

”Турникетһыҙ аҙна” исеме аҫтында йыл һайын үтә торған акция сиктәрендә Бөрйән районы буйынса мәшғүллек үҙәге эш эҙләүсе һәм эшһеҙ граждандар өсөн профориентацион тур ойошторҙо.
“Бөрйән” ҡулланыусылар кооперативы киң ассортиментта аҙыҡ-түлек етештереү менән шөғөлләнә. Улар икмәк бешерә, ҡамыр, ит, кондитер изделиелары әҙерләй. Бында әҙерләнгән сухари, печенье һәм башҡа ҡамыр ризыҡтары һатып алыусыларҙа ҙур ихтыяж менән файҙалана.
Мәшғүллек үҙәге ойошторған осрашыу барышында ашхана мөдире Рәмзиә Ғүмәрова экскурсияға барғандарҙы етештереү процесы менән таныштырҙы. Персонал эшләгән ҡоролмаларҙы күрһәтте, үҙҙәренең магазины аша халыҡҡа тәҡдим ителеүсе һәм ашхана менюһына индерелгән ярымфабрикаттарҙы әҙерләү технологиялары тураһында һөйләне. Турҙа ҡатнашыусылар банкет залында, икмәк бешереү һәм ит цехтарында булдылар. Әлеге ваҡытта предприятиела 19 кеше эшләй.
Был экскурсия эш эҙләүселәргә райондың уңышлы ғына эшләп килгән етештереү предприятиеһы һәм уның эшмәкәрлеге менән яҡынданыраҡ танышырға ярҙам итте.
-Ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерәбеҙ. Ә эш биреүсегә артабан да эштәренең көйлө барыуын, тотороҡлоҡ һәм яңы һөнәри уңыштар теләйбеҙ, - тиҙәр турҙы ойоштороусы мәшғүллек үҙәге хеҙмәткәрҙәре.
Сығанаҡ: https://vk.com/club165617210