Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
8 Август 2025, 10:57

“Бөрйән”дә ял итеүе рәхәт!” тиҙәр туристар

Ырғыҙлы ауылында урынлашҡан “Бөрйән” туристик базаһында йыл әйләнәһенә мең ярымдан ашыу кеше ял итә. Бигерәк тә күрше республика-өлкәләрҙән килеүселәр күп. Туристик базаны тыныс ял итергә теләүселәр ҙә, әүҙем ялға өҫтөнлөк биреүселәр ҙә үҙ итә. Бында Ағиҙел йылғаһы буйлап ағып төшөргә, атта һыбай һәм квадроциклда йөрөргә мөмкин, тәбиғәткә һоҡланып йөрөү өсөн хәүефһеҙ һуҡмаҡтар булдырылған, төрләндереп ашатыу ҙа ҡаралған, мунса, бассейн бар.

“Бөрйән”дә ял итеүе рәхәт!” тиҙәр туристар
“Бөрйән”дә ял итеүе рәхәт!” тиҙәр туристар

“Бөрйән” туристик базаһы бынан теүәл 10 йыл элек үҙ эшен башлай. Уның хужаһы Динар Зарипов – Ырғыҙлы егете. 11-се синыфтан һуң Өфө авиация-техник университетын тамамлаған егетте атаһы ауылға саҡырып ҡайтарғас, үҙ эшен башларға ҡарар итә ул. 2014 йылда туристик базаны төҙөүгә 300 мең һум күләмендә дәүләт ярҙамы алып, атаһы Салауат ағайҙың пилорамында бөтә материалдарҙы үҙҙәре етештереп, дөйөм алғанда, 54 кеше һыйҙырышлы 5 өй, 1 ҡунаҡхана, ашхана төҙөп ултырталар.

-Эшләйем, тиһәң дәүләттән ярҙам алып була. Мин 2015 йылда лизингҡа «Газель» автомобиле алдым. Унан тыш, Өфө ҡалаһында үткән йәштәр проектында ҡатнашып, 250 мең һум аҡса оттом, турбазаның етешһеҙ урындарын матурлар өсөн 500 мең һум күләмендә аҡсалата ярҙам алдым. Бында атай менән минең ҡул теймәгән таҡта, сөй юҡ, барыһы ла үҙебеҙҙең ҡулдар менән эшләнгән. Хәҙер өйҙәрҙә санузел үткән, бар уңайлыҡтар булдырылған.

Беҙгә ғаиләһе, туғандары менән килеп ял итеүселәр күп. 10 йыл эшләгән осорҙа йыл һайын килеп ял итеүселәребеҙ бар, күптәре менән хатта дуҫлашып бөттөк. Ныҡ оҡшатып, бер йәй эсендә 2 тапҡыр ҙа киләләр. Бигерәк тә Октябрьскийҙан килеүселәр бихисап, - ти Динар Салауат улы.

Туристик база Зариповтарҙың ғаилә бизнесы, тиһәң дә хата булмаҫ. Сөнки Динар базаны төҙөй башлаған йылда ғаилә ҡорған. Кәләше Илсиә Ислам ҡыҙы Ҡотан ауылы һылыуы, тормош иптәшенең уң ҡулы. Эшлекле, уңған ғаиләлә Искәндәр, Нургизә, Рәсүл исемле балалар тәрбиәләнә. Иң кеселәренә 2 йәш кенә булһа ла, Илсиә туристар менән дә эшләп өлгөрә. Ғаилә башлығы ир-егеттәргә ҡағылышлы эштәрҙе үҙ өҫтөнә алһа, хужабикә аш-һыу әҙерләү, ашатыу, турбазаны таҙа тотоу өлөшөнә яуаплы.

-Әле турбазала 40 кеше ял итә. Ғөмүмән, беҙ аҙнаһына 3 төркөм туристар ҡабул итәбеҙ. Турбаза йыл әйләнәһенә эшләй, ә Ағиҙел буйлап ағыу майҙан алып сентябрь айына тиклем дауам итә. Беҙҙә бер нисә кеше өсөн эш урындары ла булдырылған – инструкторҙар, ашхана хеҙмәткәрҙәре бар. Ял итеүселәрҙе ашатыу өсөн ауылдағы апай-инәйҙәрҙән ҡорот, ҡаймаҡ, һөттө даими рәүештә һатып алабыҙ, - ти ул.

Әйткәндәй, Зариповтарҙың туристик базаһында танылған йырсылар – Илсиә Бәҙретдинова, Элвин Грэй, Рөстәм Ғиззәтуллин, Рәсүл Ҡарабулатов һәм башҡалар ял иткәне бар.

“Беҙ Башҡортостандың ғәжәйеп тәбиғәтен мөмкин тиклем күберәк кеше күреүен теләйбеҙ. Шуға күрә туристик инфраструктураны үҫтереү – иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе», – тигәйне бер сығышында Республика Башлығы Радий Хәбиров.

Динар һәм Илсиә Зариповтар ҙа республикала, районда ошо өлкәне үҫтереүгә үҙҙәренең тос өлөшөн индерә. Тап уларҙың туристик базаһында ял итергә теләүселәрҙең йылдан-йыл артыуы, сит өлкәләр, күрше республикаларҙан килеүселәрҙең күберәк булыуы ошо хаҡта һөйләй. Быға йәш эшҡыуарҙарҙың үҙ эштәрен яратып башҡарыуы, һәр кемде асыҡ күңел менән ихлас ҡаршы алыуҙары, ҡунаҡсыл булыуҙары булышлыҡ итә.

Ауыл мәктәбенә, төрлө сараларға, МХО-ға даими рәүештә бағыусылыҡ ярҙамы ла күрһәтә улар.

“Бөрйән”дә ял итеүе рәхәт!” тиҙәр туристар
“Бөрйән”дә ял итеүе рәхәт!” тиҙәр туристар
“Бөрйән”дә ял итеүе рәхәт!” тиҙәр туристар
Автор: Айгузель Уразаева
Читайте нас