һәм ағастан юнып эшләнгән айыу һыны ҡаршы ала. Иҫке Монасип ауылында, йәмле “Ағиҙел” буйында урынлашҡан туҡталҡаның бөгөнгө хәле, йәйге ял итеү миҙгеле нисек үтеүе, хәл итәһе мәсьәләләрен белеү маҡсатында эшҡыуар Илгиз Муллағоловҡа мөрәжәғәт иттек.
Эш менән булышып йөрөүсе Илгиз Мәхмүтдин улы ихлас ҡаршы алып, өйөнә әйҙәне. Ишек алдына үтеү менән беҙҙең ихтибарҙы йорт эргәһендә, солан эсендә ултырған әкиәт һәм йәнһүрәт геройҙары йәлеп итте. Баҡтиһәң, баяғы юл эсендәге айыуҙы ла, ихата эсендәге бүре, өкө, мандолина тотҡан айыу, йорт эйәһе, бәшмәк һәм башҡаларҙы ла хужа үҙе эшләгән. Өй эсен дә ағас ботаҡтарынан үҙенсәлекле итеп эшләнгән кресло, талдан үрелгән һандыҡ, зауыҡлы өҫтәл-ултырғыстар биҙәй. Бигерәк тә бөтә күңелен биреп талдан үреп эшләгән өҫтәл-ултырғыстары иҫ китерлек, бер һүҙ менән ысынъяһау. Иң мөһиме, йортта бер нәмә лә күрегәҙмәләге кеүек өйөп ҡуйылмаған, һәр нәмә үҙ урынында. Ә инде йорттағы таҙалыҡ, гөл-сәскәләр күплеге балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләүсе ҡатыны Айгөл Әғләм ҡыҙының да уңғанлығын һөйләй.
- Ҡыш көнө буш ваҡытта ошондай төрлө һындар, өҫтәл ултырғыстар эшләйем. Айырыуса талдан үреп әйберҙәр эшләү оҡшай. Әҙме күпме заказдар ҙа булғылай, - ти Илгиз Мәхмүтдин улы. - “Арал” агротуристик хужалығын 2010 йылда төҙөй башланым һәм әлеге ваҡытта ла үҫтереү өҫтөндә эшләйем. Туҡталҡала ял итеү өҫтәлдәре, ағас мунса, Ағиҙел буйында туристар мунсаһы төҙөлгән. Шулай уҡ унда ла ағастан юнып бер-нисә һын ҡуйғанмын. Тәбиғәт ҡосағында ял итергә яратыусыларҙың ялы тағы ла күркәмерәк үтһен өсөн иҙел уртаһына понтон ҡуя торғайным, унда улар тәбиғәт ҡосағында рәхәтләнеп сәй эсә. Тик быйыл йәй уртаһына тиклем иҙел ташҡын булыу сәбәпле, эшләп торманым. Буш ваҡытын файҙалы үткәрергә теләүселәрҙе футбол, волейбол майҙансыҡтары көтә, уҡтан, пневматик мылтыҡтан атыу, балалар өсөн квадратциклда йөрөү мөмкинлеге лә бар.
Быйылғы сезонды май айында астыҡ. Күберәк Ағиҙел йылғаһы буйлап катамаран-кәмәлә ағыу ойоштороу йүнәлешендә эш алып барам. Мин өлгөрмәһәм ҡатыным инструктор булып йөрөй. Балаларыбыҙ 11-се синыфта уҡыусы Наҙгөл, 9-ға барған Байегет, 3-сөлә уҡыусы Уралия ла беҙгә таяныс, ярҙамсы булып үҫеп килә. Ағыу маршруты төрлө. Туристар ҡайҙан-ҡайҙа тиклем теләй шунса аға алалар, теләк буйынса барып алыу мөмкинселеге лә бар. Арендаға ике 6-шар урынлыҡ катамаран, палаткалар биреп торам. Ауыл халҡы, уҡыусылар һәм уҡытыусылар ҙа быйыл иҙелдән аҡты.
2012 йылда 200 мең субсидия алғайным, уға ике катамаран, генератор, палаткалар, квадратцикл алдым. Әле һаман хәл ителмәгән ер мәсьәләһе лә эште тотҡарлай. Әлбиттә пландар күп, маҡсат - финанс мөмкинлектәргә ҡарап киләсәккә тағы ла эште йәйелдереп ебәрергә инде.
Был ҡатмарлы һәм шул уҡ ваҡытта ҡыҙыҡлы туризм өлкәһендә үҙ эшен яратып, уны нисек тә үҫтереүгә бар күңелен һалған Илгиз Муллағоловтың башлаған эше уң булыр һәм уй-хыялдары тормошҡа ашыр тип ышанғы килә.