Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
25 Сентябрь 2025, 17:00

Маҡсаттары - туристарҙың йөрәгенә барып етеү

Бөрйәндең хозур тәбиғәте туристарҙы күптән үҙенә йәлеп итә. Һуңғы йылдарҙа районға ял итергә килеүселәрҙең артыуын күҙәтәбеҙ. Сос райондаштарыбыҙ улар өсөн Ағиҙел йылғаһы, район буйлап төрлө турҙар ойоштора. Шуларҙың береһе - туризм өлкәһендә үҙ урынын тапҡан,  туристар араһында билдәле “Динарҙар менән турҙар һәм сплавтар” туристик фирмаһы  хужалары Динар һәм Динара Байегетовтар.

Маҡсаттары - туристарҙың йөрәгенә барып етеү
Маҡсаттары - туристарҙың йөрәгенә барып етеү

27 сентябрь - Бөтә донъя туризм көнө

Егәрле, киң эрудициялы йәштәр Бөрйәнебеҙҙе республика, Рәсәйҙән килгән туристарҙан тыш, сит ил ҡунаҡтарына ла матур итеп күрһәтергә тырыша.

Ғәҙелгәрәй ауылы егете Динар белеме буйынса географ. Хеҙмәт юлын «Шүлгән-Таш» ҡурсаулығының фәнни бүлегендә башлай, аҙаҡ БР Милли музейында эшләй. Өфө ҡыҙы Динара - туризм буйынса белгес һәм лингвист. «Шүлгән-Таш» ҡурсаулығында, Арҡайымда, мунса мейестәре етештереү заводында эшләп, күп тәжрибә туплаған киң профилле белгес. Һуңғы 12 йылда ул инглиз һәм немец телдәренән уҡытыу менән шөғөлләнә, инглиз, француз, немец телдәрендә иркен аралаша. Төбәктә тәүгеләрҙән булып аттестацияланған гид-тәржемәселәрҙең береһе. Шуға күрә сит илдән килеүсе туристарҙың ялын ойоштороу уларға бер ниндәй ҙә ауырлыҡ тыуҙырмай.Динар менән Динара ҡурсаулыҡта танышалар. Динара студент практикаһы сиктәрендә экскурсовод булараҡ килгән була. Аҙаҡ ҡурсаулыҡтың экология бүлегендә эшләй.

Йәштәрҙән туризм өлкәһендәге эшмәкәрлектәре менән таныштырыуҙарын, Бөрйәндә туризмдың үҫеше буйына фекерҙәрен һораштыҡ.

Динара:     Үҙебеҙҙең эште 2020 йылда - пандемия осоронда, кешеләр эске туризм менән ҡыҙыҡһына башлағас асып ебәрҙек. Башта автомобиль турҙары булдырҙыҡ - республикалағы ҡурсаулыҡтар  буйлап йөрөттөк. 2021 йылда катамарандарҙа ағыҙыу ойоштороу өсөн кәрәкле ҡоролмалар һатып алдыҡ та ошо йүнәлеште үҫтерә башланыҡ.

Мин университетта уҡығанда уҡ туған Башҡортостанымда турҙар ойошторорға хыяллана инем. Был хыялым Динар менән танышҡас тормошҡа ашты. Беҙҙең иң популяр маршрут - Шүлгәндән Антон ҡаяларына тиклем Ағиҙел буйлап бер көнлөк ағыу. Был маршрут күп кенә туристик премияларға лайыҡ булды. Мәҫәлән, 2023 йылда «Башҡортостандың туриндустрия лидерҙары» премияһында еңеп сыҡтыҡ, «Йыл маршруты» Бөтә Рәсәй туристик премияһында гран-при алдыҡ.

Миңә сплав ваҡытында туристарҙы оҙатып йөрөү ныҡ оҡшай. Юл буйына уларға Бөрйәндең тәбиғәте, мәҙәниәте тураһында һөйләйем, боронғо башҡорт эпостары менән таныштырам. Үҙем дә был эпостарҙы яратам, йыл һайын «Урал батыр»ҙы, «Аҡбуҙат»ты яңынан уҡып сығам. Сөнки был әҫәрҙәр күп ҡатлы, уҡыған һайын уйланаһың, рухланаһың. Туристар өсөн дә ул рухи аҙыҡ. Эпостарҙың йөкмәткеһе буйынса улар үҙ-ара фекерләшә башлаһа мин ҡыуанам ғына.

Беҙ Динар менән эшебеҙгә ныҡ яуаплы ҡарайбыҙ. Сервисты яҡшы итеп күрһәтергә тырышабыҙ - ағып төшөү ҙә, ашатыу ҙа, күңел асыу ҙа, нимәгәлер өйрәтеү ҙә, шулай уҡ комфорт һәм хәүефһеҙлек - барыһы ла юғары кимәлдә булырға тейеш. Хәүефһеҙлек иң тәү урында. Барыһын да ҡотҡарыу жилеттары менән тәьмин итәбеҙ, ағыр алдынан инструкция үткәрәбеҙ, йылғала ла, туҡтағанда ла һәр туристы күҙ уңынан ысҡындырмайбыҙ.

Беҙҙең өсөн ҡунаҡтарҙың турҙан ҡәнәғәт ҡалыуы мөһим. Беҙгә мөрәжәғәт иткән туристарҙың күңелдәрендә тик матур хәтирәләр ҡалһын өсөн тырышабыҙ. Иң ҡыуаныслыһы - беҙҙә булғандар аҙаҡ ҡабаттан килә, йәки беҙҙе туғандарына, дуҫтарына, таныштарына тәҡдим итә.

Туристарға беҙгә тиклем килеп етергә генә кәрәк. Ә ҡалғанын - аш-һыу әҙерләү, йоҡларға урын хәстәрләү, туҡталҡалар яһау һәм башҡаларҙы барыһын да беҙ үҙ өҫтөбөҙгә алабыҙ. Төнгөлөккә ҡайҙа туҡтарға теләйҙәр - йылға буйындағы палаткалар ҡаласығындамы, әллә ҡунаҡ йорттарындамы - барыһын да ҡунаҡтарыбыҙҙың теләгенән сығып ойошторабыҙ.

Шулай уҡ мәмерйәне күрергә килгән туристарҙы үҙебеҙҙең «Аҡ тирмә» кафеһында аш-һыу менән һыйлайбыҙ.

Динар:     Бөрйән - туризмды үҫтереү йәһәтенән бик уңайлы - тәбиғәте иҫ киткес матур, тарихи-мәҙәни мираҫы бай, бөтә донъяға билдәле иҫтәлекле урындары бар. Туризм беҙҙә яңы саҡ үҫешә башланы ғына. Киләсәктә кәрәкле инфраструктура, йәшәү-ашау урындары, бәҙрәфтәр, сүп-сар контейнерҙары булдырырға, юлдарҙы рәтләргә кәрәк. Әйткәндәй, үҙебеҙ ойошторған туристик ялдан һуң йылға буйында бер ниндәй ҙә сүп-сар ҡалдырмайбыҙ. Ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ирекмәндәрҙе йәлеп итеп, сплав миҙгеленән һуң экологик өмәләр ойошторабыҙ.

Бөрйәндә ҡышҡы турҙар ҙа барлыҡҡа килһә яҡшы булыр ине. Ҡунаҡсыллыҡты күтәреү өсөн яңы кадрҙар әҙерләү мөһим. Дәүләт тарафынан ошо инициативалар күтәрмәләнеп, проекттарҙы бойомға ашырыу өсөн финанс ярҙамы булһа, эшҡыуарҙарға еңелерәк булыр ине. Бер энтузиазмда ғына әллә ни эштәр ҡыйратып булмай.

Минеңсә, туризм өлкәһендә тик Бөрйән өсөн генә айырым дәүләт программаһы булдырырға кәрәк. Сөнки районда эре сәнәғәт-етештереү предприятиелары юҡ.

Әлбиттә, республика етәкселеге лә, Рәсәй хөкүмәте лә туризмды үҫтереүгә иғтибар бүлә. Төрлө программалар булдырыу, субсидия, гранттар биреү - барыһы ла был өлкәнең алға китешенә булышлыҡ итә. Нисек кенә булмаһын, туризм ҙур финанс сығымдар талап иткән өлкә. Беҙ эшебеҙҙе башлағанда субсидия алыу ҙур ярҙам булды.

Һуңғы йылдарҙа йылға буйлап кәмәлә ағыҙыуҙы ойоштороусылар артты. Сөнки йәйге осорҙа сплавҡа һорау ҙур. Клиенттар барыһына ла етә. Шулай ҙа конкуренция булырға тейештер. Сөнки ул үҫергә, бизнесты яҡшыртырға мөмкинлек бирә. Бер миҙгелдән һуң, был минең өсөн түгел, тип эшен ташлаусылар ҙа бар. Әлбиттә, кеше менән эшләү еңел түгел. Ял итергә килеүселәр үҙ аҡсаларына матди булмаған тауар һатып ала - эмоциялар, тәьҫораттар. Уларҙы ҡул менән тотоп булмай, күңел, йөрәк менән генә тояһың. Беҙҙең иң төп маҡсат шул - ҡунаҡтарҙың йөрәгенә барып етеү.

Һәр сәйәхәтсе үҙенең рухына, булмышына, ҡараштарына, донъяуи талаптарына тура килгән ойоштороусыны эҙләй. Беҙгә, мәҫәлән, сәләмәт тормош алып барған, тәбиғәттән илһам һәм көс алып ҡайтырға теләгән, әүҙем сәйәхәтте яратҡан һәм һәр көндән ниндәй ҙә булһа яңылыҡ алырға теләгәндәр мөрәжәғәт итә.

Динара тәжрибәле экскурсовод булараҡ, һәр сәйәхәтте ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле итеүгә өлгәшә. Йылғанан ағып барғанда ла, тауға күтәрелгәндә лә, ғөмүмән, һәр ваҡыт һәм һәр ерҙә мотлаҡ башҡорт халыҡ легендаларына, эпостарына ҙур урын бүләбеҙ.

Бөрйәндең данын күтәреү өсөн тырышҡан илһөйәр Динарҙарға киләсәктә лә яратҡан эштәренән йәм табып йәшәргә яҙһын. Ә йәштәр араһында улар кеүек республиканы, уның тәбиғәтен яратҡан, тарихын ихтирам иткән, бөгөнгөһөнә һәм киләсәгенә битараф булмағандар күберәк булһа ине.

Маҡсаттары - туристарҙың йөрәгенә барып етеү
Маҡсаттары - туристарҙың йөрәгенә барып етеү
Автор: Г. Хафизова
Читайте нас