31июль көнө район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәт”ен үткәрҙе. Унда шәхси эшҡыуар И.З. Ишморатовтың проекты, районда туристик инфраструктураны үҫтереүгә гранттар биреү буйынса программала ҡатнашыу буйынса мәсьәлә ҡаралды.
-Дөйөм алғанда, проект маҡсатҡа ярашлы эшләнгән, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге алып барыу өсөн ер участкаһы рәсмиләштерелгән. Был проектты хупларға ҡарар иттек. Ошондай район өсөн кәрәкле проекттарҙы тормошҡа ашырырға мөмкин тиклем ярҙам итергә тырышасаҡбыҙ.
2025 йылдың 22 авгусына тиклем Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә туристик инфраструктураны үҫтереүгә гранттар биреүгә өҫтәмә һайлап алыу конкурсы үткәрелеүен хәтерегеҙгә төшөрөп үтәм һәм ҡатнашырға саҡырам. Дәүләт яғынан ярҙам туризм өлкәһендә инвестиция башланғыстарын тормошҡа ашырыу, бизнесты үҫтереү өсөн яңы мөмкинлектәр бирә. Программа шарттары менән түбәндәге һылтанма аша танышырға мөмкин burzyan.bashkortostan.ru/presscente...
Конкурстар «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ» милли проекты сиктәрендә үткәрелә.
"Эшҡыуарлыҡ сәғәте"н аҙна һайын үткәрәбеҙ. Район, район халҡы өсөн кәрәкле проекттарығыҙ, эшлекле тәҡдимдәрегеҙ менән рәхим итегеҙ. Бәйләнеш өсөн телефон: 8-34755-3-52-50, - тип яҙа үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Рәмил Миңлеәхмәт улы.