Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
3 Декабрь 2025, 09:05

Бөрйәндә тағы 4 яңы бизнес старт ала

Комиссия түбәндәге йүнәлештәр буйынса адреслы социаль ярҙам алыуға (АСПК) ғаризаларҙы бер тауыштан хупланы: -йылға буйлап кәмәләрҙә туристарҙы ағыҙыу туры; -фитнес-студия асыу; -сигеү оҫтаханаһы булдырыу; -икмәк бешереү цехы (пекарня) асыу. Ярҙам сараһы күпме буласаҡ?

Бөрйәндә тағы 4 яңы бизнес старт ала
Бөрйәндә тағы 4 яңы бизнес старт ала

Башҡортостан Республикаһы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының “2025 йылда соцаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам алыусыларҙың планлы һанына үҙгәрештәр индереү тураһында” бойороғона ярашлы, Бөрйән районы өсөн лимит арттырылған.
Комиссия түбәндәге йүнәлештәр буйынса адреслы социаль ярҙам алыуға (АСПК) ғаризаларҙы бер тауыштан хупланы:

-йылға буйлап кәмәләрҙә туристарҙы ағыҙыу туры;

-фитнес-студия асыу;

-сигеү оҫтаханаһы булдырыу;

-икмәк бешереү цехы (пекарня) асыу.

Комиссияға үҙҙәренең бизнес-пландарын тәҡдим итеп, ыңғай яуап алыусыларҙың һәр береһенә 350 000 һум күләмендә маҡсатлы ярҙам биреләсәк.
Шулай итеп, 2025 йылда йәмғеһе 19 эшҡыуар АСПК программаһы буйынса ярҙам алды.

Яңы эш башлаған эшҡыуарҙарҙы ҡотлайбыҙ, уңышлы старт һәм эштәренең сәскә атыуын теләйбеҙ.

Бизнес-идеяғыҙ бар икән, АСПК программаһында ҡатнашыу шарттары тураһында мәғлүмәт алык өсөн район мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итегеҙ.

Беҙҙең адрес: Иҫке Собханғол ауылы, Салауат урамы, 30, - ти мәшғүллек үҙәге етәксеһе Наилә Тимерйән ҡыҙы Ишкилдина.
Сығанаҡ: Бөрйән районы мәшғүллек үҙәге төркөмө.

Бөрйәндә тағы 4 яңы бизнес старт ала
Бөрйәндә тағы 4 яңы бизнес старт ала
Бөрйәндә тағы 4 яңы бизнес старт ала
Бөрйәндә тағы 4 яңы бизнес старт ала
Бөрйәндә тағы 4 яңы бизнес старт ала
Автор: Тансылу Багаутдинова
Читайте нас