Йүнселлек
3 Июня , 06:54

Уңыш тырыштарға йылмая

Эшҡыуар, тиһәң, етеш йәшәгән, бизнесы гөрләп сәскә атҡан, ҡыйбатлы автомобилдәрҙә генә елдергән “текә” ир-егет йә ханым күҙ алдына баҫа. Тик ошо зиннәтле тормош артында күпме тырышлыҡ, хеҙмәт ятыуын был тынғыһыҙ эш кешеләре үҙҙәре генә белә. Райондашыбыҙ, уңышлы эшҡыуар Айнур Дәүләтбаев үҙ эшен алға ебәреү өсөн 7 йыл дауамында алһыҙ-ялһыҙ тир түгә.  

Уңыш тырыштарға йылмаяУңыш тырыштарға йылмая
Уңыш тырыштарға йылмая

Айнур Дәүләтбаев – Ағиҙел ҡасабаһы егете. Мәктәптә уҡыған сағында уҡ эшҡыуар буласаҡмын тип хыялланһа ла, бөтөнләй икенсе йүнәлештә белем ала – Өфө сәнғәт академияһын театр һәм кино артисы булараҡ ҡыҙыл дипломға тамамлай. Студент сағында “Шаяниум”да ҡатнаша, “Байтус” телепрограммаһының йондоҙо була. Шулай ҙа уҡыуҙы тамамлағас, бала саҡтағы хыялына тоғро ҡалып, эшҡыуарлыҡ эшенә тотонорға ҡарар итә. Үҙ эшен кәзә үрсетеп, ҡалаға һөт, сыр етештереп ташыуҙан башлай.

-Ҡулға диплом алып, ғаилә ҡорғас, иң тәүҙә сит илгә сығып эшләп ҡайтырға уй бар ине. Тик төрлө ҡытыршылыҡтар килеп сыҡты һәм үҙебеҙҙә эш эҙләргә тотондом. Иң башта өйгә йылылыҡ, һыу приборҙары үткәреү менән булыштым, шунан үҙ эшемде башларға булдым. 

Әсәйем электән кәзә тотто, бәләкәй саҡтан уҡ уларҙы һауырға ла өйрәтте. Шуға ла ҡайһы йүнәлеште һайларға тигән уй булманы. Кәзә һөтө бик файҙалы, шуға уны һатып алыусылар ҙа етерлек. Был эште 2014 йылда башлағайным, 2017 йылда бер һатыу нөктәһе булдырҙым. Аҙағыраҡ тағы бер аҙыҡ-түлек магазины астым. Үҙ эшемде астым тип әйтеүе генә анһат, әлбиттә, эш барышында бик күп ҡытыршылыҡтар килеп сыҡты. Тәүге ете йылда минең өсөн бер көн ял булманы, отпуск тураһында уйлай ҙа алмай инем. Алһыҙ-ялһыҙ эшләнем – үҙем тейәүсе, үҙем водитель, үҙем механик, бухгалтер ҙа булдым. Яңы техника алырға аҡса юҡ, машина һәр саҡ ватыла. Шулай ҙа ныҡышмал булыуым арҡаһында бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡтым. Хәҙер эшем яйлы, шулай ҙа ҡул ҡаушырып ултырып булмай – турбазала эш етерлек, - ти Айнур Ғәзиз улы.

Бөгөнгө көндә ул Ябаҡта урынлашҡан туристик базаһында туристар ҡабул итә. Матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан турбазаның тәүге йортон да үҙ ҡулдары менән һала эшҡыуар. Әлеге мәлдә унда 14 урынлыҡ бер ҙур, 7-шәр урынлыҡ ике бәләкәй өй бар. Киң, ыҡсым өйҙөң алдын бассейн биҙәһә, бөтә өйҙәр ҙә мунса, чан менән ҡулайлаштырылған. Бөтә уңайлыҡтары булған йорттарҙа ял итеүҙең хаҡтары ла артыҡ тешләшмәй - 8 меңдән башлана. Быйылғы йылдан турбазала туйҙар, тыуған көндәр үткәреү өсөн банкет залы ла эшләй. Уның проектын Айнур Ғәзиз улы махсус һатып алып, үҙ ҡулдары менән төҙөп ултыртҡан. Киләсәктә яңы йорттар һалып, турбазаны киңәйтеү пландары менән янып йәшәүсе ир-уҙаман туристарҙы йөрөтөү өсөн аттар ҙа үрсетә. Был матур ял йортонда бер йәйҙә меңдән ашыу турист ял итә.

Тырыш эшҡыуар ғаиләһендә лә бик уңған. Кәләше – Баймаҡ ҡыҙы Румия менән 1 ул, 3 ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Балаларҙың өлкәненә - 10, иң кесеһенә 3 йәш.

- Ғаиләм – минең ышаныслы тылым. Тынғыһыҙ эш көнөнән һуң өйгә ҡайтып балалар менән аралашам, ял итәм. Күптәр: “Күңелең менән ижадҡа, сәхнәгә тартылмайһыңмы?” тип һорай. Ижад ул сәхнәлә генә түгел, кеше нимә генә эшләһә лә күңелен һалып башҡарһа, шул уның ижады тип һанайым. Минең ижадым – турбазала яңы йорттар һалыу, уны матурайтыу. Әле бизнесымды тағы ла киңәйтергә иҫәп тотам, - тип киләсәккә пландары менән уртаҡлашты мәҡәләм геройы.

Теләге булған яйын эҙләр, теләге булмаған сәбәбен табыр, тигәндәй, бар маҡсаттарына ирешеп, үҙ юлынан алға барған тырыш райондашыбыҙға киләсәктә лә уңыштар насип булһын.

Эшҡыуарҙарға һәр яҡлап ярҙам күрһәткән, башланғыстарҙы күтәреп алған «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» форматындағы кәңәшмәләр ҙур роль уйнай. Уҙған йылда ошо форматта 3 200-гә яҡын кәңәшмә уҙһа, уларҙа 227,5 миллиард һумға 4 меңдән ашыу проект ҡаралған.

Башҡортостан Республикаһы муниципаль райондары һәм ҡала округтары хакимиәттәренең мәғлүмәттәре буйынса, 2025 йылда төбәк биләмәһендә «Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре» сиктәрендә ҡаралған 859 проект тормошҡа ашырылған, 1,8 меңгә яҡын яңы эш урыны булдырылған, инвестицияларҙың дөйөм күләме 5,3 миллиард һумдан ашыу.

Уңыш тырыштарға йылмая
Уңыш тырыштарға йылмая
Уңыш тырыштарға йылмая
Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас