Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
6 Декабрь 2025, 17:05

Яҙмыш һынауҙарын еңгән

Мөмкинлектәре сикләнһә лә, башҡаларға үрнәк булып, матур йәшәү өсөн мөмкинлектәрҙең сикһеҙ булыуын иҫбатлап ғүмер итеүсе кешеләр бар арабыҙҙа. Шуларҙың береһе – шәхси эшҡыуар, Бөрйән районында туризм тармағын үҫтерергә булышлыҡ итеүсе Фларет Алмаев. Ғүмеренең сәскә атҡан, типһә тимер өҙөрлөк сағында эш урынында фажиғәле хәлгә осрап, табиптар “өмөтһөҙ” мөһөрө һуғыуға ҡарамай, аяғына баҫҡан кеше ул. 

Яҙмыш һынауҙарын еңгән
Яҙмыш һынауҙарын еңгән

Фларет Миҙәхәт улы сығышы буйынса Ырғыҙлы ауылынан. Мәктәпте тамамлағандан һуң Силәбелә хәрби-танк училищеһында уҡый. Унан вахта менән себер тарафтарына йөрөп эшләй башлай. Тормош һәүетемсә дауам итә, ғаилә ҡора. Башта монтажсы, ташсы булып эшләһә, аҙаҡ электрик була. Бейек ҡоролмаларҙа электр ҡорамалдарын ҡуйыу, монтажлау, көйләү һәм техник хеҙмәтләндереү менән шөғөлләнә. Сираттағы вахтаһын тамамлап, ялға сыҡһа ла, ҡайтырға машинаның 3-4 көндән генә булыуын белгәс, тик ятырға яратмаған егет, етәкселеккә әйтеп, эшкә сыға. Бағаналарҙа линия һуҙырға кеше етмәгәс, бригадир уны ҡушҡуллап ҡаршы ала. Егеттәр 3-әр кешенән торған бригадалар менән эшкә тотона.

-Линия һуҙған ерҙә һәр участоктың айырым рубильнигы бар, улар бер-береһенә йәнәшә генә тора. Күрше бригаданың егете үҙҙәренең рубильнигын тоҡандырам тип, яңылыш беҙҙекен күтәргән. Минең электрик булып эшләй башлағандан шундай ғәҙәт булды - иң башта проводҡа ипләп кенә ҡул һырты менән тейеп ҡарай инем. Шул ғына ҡотҡарғандыр. 10 мең вольтлыҡ ток һуғыуҙан бер егет шунда уҡ йән бирҙе, икенсеһе бер көн комала ятып үлеп ҡалды. Мине лә электр тулҡыны шунда уҡ алып бәрҙе. Аҫтағы тимер-бетон арматуралар өҫтөнә төшһәм, шунда уҡ үләсәгемде аңлап, ҡайышты ысҡындырып, ситкә һикерҙем, - тип хәтерләй ул ҡәһәрле көндө Фларет Миҙәхәт улы.

6 көн комала ятҡандан һуң ғына иҫенә килә ул. Биле һынған егеткә ҡатмарлы операциялар үткәрергә тура килә. Документтар буйынса ялда булған кешегә эш урынынан түләүҙәр ҙә булмай, түләүле операцияларҙы үҙе күтәрә. Районға ҡайтҡас, дауаханаға йөрөү уңайлы булһын өсөн ҡуртымға өй ала. Теүәл бер йыл түшәктә ятҡандан һуң үҙе өҫтөндә ныҡлап эш башлай.

-Булмышым менән тик тормаҫ кеше мин. Шуға түшәктә ятыуы нисек ауыр булғанын аңлайһығыҙҙыр. Һеңлем, таныштар килеп ярҙам итәләр ине. Аяҡҡа баҫыу теләге ныҡ көслө булды, яйлап күнекмәләр эшләй башланым. Шунан коляскаға ултырҙым. Колясканан тороп баҫырға итәм дә ҡолайым, унан, һеңлем күреп ҡалмаһын, тип, тырмашып, кире ултырам. Яйлап 2-3 аҙым эшләй башланым. Үҙ ҡулдарым менән тренажерҙар эшләп алдым. Улар әле лә бар, көн һайын шөғөлләнәм. Әҙерәк үҙ-үҙемә ышаныс артҡас, ҡараңғы төшөп, машиналар кәмеү менән урамға сыға башланым. Асфальтта йөрөүе еңелерәк. Барыбер ҡайтып етмәйенсә туҡтамайым, тип юрый өйҙән алыҫ китәм дә, колясканы этеп ҡайтам. Хәлдән таяһың, әлбиттә.

Билде нығытыр өсөн башта ярты литрлыҡ шешәгә һыу тултырып, рюкзакка һалып аҫып йөрөнөм. Унан бер литр, литр ярымға ауырлыҡты арттырҙым. Шулай итеп, литр ярымлыҡ һыулы шешәләрҙең һанын 9-ға еткерҙем. Ныҡышмал, үҙ һүҙле булыуым ярҙам итте. Хәҙер, шөкөр, таяҡҡа таянып йөрөйөм. Бөтә эште тиерлек эшләй алам, йорт та һатып алдым, - ти.

Инвалидлыҡ пенсияһы дарыу-фәләндән үтмәгәс, тырыш ир-уҙаман үҙ эшен асыу тураһында уйлай башлай. Мәшғүллек үҙәгенә иҫәпкә тороп, бизнес-план эшләп, уны яҡлап, субсидия ала. Үҙенең дә йыйған аҡсаһын ҡушып йәйге осорҙа туристарҙы Ағиҙел буйлап ағыҙыу эшен ойоштороп ебәрә - катамарандар, моторлы кәмә, палаткалар, башҡа кәрәк-яраҡтар һатып ала. Хәҙер уның һәр йәйҙе көтөп алып, үҙенә генә төбәп килеп ял итеүсе даими клиенттары бар. Сос эшҡыуар туристарҙы йәлеп итеү өсөн мөмкинлектәрҙе ҡулынан ысҡындырмай. Бөтә донъя фольклориадаһы Бөрйәндә үткән ваҡытта Англиянан килгән ҡунаҡтар менән танышлыҡ булдыра. Бәйләнеште өҙмәй, икенсе йәйгә 16 кешенән торған сит ил ҡунаҡтары уның хеҙмәте менән ҡулланып, Бөрйән тәбиғәтендә ял итеп ҡайта. Әле лә танышлыҡтары дауам итә, байрамдарға бүләк ебәреп торалар үҙҙәре.

Фларет Миҙәхәт улы бер миҙгел эсендә меңдән ашыу туристы хеҙмәтләндерә. Эшкә ашнаҡсы, водитель яллай. Ғаилә йәки дуҫтар менән килеп ял итеүселәргә төрлө ташламалар яһай. Туристарҙы экологик таҙа аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү йәһәтенән февраль айында уҡ борос-помидорҙар ултырта, ҡыярҙы ла үҙе сәсеп үҫтерә. Улары май аҙағына уҡ өлгөрә башлай. Йәй буйына бер-бер артлы өлгөрһөн өсөн йәшелсәләрҙе ун көн арауыҡ менән унар-ун бишәр төп итеп төрлө сорттан ултырта. Әйткәндәй, матур-матур гөлдәр үҫтерергә лә ярата ул. 

Фларет Миҙәхәт улы ҡортсо ла. Олатаһы Зәбир Йәнбирҙин ғүмере буйы ҡурсаулыҡта ҡортсо булып эшләгән, шуға был эштең бар нескәлектәренә бәләкәй саҡтан өйрәнгән. Бөтә ергә даны таралған Бөрйән балын туристарға әллә ҡайҙан эҙләйһе түгел, бал, кәрәҙле бал, һитә балы булһынмы - күпме һорайҙар, шунса һатып та ебәрә. “Йәйгеһен миңә 3-4 сәғәт йоҡо етә. Туристарҙы оҙатып, ҡайтып, ул-был иткәнсе сәғәт төнгө бер-ике булып китә. Таңғы 5-тән аяҡ өҫтөндәмен. Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә, тиҙәр бит. Туристарҙы ағыҙып ебәргәс тә тик ултырмайым, еләк-емеш йыйып ҡуям. Төрлө дарыу үләндәре йыйып киптерәм, миндек эшләйем. Ситтән килгән ҡала кешеһенә бөтә нәмә ҡыҙыҡ – һатып алалар. Туристар өсөн палатканан мунса ла ҡороп ебәрәм. Эшләргә теләк кенә кәрәк, аҡса эшләү мөмкинлеге күп ул. Үҙең тырышмаһаң, берәү ҙә алып килеп тоттормай. Ғаилә менән ял итә килһәләр, балаларҙы төрлө уйындар менән әүрәтәм. Рогаткалар, мишень эшләп, атырға өйрәтәм.

Килгән кешеләргә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен аңлатам, ҡотҡарыу жилеты таратам. Телефондарға һыу аҫтында видео төшөрөү өсөн эшләнгән чехол да бирәм. Үҙҙәренән һуң сүп-сар ҡалдырмауҙарын һорап, махсус пакеттар менән тәьмин итәм. Һуңғы туҡталыштан барып алғанда тулған пакеттарҙы контейнерҙарға ташлайым. Үҙем дә йылға ярҙарын даими рәүештә сүп-сарҙан таҙартам. Балыҡ тоторға барғанда ла сүп-сар йыйып ҡайтам. Ҡайһы берәүҙәр: “Кеше балыҡтан балыҡ алып ҡайта, һин ҡый ташыйһың”, -  тип көлә.

Килемле эш менән булышһа ла, ҡалған ваҡытын да бушҡа үткәрмәй булдыҡлы ир-егет. Райондағы инвалидтар ойошмаһы рәйесе урынбаҫары, ойошманың иң әүҙем ағзаһы. Бильярд буйынса үткән бер ярыштан да ситтә ҡалмай. Районда ғына түгел, республика кимәлендәге төрлө ярыштарҙа ҡатнаша. Команда менән республика инвалидтар туристик слетында ике тапҡыр 2-се урын яулайҙар. Уның тырышлығы менән республикала район иң әүҙем 5 район исемлегенә инә. Әле лә Халыҡ-ара инвалидтар көнө уңайынан “Урал” физкультура-сәләмәтләндереү комплексында ярыштар ойоштороу эштәре менән булышып йөрөүе.

Сәмле, егәрле, ныҡышмал булыуынан тыш,  даими үҙ өҫтөндә эшләүе менән һоҡландыра Фларет ағай. Мәшғүллек үҙәге аша гид-экскурсовод һөнәрен үҙләштерһә, күптән түгел интернет аша ораторлыҡ сәнғәтенә уҡып алған. Шулай уҡ төрлө сайттарҙа файҙалы шөғөлдәргә өйрәнә. Шуларҙың береһе – шыршы уйынсыҡтары эшләү. Синель сымдарҙан эшләнгән уйынсыҡтарын магазиндарға сығарып һатырға ҡуя.

Тормоштоң ҡаты һынауын лайыҡлы үткән ир-уҙаман үҙе кеүек ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам ҡулы һуҙыуҙан да баш тартмай. Күптәр мөмкинлектәре сикләнгән яҡындарына, туғандарына аҡыллы кәңәш менән терәк булыуын һорап мөрәжәғәт итә. Төшөнкөлөккә бирелгән кешегә үҙенең тормошон үрнәк итеп, төплө, урынлы кәңәш бирә. Ошо һәләте менән умыртҡа һөйәгенә зыян килеп, инвалидлыҡ коляскаһына ултырғас, кеше менән аралашыуҙы сикләп, виртуаль тормошта йәшәүсе йәш егетте ысынбарлыҡҡа ҡайтарыуға булышлыҡ иткән.  

Бик ауыр хәлгә ҡалғанда ла үҙ-үҙенә ышанысын юғалтмаған, унан да бигерәк оло йөрәкле кеше булып ҡала алған райондашыбыҙ Фларет Алмаевтың тормошо - батырлыҡ, фиҙакәрлек өлгөһө. Киләсәктә уға һаулыҡ, бәхет, уңыштар ғына юлдаш булыуын теләйбеҙ.

Автор: Айгузель Уразаева
Читайте нас