Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
8 Август 2025, 08:00

Тоҡомдары менән ҡортсолар

Райондың ғына түгел, республиканың брендына әйләнгән Бөрйән балы менән дан тотҡан төйәгебеҙҙә атай-олатайҙарының ҡортсолоҡ кәсебен дауам иткән ғаиләләр бихисап. Шуларҙың береһе – Ырғыҙлынан Һөйөшевтар. Иҫ белгәндән алып бал ҡорттары араһында үҫкән, уларһыҙ тормошон күҙ алдына ла килтермәгән, үҙе лә бал ҡорто кеүек егәрле замандашыбыҙ ул Юнир Һөйөшев.

Тоҡомдары менән ҡортсолар
Тоҡомдары менән ҡортсолар

Һүрәттә: Юнир Һөйөшев ҡыҙҙары Гөлнәзирә, Сафия һәм ҡунаҡ ҡыҙы менән

Ҡортсолоҡҡа һөйөү – нәҫелдән

Юнир Ширғәле улы Күгәрсен районының Һөйөш ауылында тыуған. 6-сы класта уҡығанында Ырғыҙлыға күсеп киләләр. Һигеҙ балалы ғаиләлә балаларҙың күбеһе тормошон ҡортсолоҡ менән бәйләгән. Юнир ағай үҫмер сағында, ҡорт ҡарайым, тип мәктәпкә лә бармай йөрөп ала. Армияла хеҙмәт иткән осорҙа ғына ҡорт ҡараманым, ти ул.

-Олатайым Вәләүтдинде атайымдың һөйләгәндәренән генә беләм. Ул күпләп солоҡ тотҡан.

Бәләкәй саҡта урмандан балды йөкмәп-йөкмәп ташый торғайныҡ, тип һөйләгәйне атайым. Олатайым бик иртә вафат булған. Миңә уны күрергә насип булманы. Атайымдың да эше ҡортсолоҡ менән бәйле ине.  Ғүмере буйы “Хоҙайбирҙин” колхозында ҡортсо булып эшләне.

Батран йылғаһы буйында Умартайорт тигән урында колхоздың бик ҙур умарталығы булды, шунда эшләне ул, балды тонналап тапшыра торғайны. Әсәйем дә олоғайғансы ҡорттарҙан айырылманы. Элек нисектер бал күп ине. Мин үҙем дә бер баш ҡорттан бер феләге бал ала торғайным. Хәҙер ҡорттар шул уҡ эшләгән һымаҡ, ләкин бал әҙ.

Тоҡомдары менән ҡортсолар

“Үҙебеҙҙең ҡортто һаҡлайыҡ!”

-Һауа шарттары, тәбиғәт үҙгәрә микән. Ситтән килгән ҡорттар менән дә бәйлелер инде балдың кәмеүе. Сит ҡорттар менән бергә төрлө ауырыуҙар килә. Улар беҙҙең ҡортто бөтөрә. Шуны ҡайһы бер райондаштарыбыҙ һаман аңламай. Электәре ҡорттоң талпаны булһа, дауалау менән бөтә торғайны. Хәҙер талпан эләктеме - бөтә ҡортоңдо юҡҡа сығарыуы мөмкин. Бөгөнгө көндә ауырыуҙарға ҡаршы яңынан-яңы дарыуҙар сығып тора. Мин варроатозға ҡаршы ҡорттарға, балға зарар килтермәй торған экопласт тип аталған пластиналар ҡулланам. Дауалауҙы көҙгөлөккә ҡалдырмайым, умартанан магазинды алғандан һуң шунда уҡ ошо пластиналарҙы ҡуйып барам. Ә көҙгөлөк, ҡышлауға ултыртыр алдынан, мотлаҡ «Бипин» бирәм. Беҙҙә бит ҡортсолар ҡорттарын, ғәҙәттә, көҙгөһөн дауалай. Кемдер амитраз йә флувалинат менән эшкәртә. Был препараттар ҡорттоң талпан тешләгән яраһына тейҙе ниһә улар ояһын ташлап төрлө яҡҡа осоп китә лә бара. Көҙгөлөккә ҡорттар былай ҙа әҙәйә, үрсеү кәмей бит инде. Шулай уҡ ҡорттар бал йыйған мәлдә бындай дарыуҙарҙы ҡулланырға кәрәкмәй. Иртә яҙҙан һәм бал алып бөткәндән һуң эшкәртергә мөмкин. Ҡорттарҙың августа сығарылған балалары ҡышлауға китә, улар варроа талпанынан тешләнмәй, ҡышты имен сыҡһын өсөн ошо мәлдә дауаларға тәҡдим итер инем. Минең өсөн иң мөһиме – ҡорттарҙы дөрөҫ итеп ҡышлауға әҙерләү. Сөнки бер йылы беҙҙең ҡорттар ныҡ кәмене, 50 баш күстән ҡышты 14-е генә имен сыҡты, - ти ул. Бер нисә ҡортон тышта ҡышлатып, был юҫыҡта ла күп тәжрибә туплаған хәҙер.

Балдың сифаты үҙгәрмәһен тип тырыша ҡортсо. Ябай ғына күренгән әйберҙәргә лә бик иғтибарлы. Мәҫәлән, балды борор алдынан мисәтләнгән кәрәҙҙе ҡырғанда бысаҡты һыуға мансып торһаң, балдың өҫтөндә күперектәр барлыҡҡа килә. Шуға ла һыуҙы яҡын да юлатмайым хәҙер, ти ул. Бал өҫтөнә резина бөртөксәләре төшмәһен өсөн, медогондың ҡайыштары аҫтына һаҡлаусы ҡоролмалар урынлаштырған. Әйткәндәй, бал бороу процесын еңеләйтеп, электр менән эшләүсе ҡорамал тотона улар.

Ҡорттарҙың ҡанын яңыртыу теләге менән Юнир ағай үҙебеҙҙең башҡорт ҡортон – урта рус тоҡомло ҡорттар эҙләй башлай. Табып алып ҡайта, әммә уларҙың эшенән ҡәнәғәт булмай, үҙебеҙҙең ерлектәге ҡорттарҙы ғына үрсетергә тигән ҡарарға килә. Тора-бара беҙҙең ҡорттар менән буташып, тоҡом барыбер көслөләнде ул, ти. Бер йылда умарталарын күрше район биләмәһенә урынлаштырып ҡарай. Балдың тәме үҙгәргәнен һиҙгәс, ҡабат йөрөмәй.

Тағы ла шуныһы - бал ҡорттарының тәбиғи айырыуы яҡлы ҡортсо.

“Ҡыҙҙарым үҙемдән күберәк белә”

Шулай тип ҡыуана Юнир ағай. Тормош иптәше, шулай уҡ ҡортсо ғаиләһендә үҫкән Мәҡсүт ауылы ҡыҙы Дилә ханым менән улар ҡурсаҡтай 4 ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Ҡыҙҙар эш айырмай, атай менән әсәйҙәренең уң ҡулдары булып буй еткерәләр. Өлкәндәре Наҙгөл БДУ-ның Стәрлетамаҡтағы филиалында юридик белем алған. Гөлнәзирәләре колледжда график дизайн буйынса, Ләйләләре реклама бүлегендә уҡып йөрөйҙәр. Бәләкәс ҡыҙҙары Сафияға 10 йәш. Мәктәптә «5»-легә генә уҡый. Уҡыусылар араһында уҙғарылған “Йыл лидеры” конкурсы еңеүсеһе булған. Ғөмүмән, Һөйөшевтарҙың бөтә ҡыҙҙары ла яҡшы уҡыйҙар, йырға, бейеүгә, һүрәт төшөрөүгә әүәҫтәр. Ҡорт ҡарағанда һәр ваҡыт атай янындалар. Шундай ярҙамсылар булмаһа, мәшәҡәтле лә, яуаплы ла был эште яңғыҙ ғына алып барыу бик ауыр булыр ине.

-Наҙгөл 6-сы класты бөткәндә үк үҙенең ҡорто булды, үҙе генә ҡараны. Бер ваҡыт Юнир ауырып китте. Наҙгөл 8-се класта уҡый ине. Ҡорт айырған ваҡыт. Наҙгөл менән икәүләп сыҡтыҡ. Инәләрен ҡырҡабыҙ. Гел атаһының янында йөрөгәс, бөтә нәмәне белә, мин ярҙамсы ғына булып йөрөнөм. Бер ҡорт эй ныҡ уҫал булды, ҡулды саға ла саға. Хатта дымарға ҡаҙап бөттө ҡаяуҙарын. Минең түҙер әмәлем ҡалманы. Эй, айырһа айырһын да ултырһын, тоторбоҙ ҙа ябырбыҙ, тием ҡыҙыма. Әсәй, атай ҡортто асҡас, бер ваҡытта ла кире япмай, ҡырҡып бөтәбеҙ инде, тип тәки эшләп бөттөк. Ҡулдарыңды минекенән дә күберәк саҡтылар, һыҙлайҙыр инде, тип йәлләйем үҙен. Ауыртыуҙан Ҡотанға тиклем йүгереп сығыр инем, түҙәһең инде, тигән була ҡыҙым.

Рамдарҙы ла ҡыҙҙар менән бергәләшеп эшләйбеҙ. Юнир рамды сөйләп тора, Гөлнәзирә тишеп ултыра, Сафия сымдарҙы үткәрә, мин нығытып ҡуям, Наҙгөл балауыҙ йәбештерә. Бер көндә шулай 28 рам эшләп алдыҡ. Мин хәҙер ҡорт ҡарашырға, балды борорға әллә ни сыҡмайым. Ҡыҙҙар өлгөрмәгәндә генә ярҙам итәм, - ти хужабикә.

Ҡорттан башҡа ла мәшәҡәттәре етерлек уның. Баҡсаларында ниндәй генә емеш ағасы үҫмәй – крыжовник, ҡарағат, виноград, һары слива, ҡара ҡурай еләге – барыһы ла уңа. Йыл да йөҙөшәр төптән артыҡ помидор, кәбеҫтәнән емертеп уңыш алалар. 3-4 баш һыйыр малы ағын эшкәртеп, 50-ләгән тауыҡ себешен үҫтерергә лә күпме тырышлыҡ кәрәк. Үҙҙәренән артҡанын һатып та ебәрәләр. Ул арала эшкә лә барып өлгөрә Дилә Рәжәп ҡыҙы – мәктәп интернатында төнгө тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләй.

-Ҡыҙҙар күмәк булғас, эште тиҙ генә эшләйбеҙ ҙә ҡуябыҙ. Ҡорт тотҡан ғаиләлә өйҙә тик ултырған кеше булмай ул, - тип көлә Дилә апай.

-Ниндәй эшкә тотонһағыҙ ҙа уны яратып эшләгеҙ, тип өйрәтәм ҡыҙҙарға. Хәҙер үҙҙәре минән күпте беләләр, үҙҙәре беҙҙе өйрәтә, - ти атай кеше.

Тоҡомдары менән ҡортсолар

Айыуҙар ҙа бал ярата

Һөйөшевтарҙың 70-80 баш ҡортоноң күпселек өлөшө урмандағы умарталыҡтарында. 2022 йылдың яҙында уларға айыу һөжүм итә. 7 даданды туҙҙырып, балын ашап китә.

-Дадандарҙы еңел булһын өсөн сендвич панелдән үҙем эшләп алам. Шул дадандарҙы рәхәтләнеп туҙҙырған. Өйҙә бик сифатлы булмаған электр көтөүсе бар ине. Шуны булһа ла ҡуяйым, тип алып килдем умарталыҡҡа. Ҡуйып йөрөһәм, этем өрҙө-өрҙө лә ҡасып китте. Мин шунда уҡ айыу икәнен һиҙендем, балтамды тоттом да «Нива»ма ултырып ҡаршыһына сыҡтым. Инде уға барып еттем тигәндә генә урманға инеп ҡасты. Машинанан төшөп, балта менән артынан баҫтыра бирҙем әле. Аҙаҡ уйлайым, кире боролһа, мин нимә эшләйем инде. Асыуым шулай көслө булғандыр инде.

Көндәр аяҙығас, оло ҡыҙым менән ҡорттарҙы асып, дадандарға рам өҫтәп сыҡтыҡ. Эшләп бөткәс, кәртә-тирәне рәтләп йөрөйбөҙ. Ниндәйҙер тауыш сыға. Этте ҡорт сағып һығылып ята микән әллә, тиһәм, ул ҡурҡып йәшенеп ята. Тимәк, айыу тағы килде, тигән уй үтте.  Ҡараһам, умарталыҡҡа етеп кенә килә. «Штиль» бысҡыһын тоттом да ҡаршыһына киттем. Уныһы тоҡанмай ҙа ҡуя. Саҡ тоҡандырҙым. Үҙебеҙ ҡысҡырабыҙ китһен тип. Айыу муйынын һуҙып алған да миңә ҡарап тик тора. Оло ҙур айыу, үҙе ябыҡ. Боролоп китә бирә лә, туҡтап, кире ҡарап ала. Шулай инеп китте урманға. Артыма боролһам – балта, бысаҡ тотоп ҡыҙым тора. Тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Айыуҙан әллә ни ҡурҡмай торғайным, шунан һуң шөрләтә. Шул уҡ йылда электр көтөүсенең сифатлыһын алып ҡуйҙым, видеокамера урынлаштырҙыҡ. Хәҙер айыуҙы өйҙә телефондан күҙәтәбеҙ. Умарталыҡҡа килә, уратып йөрөй, ток һуҡҡас, инә алмай.

Балсы ҡулынан бал тамыр

Тамсылап йыйылған балдың ҡәҙерен ҡортсоноң үҙенән дә яҡшыраҡ белгән кеше юҡтыр. Егәрле бөжәктәр хаҡында Юнир ағай сәғәттәр буйына һөйләргә әҙер. Түҙемлек, оҫталыҡ талап иткән был шөғөлдөң үҙ ауырлығы, үҙ нескәлектәре бар. Умартасының эше һауа торошона, йылдың нисек килеүенә, тәбиғәт шарттарына бәйле.

-Быйыл яҙ иртә килгәс, ҡорттарҙы ла иртәрәк - марттың 27-ләре үк сығарҙыҡ. Бал уҙған йыл менән сағыштырғанда, әлбиттә, яҡшы. Әммә алдағы йылдарҙан хөртөрәк. Йүкә балын күптәр ала алманы. Сөнки сәскә атыу ваҡыты 4 көн генә булып өлгөрҙө лә ямғырҙар яуҙы. Беҙҙең умарталыҡта, шөкөр, йүкәлек тә сағанлыҡ. Саған сәскә атҡан йылда йүкә лә һәйбәт сәскә ата. Саған сәскә атҡанда йүкәнең бөрөһө сыға башлай. Шул ваҡытта ҡырау төшһә, саған балы ла, йүкә балы ла булмай. Мин үҙем иң нығы йүкә балын яратам. Шуға ла ошо осор миңә бик мөһим, - ти ҡортсо.

Юнир Ширғәле улы егерме биш йылдан ашыу совхозда, хәҙерге Салауат исемендәге ауыл хужалығы кооперативында ҡортсо булып эшләгән. Ҡортсолоҡ эшен тап ул башлап ебәргән унда. Йылына 1 тонна 800 килограмдай бал тапшыра торғайным, тип хәтерләй. Һуңғы 2 йылда Ырғыҙлы мәктәбендә ҡортсо булып йөрөй. Уның өсөн эштең ҡорто, үҙемдең ҡорт тигән айырыу юҡ. Барыһын да берҙәй тигеҙ ҡарай. Мәктәптең балы ла быйыл һәйбәт булған. Уҡыуҙар башланғас, балаларға ашатыуға тотонасаҡтар.

-Ҡортсо булып яңыраҡ ҡына эшләй башлауына ҡарамаҫтан, Юнир Ширғәле улы үҙен үҙ һөнәренең оҫтаһы итеп күрһәтте. Ул ҡортсолоҡ серҙәрен ҙур ихласлыҡ менән уҡыусыларға ла өйрәтә. Мәктәпкә кәрәкле әйберҙәр алыуға ла ярҙамы күп булды, - ти уның хаҡында мәктәп директоры Айгөл Ғазина.

Һөйөшевтарҙың хәҙер сит илдәрҙән дә даими һатып алыусылары бар. Ҡаҙағстандан, Дағстандан күмәртәләп алған кешеләр бал миҙгелен көтөп кенә торалар, алдан уҡ заказ бирәләр. Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан килгән һатып алыусылары ла тик Бөрйән балына ғына өҫтөнлөк бирә икән.  Ҡайһы берәүҙәр 4 йыл элек һатып алған балдың шул килеш һаҡланыуына һоҡланыуҙарын, хатта тәмлерәк тә булыуын, ҡәҙерләп кенә тотоноуҙарын белдереп китәләр.

-Бер йылы балды Мәскәүҙәге бер ресторанға тип алып киттеләр. Улар үҙҙәрендә экспертиза үткәргәндәр икән. Миңә шылтыраттылар ҙа, һин беҙгә ниндәй бал һаттың ул, тиҙәр. Мин аптырап киттем. Баҡтиһәң, беҙҙең балдың диастаз һаны 38-ҙән ашыу күрһәткән, - ти Юнир ағай. Балдың диастаз һаны уның ҡиммәте, сифаты тураһында һөйләй. Мәҫәлән, көньяҡтағы балда ул 5-9, Алтай балында 15-25, башҡорт балында 25-40 була икән.

Хеҙмәтенә күрә - хөрмәте

Һөйөшевтар, ихтирамлы, өлгөлө ғаиләләрҙең береһе. Ғаилә башлығы БР Ауыл хужалығы министрлығының, район, ауыл хакимиәтенең, Салауат исемендәге АХК-ның бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. 2001 йылда ул Мәләүез ҡалаһында үткән республика ҡортсолар ярышында еңеүсе була. 2011 йылда республикала “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” тип таныла һәм БР Хөкүмәте дипломы менән бүләкләнә. “Бөрйән балы – башҡорт даны” фестивалендә йыл да ҡатнашып, “Иң тәмле бал” номинацияһында еңеүселәр рәтендә була.

Тоҡомдары менән ҡортсолар

Бал - иң таҙа ризыҡ

Борондан халҡыбыҙ бал менән дауаланған. Организмды һауыҡтырыу сараһы булараҡ уға тиңдәр юҡ. Хатта һау-сәләмәт булһағыҙ ҙа, балды иртән ас ҡарынға 1-2 балғалаҡ ҡабығыҙ һәм артынан бүлмә температураһындағы һыу эсеп ҡуйығыҙ, тип өйрәтә табиптар.

Бал – хәҙерге заманда иң таҙа ризыҡ, тип һанай Юнир ағай ҙа. Бөрйән балының данын таратыуға ҙур өлөш индергән мул ҡуллы уңған хужаларҙың эштәре артабан да уң барһын!

Тоҡомдары менән ҡортсолар

Автор: Г. Хафизова
Читайте нас