Мәшғүллек үҙәге хеҙмәткәрҙәре “Ватан һаҡсылары” фонды менән берлектә “Беҙ бергә. Именлек һәм бәрәкәт өсөн” тигән сара үткәрҙе. Осрашыуҙың темаһы - “Матурлыҡты үҙ ҡулдарыбыҙ менән ижад итәбеҙ”. Унда МХО-ла ҡатнашыусыларҙың әсәйҙәре, башҡа теләүселәр ҡатнашты.
-Сараның спикеры итеп Иҫке Собханғолдан Таңһылыу Балдыбаева саҡырылды. Ул балаҫтар һәм эпоксид ыҫмаланан биҙәүестәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Оҫта үҙенең был эштәргә нисек тотоноп китеүе, ҡыҙыҡлы осраҡтар хаҡында һөйләне, тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Ҡатын-ҡыҙҙар тормошта килеп тыуған хәл-ваҡиғалар, уларҙын сығыу юлдары хаҡында ла әңгәмәләште.
“Күберәк үҙаллы өйрәндем: видеодәрестәр ҡараным, оҫталарҙа курстар үттем. Яңы идеялар табыр өсөн эш процесы ваҡытында эксперименттар эшләргә лә тура килде. Был - тотошлайы менән ижад!” – тине Таңһылыу Әлимбай ҡыҙы.
Сарала район хакимиәте башлығының иҡтисад, эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса урынбаҫары Илфат Ғәлин ҡатнашып, креатив (ижади) индустрия реестры хаҡында һөйләне.
Ижади оҫталыҡ дәрестәре ҡатнашыусыларға бик оҡшай, улар күңелдәре менән ял итә, үҙҙәре өсөн яңы мөмкинлектәр аса.
Таңһылыу Балдыбаеваға ижади уңыштар, ҡыҙыҡлы проекттар һәм рәхмәтле клиенттар теләйбеҙ, - ти мәшғүллек үҙәге етәксеһе Н. Ишкилдина.
Т. ЙЫҺАНУРОВА.
Сығанаҡ:
Центр занятости населения по Бурзянскому району