

Район үҙәгенән Баҙал биҫтәһенә күтәрелеп барған ерҙә урынлашҡан “Камилла” магазинына юл тотоп, шул яҡҡа боролғас, башҡорт тирмәһе күҙгә ташланды. Журналист ҡыҙыҡһыныуы еңмәй буламы – машинанан төшөү менән шунда юл тоттом. Тәү ҡарашҡа ул тирәлә кеше күренмәгән һымаҡ ине, бәй, ялбыр ҡайын ышығында ғына бер егет шешлек ҡурып тора икән. Эргәһенә барҙым.
Тимер ауылы егете Ғәлинур Нәҙир улы Алтынбаев икән. Тирмәһенең эсендә өҫтәл, ике эскәмйә ҡуйылған. Һул яҡта башҡорт кейемдәре, эсвежий ғына имән, ҡайын миндектәре, хуш еҫле үләндәр эленгән. Улар эргәһендә бүре һыны ла, дөрөҫөрәге, бүренең ҡатырылған һыны ла бар.
Тыштағы япма аҫтында ла ике өҫтәл, эскәмйәләр ҡуйылған. Шул арала быға тиклем буш ятҡан ерҙә ҡәҙимгесә буйтым итеп “оя тибеп алған” Ғәлинур. Һыу, электр ҙа үткәрткән.
-Уҡып бөткәс, себер яҡтарында йөрөп аҡса эшләп алдым да, бына, үҙемдең бизнес менән булышып ҡарарға ниәт иттем, - ти егет. Шымыҡайыраҡ, ипле генә егеткә оҡшаған. Эстән генә, их, саҡ ҡына әрһеҙлек менән саялыҡ та кәрәк ине һиңә, егет, тип уйлап ҡуйҙым.
Тәүге көн генә эш башлап тороуы икән. “Әле бер генә кеше килеп киткәйне”, ти.
Егеткә кешене йәлеп итерлек рекллама етмәүен әйтеп, банер ҡуйып ҡуйырға тәҡдим иттек. Хатта төптә ултырған өҫтәлен кеше күргән ергә шылдыртып, өҫтөнә шешлек бешергән ерҙә генә моңайып ултырған самауырын ултырттырып ҡуйҙым әле))). Үҙемсә, кеше самауырҙы күргәс, сәй эсергә боролор тигән теләк менән инде. Кәңәштәребеҙҙе лә еткерҙек.
Йәнә бик мөһим объект – заманса итеп матурлап, унитаз, раковина урынлаштырып, бәҙрәфтәр эшләп ҡуйған Ғәлинур. “Пятерочка” магазинына туҡтаған туристар күрерлек итеп банер ҡуйғанда, был нөктәгә килеүселәр бермә-бер артыр ине.
Йәнә ассортимент мөһим роль уйнай. Эсемлектәрҙе сәй менән генә сикләмәй, компот, ҡымыҙ, буҙа, сәй янына ҡоймаҡ, ҡаймаҡ, һәр төрлө ҡамыр ризыҡтары, бал һ.б. булыуы шарт, әлбиттә. Алыҫтан асығып килеүсе туристарға былау һымаҡ аш-һыу ҙа артыҡ булмаҫ.
Шулай уҡ Бөрйән тәбиғәте төшөрөлгән берәй банер ҡуйып, эргәһенә баяғы бүрене тирмәнән сығарып урынлаштырып, фотозона ла эшләп ебәргәндә!..
Нишләп ошо Баҙал тирәһендә юл ситендә үҙебеҙҙең милли ризыҡтар менән туристарға сәй эсереү урыны юҡ икән, тип уйлай торғайным. Тырыш егет табылған, ниһайәт! Эргәһендә ялпылдап йөрөгән, кешене ҡаршылап, әйҙүкләп, хәбәрҙәрен теҙә-теҙә сәй яһап эсереп тороусы матур күлдәктәге бер ҡатын-ҡыҙ ҙа булғанда Ғәлинурҙың бизнесы бермә-бер ыңғайлап китер һымаҡ)).
Башланған эш – бөткән эш, тиҙәр. Иң мөһиме, ниәт булған, эш башланған. Уңыштар һиңә, Ғәлинур!
Әйткәндәй, туризм төбәге булһаҡ та, беҙҙә юл буйы сервисы, ғөмүмән, үҫешмәгән. Йәйге айҙарҙа Ғәлинур һымаҡ юл буйы кафелары асып, состарға байтаҡ аҡса эшләп алыу мөмкинлеге бар. Юғиһә, йәйгеһен, ғәҙәттә, ҡайҙа туҡланыу нөктәһе бар, тип һорашып, эҙләнеп йөрөүсе туристарҙы йыш осратырға мөмкин. Айырыуса кискә ҡарай килеп төшкәндәр тәүлек әйләнәһенә эшләүсе кафелар булмауға аптырана.