Райондашыбыҙ, махсус хәрби операция яугиры Йәлил Әлибаков та ауыл хужалығын үҫтереү дәүләт программаһы сиктәрендә конкурста ҡатнашып, “Агростартап” төбәк грантына ярашлы, 6 миллион һумдан ашыу дәүләт ярҙамы алыуға ирешкән.
Йәлил Хәйҙәр улы 16 йыл ғүмерен Ватанға хеҙмәт итеүгә арнаған. 2007 йылда әрме хеҙмәтенә алынғас, контракт төҙөп, махсус тәғәйенләнешле ғәскәрҙә хеҙмәт юлын дауам итә. Чечня, Сүриә, Кавказ яҡтарында «ҡыҙыу нөктә»ләрҙә була. 2016 йылда – спецназ өсөн иң юғары баһа - крап береты алыуға өлгәшә.
Әйткәндәй, районда крап беретын йөрөтөүсе берҙән-бер ир-уҙаман ул.
Махсус хәрби операция башланғас та “Али” Шайморатов исемендәге башҡорт спецназы отрядына ҡушыла. Штурмлау бүлексәһе командиры булып хеҙмәт итә. Һаулығы ҡаҡшау сәбәпле демобилизацияланып, оҙаҡ ваҡыт госпиталдә дауалана. Бер нисә операция үткәргәндән һуң тыуған яҡтарына ҡайта.
Әле Йәлилдең үҙ эшен асыу ниәте менән янып йөрөүе - грант ярҙамында мөгөҙлө эре малдар үрсетмәксе.
-“Агростартап” программаһы менән грант алыуға мәғлүмәт-консультация үҙәгенән ярҙам иттеләр. Әле ул аҡсаға һарай төҙөнөм, мал аҙығы әҙерләүгә техника алдым. Яҡын арала һыйыр малдары һатып алырға ниәтләйем, - ти хәрби хәрәкәттәр ветераны Йәлил Әлибаков.