Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
23 Март , 09:30

Бөрйәндә йыл әйләнәһенә эшләүсе турбаза булырмы?

Бизнес-планға ярашлы, туристик база биләмәһендә 13 ҡунаҡ йорто, административ бина, гәпханалар, туристик ҡорамалдарҙы прокатҡа биреү пункты, бер нисә ял зонаһы, кемпинг урынлаштырыласаҡ тип күҙаллана. (Һүрәттә: “Бөрйән” турбазаһы).

Бөрйәндә йыл әйләнәһенә эшләүсе турбаза булырмы?
Бөрйәндә йыл әйләнәһенә эшләүсе турбаза булырмы?

Бөрйән районында йыл әйләнәһенә эшләй торған туристик база булдырыу буйынса инвестпроект инициаторына дәүләт ярҙамы гарантиялағандар. “Сенсия” компанияһы менән Башҡортостан хөкүмәте инвестицияны һаҡлау һәм дәртләндереү тураһында килешеү төҙөгән. Бынан алда проект өҫтөнлөклө проекттар исемлегенә индерелгәйне.

Иң талап ителгән сара – ер участкаһын сауҙаһыҙ ҡуртымға алыу. Бындай ярҙам бары тик Республика Башлығының айырым күрһәтмәһе буйынса ғына мөмкин. Документ сыҡҡандан һуң компания төҙөлөштө башлай ала.

Бизнес-планға ярашлы, туристик база биләмәһендә 13 ҡунаҡ йорто, административ бина, гәпханалар, туристик ҡорамалдарҙы прокатҡа биреү пункты, бер нисә ял зонаһы, кемпинг урынлаштырыласаҡ тип күҙаллана.

Инвестициялар күләме – 49 миллион һум. Инвестор тарафынан участка һайланған. Әлеге ваҡытта проектлау нормативтары һәм коммуникациялар тоташтырыу мәсьәләләре хәл ителә, тип хәбәр итәләр Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенән.

Бындай йыл әйләнәһенә эшләйәсәк туристик база Бөрйәнгә күптән кәрәк ине. Районыбыҙҙың матур тәбиғәтендә йыл әйләнәһенә ял итергә теләүселәр артыр һәм был район иҡтисадына ла яҡшы йоғонто яһар тигән ышаныс ҙур.

“Башинформ” мәғлүмәттәре файҙаланылды.

 

Автор: Тансылу Багаутдинова
Читайте нас