Парикмахер һөнәрен ул мәктәпте тамамлағас та үҙләштерә. Иҫке Собханғол ауылы ҡыҙы медицина училищеһына уҡырға ингән еренән документтарын кире алып, парикмахерҙар әҙерләүсе курсҡа яҙыла. Уның был ҡылығына бик аптырап, яҡындары кире күндерергә маташалар. Әммә маҡсатлы, үткер ҡыҙ үҙ ҡарарында ныҡ тора. Һәм һис тә үкенмәй, киреһенсә, һәр заманда ла кәрәкле һөнәр алыуына ҡыуанып бөтә алмай. Уҡыу-производство комбинатында 9 ай уҡып ҡайтҡандан һуң, Өфөлә ҡалырға саҡырһалар ҙа, ул Бөрйәнгә ҡайта.
Көнкүреш йортонда эш башлаған Лилиә Әкрәм ҡыҙы тәүҙә ҡатын-ҡыҙҙарҙың ғына сәсен ҡырҡа.
Бер ваҡыт йәш ҡыҙҙы ир-егеттәрҙең залына ҡуялар. Ул ваҡытта көнкүреш йортонда айырым ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар залы була. Бөтәһе 4-5 парикмахер ике смена менән эшләй. Ир-егеттәрҙең сәсен алыу буйынса әле тәжрибәһе булмаған ҡыҙға районда билдәле генә оло бабай килеп ултыра.
-“Полубокс” һораны. Мин уны белмәйем бит инде. “Ул нисек була һуң ул?” - тип һораным. Клиент аңлатҡас, тырышып эшкә тотондом. Икенсе юлы теге бабай килде лә: “Мин һиңә башҡаса килмәйем, ҡыҙым, үпкәләмә. Әбей минән, уй, бабай, һиңә таҡыя кейҙереп ҡайтарғандар бит, тип көлдө”, ти. Тәүге тапҡыр алғас ни, өҫ яғындағы сәсен ҡалдырып, уратып ҡырҙым да, етмәһә, араһын ныҡ ҡына итеп тигеҙләнем. Ысынлап та, хас та түбәтәй кейгәндәй булып ҡалғайны шул, - тип тәүге тәжрибәһе хаҡында көлөп иҫләй Лилиә Әкрәм ҡыҙы. -Ә ҡатын-ҡыҙҙар тәүҙән үк риза булып, оҡшатып сығалар ине.
Ваҡыт үтеү менән Лилиә Вәлиуллина парикмахер серҙәренә тағы ла ныҡлап төшөнә, төрлө курстарҙа белемен камиллаштыра. Бөгөн мастер-универсал һәр клиентының теләген дөрөҫ аңлаған, тәжрибәле, оҫта парикмахер булып танылған. Ул клиенттарының тик үҙҙәренә генә килешкәнен тура килтерә белә, уларҙың прическалары матур булһын өсөн бар күңелен һалып эшләй.
Уның һөнәре, тәүге нәүбәттә, етеҙлекте, зауыҡлы булыуҙы талап итә. Ә Лилиә Әкрәм ҡыҙы был яҡтан һынатмай – йәштәрсә дәртле, үҙе ихлас, сәстәрен дә һәр саҡ матур йөрөтә.
Өс бала тәрбиәләп үҫтергән әсәнең уртансы ҡыҙы Регина әсәһе юлынан киткән. Ул Өфө ҡалаһында эшләй.
-Көнкүреш йортондағы хеҙмәттәр тарҡала башлағас, өйҙән эшләүгә күстем. Балаларым клиенттарым араһында үҫте тиһәң дә була. Регина ҡыҙым бәләкәйҙән бик ҡыҙыҡһынып, 9-сы кластан уҡ сәс ҡырҡа башланы. Шул ваҡыттан алып сәсемде тик ҡыҙымдан ғына ҡырҡтырам, буятам, - ти ул.
Лилиә Әкрәм ҡыҙы сәс ҡырҡыуҙан тыш, уларҙы буяу, бөҙрәләтеү, тәрбиәләү хеҙмәттәрен дә күрһәтә. Көн дауамында клиенттары менән аралашырға тура килгән парикмахер ниндәйҙер кимәлдә психолог та.
-Сәстәрен ҡырҡтырып, яңы прическа эшләтеп сыҡҡан гүзәл заттарҙың шунда уҡ кәйефтәре күтәрелә. Әйтәләр бит, сәс остарында кире энергия йыйыла тип, бәлки, дөрөҫтөр ҙә. Ауырыңҡырап килһәләр, “Ой, күҙҙәрем асылып китте”, йә “Ҡан баҫымым нормалләште”, тип ҡыуанып сыҡҡандар бар. Һәр клиент яҡын кешең кеүек була башлай. Даими клиенттар тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Улар менән төрлө темаларға һөйләшәбеҙ. Кеше бит ҡыуанысын, йә ҡайғыһын кем менәндер уртаҡлашҡыһы килә, - ти һөйләшкән арала клиентының сәсен матурлап та бөткән парикмахер.
“Эйе, ул тыңлай ҙа, тынысландыра ла, дәртләндерә лә белә. Мин үҙем 25 йылдай тик Лилиәгә йөрөйөм”, - ти, уның һүҙҙәренә ҡеүәт өҫтәп Надежда Ғилманшина.
“40 йыл әҙ ваҡыт түгел бит, эшегеҙҙән арымайһығыҙмы?” тигән һорауыма: “Көн дауамында аяҡ өҫтө торорға, бер кеше эргәһендә нисәмә өйөрөлөп сығырға тура килә бит, әлбиттә, арыта. Әммә эшем бер ҙә генә лә ялҡытмай, һәр саҡ яратып башҡарам, - ти шөғөлөнән йәм, тәм табып, кешеләргә матурлыҡ өләшеп йәшәүсе Лилиә Вәлиуллина.