

Ғәҙелгәрәй ауылы егете Динар Байегетов һәм уның иптәше Динара Кашапова тәҡдим иткән «Башҡорт ҡунаҡсылығы» ҡунаҡ тирмәһе» проекты «Шүлгән-Таш» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының музей-экскурсия комплексы биләмәһендә тормошҡа ашырыласаҡ. Динар Миңлебай улы ҡурсаулыҡта спелеомониторинг буйынса ғилми хеҙмәткәр булып эшләһә, Өфө ҡыҙы Динара Урал ҡыҙы студент йылдарында бер-нисә миҙгел экскурсовод була, ә диплом алғас экологик белем биреү һәм туризм бүлегенә урынлаша.
Уларҙың яҙмыштарын «Шүлгән-Таш» берләштерә һәм хатта уртаҡ маҡсатҡа йүнәлтә. «Динарҙар» (улар үҙҙәрен шулай атап йөрөтәләр) турҙар һәм Ағиҙел йылғаһы буйлап катамарандарҙа ағыуҙы уңышлы ойоштора башлай, күп кенә (хатта Рәсәй кимәлендә) конкурстарҙа ҡатнаша, ә хәҙер үҙҙәрен грант проектында һынап ҡарарға ҡарар итә.
«Башҡорт ҡунаҡсыллығы «Ҡунаҡ тирмәһе» проекты бик кәрәкле. Ысын башҡорт тирмәһендә урындағы халыҡ эшләй аласаҡ: һөнәрселәр, кулинарҙар, музыканттар – башҡорт мәҙәниәтен популярлаштырыу сиктәрендә үҙ сараларын үткәрергә теләгән һәр кем өсөн ишегебеҙ асыҡ. Бынан тыш, беҙ фотосеттар ойоштороу мөмкинлеген күҙ уңында тоттоҡ. Проект сиктәрендә махсус рәүештә бының өсөн башҡорт милли кейемдәре тегеләсәк. Бынан тыш тирмә ҡунып сығыу урыны ла булып хеҙмәт итәсәк. Беҙ биләмәне тотороҡло үҫтереү яҡлы. Шуға күрә ҡурсаулыҡты төҙөкләндереүгә, уның инфраструктураһын үҫтереүгә өлөш индерергә, Шүлгәнташ мәмерйәһенә һәм йылға буйлап экскурсияларға килеүселәрҙән тыш, ҡунаҡтар үҙҙәренең ялын төрлөләндерһен өсөн этнографик стилдә яңы туристик объект эшләргә теләйбеҙ. Килеүселәр халҡыбыҙ мәҙәниәтенә тәрәнерәк төшөнһөн, иҫтәлекле сувенирҙар һатып алһын, төрлө оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашһын өсөн тырышабыҙ», – тип маҡсаттары менән бүлеште «Динарҙар».
Был проект ысынлап та көнүҙәк һәм кәрәкле. Тирмә – «Шүлгән-Таш» дәүләт ҡурсаулығындағы тағы бер туристик объект ҡына түгел, ә ысын «көс урыны» булараҡ халҡыбыҙҙың йолаларын һаҡлап ҡалырға һәм тапшырырға ярҙам итәсәк. Ә ситтән килгән ҡунаҡтар башҡорт халҡының мәҙәниәте менән танышып, онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар алып ҡайтасаҡ.
Динар һәм Динараға рәхмәтебеҙҙе еткереп, эштәрендә ҙур уңыштар һәм киләсәктә лә барлыҡ маҡсаттарына ирешеүҙәрен теләйбеҙ.
Ләлә Хәйбуллина, «Шүлгән-Таш» дәүләт тәбиғәт биосфера ҡурсаулығы хеҙмәткәре.