Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
1 Июль 2025, 08:15

Ир аҫылы ил эшендә танылыр

Кеше ғүмерҙәренең асылы нимәлә? Ғүмер мәғәнәһен үлсәр бизмәндәр бармы? Эйе, һәр кем был һорауҙарға үҙенсә яуап бирер. Ул шулай булырға тейештер ҙә. Мәҡәләм геройы булған ир-уҙаманды байтаҡ  йылдар беләм һымаҡ. Халыҡ араһында абруй яулаған, эше эш булһын өсөн көндө төнгә ялғап тир түккән, механизаторҙан ауыл хакимиәте башлығы, совхоз директоры вазифаларына тиклем барып еткән ябай ауыл кешеһе – халыҡтың йәшәйеш-көнитмешен төптән белгән, улар менән бергә йәшәгән, бергә тын алған эш кешеһе итеп беләм уны. Яңы Усманда тыуып-үҫеп, ғүмере буйы үҙенең тыуған еренә, ауылына тоғро ҡалған кеше – Бикбулатов Фаил Ғәйнислам улы тураһында һүҙем.

Ир аҫылы ил эшендә танылыр
Ир аҫылы ил эшендә танылыр

Кеше ғүмерҙәренең асылы нимәлә? Ғүмер мәғәнәһен үлсәр бизмәндәр бармы? Эйе, һәр кем был һорауҙарға үҙенсә яуап бирер. Ул шулай булырға тейештер ҙә.

Мәҡәләм геройы булған ир-уҙаманды байтаҡ  йылдар беләм һымаҡ. Халыҡ араһында абруй яулаған, эше эш булһын өсөн көндө төнгә ялғап тир түккән, механизаторҙан ауыл хакимиәте башлығы, совхоз директоры вазифаларына тиклем барып еткән ябай ауыл кешеһе – халыҡтың йәшәйеш-көнитмешен төптән белгән, улар менән бергә йәшәгән, бергә тын алған эш кешеһе итеп беләм уны. Яңы Усманда тыуып-үҫеп, ғүмере буйы үҙенең тыуған еренә, ауылына тоғро ҡалған кеше – Бикбулатов Фаил Ғәйнислам улы тураһында һүҙем.

Тарыуалда (Яңы Усмандың халыҡса атамаһы) Ғәйнислам һәм Кәримә Бикбулатовтарҙың 7 балалы ғаиләһендә өсөнсө булып донъяға күҙен асҡан ул. Атаһы  ғүмере буйы көтөүсе, әсәһе фермала һауынсы була. Йәйҙәрен йәйләүҙә, ҡыштарын Әсебарҙа ҡышлауҙа бил яҙмай эш өҫтөндә булған ҡәҙерлеләренән күрепме, Фаил да бәләкәйҙән эшсән, тырыш булып үҫә. Тормоштоң тәүге һабаҡтарын атаһына эйәреп йөрөп һеңдерә.

-Әсебарҙа артабан Бетерәгә ҡойған Уна тигән йылға аға. Бик балыҡлы була торғайны. Атай, бүтән ағайҙар балыҡ тоталар ҙа, шешкә элеп, миңә йөкмәтеп, яңғыҙымды Әсебарҙағы өйгә ҡайтаралар. Балыҡ ергә һөйрәлә яҙып бара торғайны.

Ул Әсебар элек ҙур ғына ауыл булған, леспромхоз гөрләп эшләп торған. Мин иҫ белгәндә унда Сәмиға тигән инәй генә йәшәй ине.

Ауылда саҡта Сәйфетдинов Ғәйфулла ағайҙың белорусына (тәгәрмәсле трактор) ултырып йөрөргә ярата торғайным. Киләсәккә хыялым да ошо тракторҙы йөрөтөү булды.

Башланғыс кластарҙы үҙебеҙҙә тамамлағас, артабан Иҫке Собханғол мәктәбенә бара торғайныҡ. Сөнки ауылда мәктәп башланғыс ҡына булды. Унда 5-се класта Мәндәғол, Кейекбай, Шүлгән, Тарыуал балалары бергә уҡыныҡ. 6-сы класҡа беҙҙе район үҙәге уҡыусыларына ҡуштылар. Класс етәксебеҙ Тамара Зәйләғи ҡыҙы Ғәбитова. Бик кешелекле, һәйбәт уҡытыусы булды.

Беҙ 8-се класҡа бара торған йылда Байғаҙыла интернат асылып, шунда уҡыныҡ. Һигеҙҙе бөткәс, Магнитогорск ҡалаһына монтажникка уҡырға барырға теләһәм дә, ағай тейешле кеше, урыҫса белмәгән көйө анда нимештәйең, ана, Баймаҡта СПТУ асыла, шунда уҡырһың, тигәс, Байғаҙыға документтарҙы алырға барһам, директор Рауил ағай Ғәбитов, урта белем алырға тейешһең, тип документтарҙы бирмәне, - ти Фаил Ғәйнислам улы.

Белем алғас, ауылда комбайнер, тракторист ярҙамсыһы була.

1978 йылда үҙҙәрендә уңышты йыйып бөткәс, “Марс” хужалығының Атайсалдағы һолоһон урышырға ярҙамға баралар. Армияға повестка уны шунда барып таба. Тырыш егеттең хеҙмәтен баһалап, клубта йыйылыш үткәреп, хужалыҡ етәксеһе бүләк итергә ҡушҡан сәғәт һатыуҙа табылмағас, свитер бүләк итеп оҙаталар әрмегә. Учебканы Һамарҙа, төп хеҙмәтен Германияла үтә.

Ҡайтҡас, ике аҙна ял итеп тә өлгөрмәй, бригадир Рәшит ағай Хәкимов эшкә саҡыра. Шулай 7 йыл механизатор булып эшләй. Унан бригадир итәләр. 5 йылдан һуң ситтән тороп Сибай педагогия училищеһына уҡырға ла инә әле тырыш, маҡсатлы егет. Фаил Ғәйнислам улы эшләгәндә һәр ваҡыт беренселәр рәтендә була. Хеҙмәт алдынғыларына бирелә торған юллама менән үҙе хеҙмәт иткән Германияға ла ҡабаттан барыу бәхете насип була.

-Сибайҙа училищела дәүләт имтихандарын тапшырып йөрөһәм, сәләм килеп етте – мине йәштәр бригадир итеп үткәрергә ныҡышҡандар. Быға тиклем эшләгән Ғәйфулла ағай Сәйфетдиновты Фрунзе исемендәге хужалыҡҡа етәксе итеп ебәрәләр икән. Ағай үҙе барһа ла, ғаиләһе китмәй ҡалғайны, шуға ул бер йылдан кире ҡайтып төштө. Ғәйфулла ағайҙы  үҙенең урынына бригадир итеп ҡуйырға булғас, ағай мине учетчик итеп алырға ниәтләне. Ләкин тап шул мәлдә мине мәктәпкә эшкә саҡырҙылар – рәсем, хеҙмәт, һыҙма фәндәренән уҡыта башланым. Унда 3 йыл эшләнем. Бер мәл мәктәп директоры Р. Бикмөхәмәтов тәҡдиме менән балаларға хеҙмәт лагеры ойошторҙоҡ. 10 гектар ер алып, мал сөгөлдөрө сәстек. Директор совхоздан Т-40 тракторы алып бирҙе. Байғаҙынан культиватор юллап алдыҡ. Уңыш ныҡ шәп булды. Хатта балалар менән барырға Мәскәүгә юллама бирҙеләр. Мин балалар менән юлда йөрөп өйрәнмәгәнмен, тип урыныма М. Шәриповты ебәрҙем.

Байтаҡ йылдар ауыл советы депутаты итеп тә һайланылар.

Бер мәл ул ваҡыттағы район етәксеһе Ғилман ағай Сәфәрғәлин саҡырып алып, мине Байғаҙы ауыл советына рәйес итеп ҡуйырға тәҡдим итте. Әлбиттә, баш тарттым. Райсоветтан Әхәт Ишкилдин килде, совхоз етәксеһе Тимерғәле Ямғурсин да ярҙам итергә вәғәҙәләне. Шулай            көсләп күндереп ҡуйҙылар. Байғаҙынан абруйлы ағай, уҡытыусы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Миһран ағай Баязитов та, эшләп ҡара, ярҙам итербеҙ, тине. Ғөмүмән, ололар кәңәштәренән ташламаны, - тип ғүмер сылбырын тағатыуҙы дауам итте Фаил Ғәйнислам улы.

“Ауыл хакимиәтендә эшләгәндә иң ауыры нимә булды?” тигән һорауҙы бирмәй булдыра алманым.

-Иң ауыры – көтөү ойоштороу. Ләкин ул мәсьәләне йырып сыға алдыҡ. Хатта беҙҙең Байғаҙы сельсоветы был йәһәттән өлгөлө булды. Көтөү ойоштороуҙа бригадир ярҙам итте. Дөрөҫөн генә әйткәндә, тәжрибәле, эшләп өйрәнгән көтөүселәрҙе ферма йәйләүенә мал көтөргә алып китеп бөтәләр ине. Шулай ҙа яңы кешеләр менән нисек тә һөйләшеп, көтөү ойоштора инек.

Халыҡ ныҡ ярҙам итте. Хужалыҡ етәксеһе, бригадир менән килешеп эшләнек. Сенаж, бесән, миндек бәйләү – мал аҙығы әҙерләү кампанияларында ауыл советына ҡараған мәктәп, балалар баҡсаһы, клуб, ФАП хеҙмәткәрҙәре ихлас ҡатнашты. Беҙгә 600-800 центнер мал аҙығы әҙерләп биреү бурысы йөкмәтелә торғайны, - ти әңгәмәсем.

Ауылдарҙа социаль объекттар төҙөү эштәре лә алып барыла. Ф. Бикбулатов ауыл хакимиәте башлығы булған осорҙа Байғаҙыла балалар баҡсаһы, фельдшерлыҡ пункты, Яңы Усманда мәктәп, клуб күтәрелә йәки төҙөп бөтөлә. Бөтә был төҙөлөштәр күп мәшәҡәттәр тыуҙырыуға ҡарамаҫтан, халыҡҡа бик кәрәклектәрен белгән ауыл хакимиәте башлығы аҡса, төҙөлөш материалдары йүнләү өсөн ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәй. Әллә күпме тупһаларҙы аша атлап үтә. Ҡайһыһында аңлау таба, ҡайһы бер “сабаталарын түргә элгән” етәкселәр ябай ауыл хакимиәте башлығын тыңларға ла теләмәй. Ләкин сигенмәй ҡара эштә бешегеп, сыныҡҡан һәм дипломатик фекергә эйә, аҙ һөйләһә лә, аҡыл менән һеңдерә әйтә һәм үҙенең халыҡ өсөн хаҡ юлда йөрөгәнен белгән ҡаратырыш ауыл “малайы” – арыраҡ атлай. Ауылдаштары Хәләф Ишморатовтың ошондай мәлдәрҙә ярҙамы ҙур була. Һөҙөмтәлә, бәғзе бер “сабаталы” түрәләр икенсе барғанында ҡаршыһына ҡара “Волга”ларын ғына ебәреп, ҡолас йәйергә мәжбүр була...

Әллә күпме ишектәрҙе ҡаҡһа ҡаға, үҙенекен итә – балалар баҡсаһы, мәктәп, ФАП ҡалҡа...

-Байғаҙыла балалар баҡсаһын эт ыҙаһы менән күтәрҙек, тиһәм дә була. Бураһы тәпәш ине. Лесничий Яхин Рауил ағайға рәхмәт – хәлде аңлап, йүнен табышты. Рауил ағай: “Йәш кеше яңы эш башлап йөрөй. Ҡустыға ярҙам итәйек”, тине. Ул ваҡыттағы мәғариф бүлеге етәксеһе Л. Ҡаһарманов та ныҡ ярҙам итте. Планға инмәгән объект булғас, аҡсаһы юҡ ине. Шуға төҙөлөш өсөн средстволарҙы бик ауырлыҡ менән табырға тура килде. Уның ҡарауы бөгөн дә балалар шул баҡсаға йөрөй.

Тарыуалдағы мәктәптең дә эше туҡтап ҡалған ине. Етмәһә, уны бәләкәйерәк итеп планлаштырғандар. Физзалы бәләкәй, директор бүлмәһе бөтөнләй планда юҡ ине. Шуларҙы хәл иттек: физзалды ҙурайттырҙыҡ, директорға айырым бүлмә булдырттыҡ. Ҡыйығын да метр ярымға бейегәйттереүгә өлгәшә алдыҡ.

Әйткәндәй, Яңы Усман клубы ла бәләкәйерәк итеп планлаштырылған ине. Фойеһын, тамашасы залын ҙурайттырҙыҡ, икенсе ҡат эшләтеп, китапхана бүлмәһен иркенәйттерҙек. Зарипов, үҙең барып һөйләшеп ҡара, тигәс, кәрәк урынына барҙым. Шуға Хәләф Хәлфетдин улы аҙаҡ, клубтың архитекторы Фаил Бикбулатов, тип көлөп йөрөнө. Ул тыуған ауылындағы төҙөлөштәрҙе даими контролдә тотто, ныҡ ярҙам итте. Клуб бинаһына бер мәл контора, медпункт өсөн бүлмәләр өҫтәргә булып киттек. Социаль үҙәк һымаҡ итергә инде. Шулай иттек тә. Шөкөр, бөгөн ауылдаштар ҙур, иркен, заманса ауыл мәҙәниәт йортона йөрөй.

Байғаҙыла ФАП күтәреү ҙә ауырлыҡ менән барҙы. Ғәлиәкбәрҙән төҙөлөш бригадаһы менән килешеп, был эште шулар атҡарҙы. Тырыш егеттәр ине. Хатта бураны тракторға ҡул менән тейәп аптыратҡандары иҫтә. Күтәреп, башын яптырғас, мин ауыл хакимиәте башлығы вазифаһынан киттем.

Байғаҙы ауыл хакимиәте башлығы булғанда ауылдан тура оло юлға сыҡҡан арауыҡты ремонтлаттыҡ. Башта, әлбиттә, байтаҡ ҡаршылыҡтарҙы үтеп, документ эштәре башҡарырға, аҡса юлларға тура килде. Унан трасса ҡырҡтырҙыҡ.

Йәнә бер бик ҙур эш тураһында телгә алмаһам, яҙыҡ булыр. Ике  ауылда ла электр менән өҙөклөктәр йыш булды. Ул ваҡытта электр ауылдарға Тимер ауылы яғынан килә ине. Электр селтәрҙәре етәксеһе А. Ишбулатовты депутат итеп һайлап, мәсьәләне сессияға сығарып, район хакимиәте тупһаһын тапай торғас, район үҙәге яғынан электр сымдары һуҙыу мәсьәләһе ыңғай хәл ителде. Бик ҙур эште - 12 саҡрым арала арҡырыһы 40 метр булған трассаны ҡырҡыу эшен ике ауыл кешеләре менән атҡарып сыҡтыҡ – Байғаҙы менән Тарыуал араһындағы күл эргәһенән алып Бетерә йылғаһына тиклем 12 саҡрымды халыҡ киңлеге 40 метр булған трассаны ҡырҡа-ҡырҡа үтте!

Ул ваҡытта йәйләүҙәр гөрләп эшләне. Йәйләүҙәргә фельдшерҙы, китапханасыны даими алып барып торҙоҡ. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре концерттар әҙерләп алып барып ҡуйыр ине. Айына өс мәртәбә малсыларға күсмә кино ла күрһәтелде. Улар менән үҙем дә малсыларҙың хәлен белешергә йөрөп торҙом.

Йәнә ул ваҡытта мәктәпкә, медпунктҡа, балалар баҡсаларына, клубтарға ағымдағы ремонт эшләү, уларҙы утын менән тәьмин итеү, ғөмүмән, ҡышҡа әҙерләү беҙҙең елкәлә булды.

Тағы бер иң ауыр эштәрҙең береһе – Байғаҙы ауылында элекке ферма, ат һарайы урындарын таҙалау булып хәтерҙә ҡалған. Цементтан төҙөлгән, бик ҙур ғына майҙан биләгән, 200-ләп баш һауын һыйырҙары һыйҙырышлы аҙбар урынын таҙартыуҙы күҙ алдына ғына килтереп ҡарағыҙ. Ә унан тыш, быҙау, тана-торполар торған һ.б. аҙбар урындары. Малдар ауыл осондағы яңы фермаға күсерелгән, ә бында емереклектәр ятып ҡалған. Халыҡ дәррәү сыҡты. Хәҙер ат һарайы урынында ауыл клубы урынлашҡан. Ферма биләмәһе урынында шәхси йорттар ҡалҡып сыҡты. Дөйөм алғанда, ике ауылдағы бөтә социаль объекттар тиерлек яңырыу кисерҙе.

Үҙем эшләгән осорҙа социаль объекттарҙы иғтибарымдан өҙмәҫкә тырыштым. Мәктәптәргә айына 3 тапҡыр, клубтарға 3 көнгә бер инеп йөрөргә тырыша инем. Медпункттарҙың, балалар баҡсаларының да көндәлек проблемаларын белеп торҙом.

Элек балалар пособиеларына документтар ҙа сельсовет аша бирелә ине. Халыҡтан йыйылған документтарҙы район үҙәгенә үҙебеҙ алып барып тапшырҙыҡ. Ул мәлдә эштәр менән идара итеүсе булып эшләгән Зөлфирә Ишҡолова тултырып ебәргән бер генә документ та кире ҡайтҡаны булманы.

Шулай эшләп йөрөгәндә берҙән-бер көн Ирек Фәсхетдин улы саҡырып алды. “Тарыуалға ҡайтҡың киләме?”, ти. “Үрнәк” совхозына етәксе итеп “ҡоҙалайҙар” икән. Аптырабыраҡ ҡалдым. Малсылыҡ, ҡырсылыҡ тураһында яҡшы белергә кәрәк бит инде. Минең ул тәңгәлдә белемем дә, тәжрибәм дә етешмәй бит, тип ҡаршылашып ҡараным. Ауыл хужалығы тармағын бөтөнләй белмәгән кеше булмаһам да, ҡурҡыта. Ауыл хужалығы тармағы, проблемалары буйынса ойошторолған кәңәшмәләрҙән, йыйылыштарҙан ауыл советы рәйестәре ҡалманы, шуға проблемалары тураһында яҡшы хәбәрҙармын. Ләкин йөк ныҡ ауыр икәнен дә яҡшы беләм бит инде. Хужалыҡтарҙың ауыр осор кисергән мәле. Барыһы ла тиерлек бирәсәктәргә батҡан. Етмәһә, март айы. Хәҙер генә сәсеү башланасаҡ. Техника әҙерме, орлоҡ етерлекме?

Кейҙем инде был “ҡамытты ла”. Бирәсәк булғас, яғыулыҡ һорап нефтебазаларға яҡынлап булмай. Ә сәсеүҙе үткәрергә кәрәк. Шунда уҡ орлоҡ эҙләп сығып кителде. Малсылар менән кәңәш ҡорҙом. Һәм шул ваҡытта үҙем өсөн ҙур һығымта яһаным – тәжрибәле малсылар проблемаларҙы ла, уларҙы хәл итеү юлдарын да минән күберәк белә, шуға күрә улар менән йышыраҡ кәңәшләшеп торорға кәрәклеген аңланым. Шулай яйлап эшләп киттем. Унан күмәк хужалыҡтарҙы тарҡатыу тураһында Ельциндың законы сыҡты. Эшкәртеүселәрҙең ауыл хужалығына ҡарата ҡарашы ныҡ үҙгәрҙе. Хәлдән килгән тиклем хужалыҡтарҙы күпмелер йәшәтергә тырышып ҡараныҡ. Электр энергияһы, һалымдар буйынса бурыстар баҫты. Эшләгән кешеләргә эш хаҡы түләү ныҡ ҡатмарлашты. Түләй алмаһаҡ, электрҙы өҙөп китәләр, һалым түләй алмаһаҡ, пенялар китә... КФХ-ларға, ИП-ларға иғтибар, ярҙам артты.

Күмәк хужалыҡ булған саҡта ауылда эшһеҙ кеше булманы тиерлек.

2013 йылда ауыл хужалығына ҡараш бөтөнләй үҙгәрҙе. Һөт ташыуға, яғыулыҡҡа субсидия бөттө. – Әңгәмәсем күпме тырышлыҡ һалып йәшәтеп килгән хужалыҡтарҙың юҡҡа сығыуы тураһында әсенеп һөйләй.

Эшләп өйрәнгән кеше бер ваҡытта ла юғалып ҡалмай ул – ғүмере буйы хеҙмәттән башҡаны белмәгән ипле һүҙле, олоно - оло, кесене кесе итә белгән Фаил Ғәйнислам улы ла заман арбаһынан төшөп ҡалмау сараһын күрә – үҙенең КФХ-һын ойоштороп, икенсе йылына ҡымыҙ етештерә башлайҙар. Ҡымыҙ фермаһының урыны ла йәтеш була – Бөрйән һәм Баймаҡ райондары сигендә, оло юл буйында. Тарыуал һәм Байғаҙы ауылдары халҡы ла шифалы эсемлекте ҡыуанып һатып ала башлай. Ә юлаусылар хаҡында әйтеп торорға ла түгел. Әле ҡолондары менән бергә 12 баш йылҡы, бынан тыш, үҙҙәренең шәхси хужалыҡтарында 7 баш һыйыр малы бар Бикбулатовтарҙың.

Күрше Байғаҙынан Рәмзилә Салауат ҡыҙы менән матур ғаилә ҡороп, 4 улға ғүмер һәм тәрбиә биреп, юғары белем алырға ярҙам иткән улар. Хәҙер 10 ейән-ейәнсәргә бәхетле олатай һәм өләсәй булып көңгөр-ҡаңғыр ғүмер кисереүҙәре. Хәйер, юҡ әле, хеҙмәт сәме, бәләкәйҙән тәрбиәләнгән ҡаратырышлыҡ, эшсәнлек ташламаған әле Фаил Ғәйнислам улын, уңғанлыҡ, эшләп өйрәнгән ҡулдар һәм күңелендәге сәм һәм  даими физик күнекмәләр (иртәнге физзарядкалар) яһауы арҡаһында бөгөн дә егеттәргә хас кәүҙә-фиғел, көс-дәрт  бабай булып түргә менеп аяҡ бөкләп ултырырға ирек бирмәй – балалары, килендәре ейән-ейәнсәрҙәре менән бергә йыйылғанда 20 булып киткән оло ғаилә өсөн 10х12 ҙурлыҡта заманса итеп яңы йорт төҙөп йөрөй. Бөтә уңайлыҡтар булдырып, балалары ғаиләләре менән ҡайтҡанда иркендә рәхәтләнһендәр өсөн, ҡыҫҡаса әйткәндә, ҙур ғаиләһе өсөн тырышыуы.

Балалары ла ата-әсәһенә оҡшап, тырыш, маҡсатлы. Өлкән улдары Марсель шәхси эшҡыуар, ҡатыны Әлфинә менән  3 бала үҫтерәләр, Иҫке Собханғолда йәшәйҙәр. Маргиздары Магнитогорск ҡалаһында төпләнгән, енәйәт-эҙләү инспекцияһында эшләй. Ҡатыны Әлфинур менән 3 бала тәрбиәләйҙәр. Фазылдары “Газпром газ бүлеү Өфө” йәмғиәтенең Белорет бүлексәһенең Бөрйән филиалы етәксеһе. Ҡатыны Айсинә менән 3 бала үҫтерәләр. Ғаяз Өфөләге З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте директоры урынбаҫары. Ҡатыны Гөлназ менән бер ҡыҙға ғүмер биргәндәр.

-Яңы йылды балалар һәр ҡайһыһы үҙ өйөндә йәки дуҫ-иштәре менән ҡаршылайҙар ҙа 1 ғинуар көнө барыһы ла мотлаҡ беҙгә ҡайтып төшәләр. Балаларыбыҙҙан бик ризабыҙ, - ти Рәмзилә апай.

-Алтмышты үткәс ҙур йорт һалырға ниәт иттем. Хәҙер пенсияламын инде. Малайҙарыма өй төҙөштөм, ҡалалағыларына фатир алырға ярҙам иттем.

Ҡыбырлаһаң, йәшәргә була ул. Хәҙер мөмкинлектәр күп. Бары тик ялҡау булмау һәм киләсәгеңде уйлап, маҡсатлы йәшәү мөһим, - ти Фаил Ғәйнислам улы.

Әйткәндәй, Рәмзилә апай менән әңгәмәләшкән ваҡытта Фаил Ғәйнислам улы үҙем өсөн тағы ла нығыраҡ асылды һымаҡ.

-Фаил ғаилә башлығы, ир булараҡ ныҡ ышаныслы, һәр ваҡыт терәк булды. Аҡсаның бар ваҡыты, юҡ ваҡыты була – бер ҙә ваҡланманы. Улдарыбыҙ барыһы ла юғары белем алды. Балаларҙың белеме өсөн аҡса ҡыҙғанманы. Уҡыһындар, белем алһындар, тип кенә торҙо. Беҙ шулай аҡсаны балаларҙың киләсәге өсөн инвестиция итеп һалдыҡ, өйөбөҙҙө ҡиммәтле йыһаз менән тултырманыҡ. Бер ваҡытта ла байлыҡҡа ҡыҙманыҡ. Хөкүмәт эшендә эшләгән ваҡытта ул өйгә, хужалыҡҡа артыҡ иғтибар итмәне. Ә машинабыҙ булды, әлбиттә, машина ул байлыҡ түгел, ул бөгөнгө заманда донъя көтөү өсөн бик кәрәкле тауар.

Уның мин ихтирам иткән иң ҙур сифаты – бер ваҡытта ла миңә ауыр һүҙҙәр әйтмәне, насар һүҙҙәр менән рәнйетмәне, ҡул күтәреү тураһында һүҙ ҙә юҡ.

Бер эште алдына алһа, яйлап, нөғәтләп, үҙенсә генә итеп эшләргә ярата. Әле йәшәп ятҡан өйҙөң дә кеше менән башҡара торған ҙур эштәренән башҡа барыһын да үҙ ҡулдары менән эшләне. Әле төҙөп йөрөгән өйгә лә кеше ҡушайыҡ, тиһәк, малайҙар ҙа ярҙам итешергә әҙер, юҡ, үҙем эшләйем, ти ҙә ҡуя.

Йәнә бер бик шәп сифаты бар, ул - кешелеклелек.  Бер мәл мин өйҙә юҡ саҡта бер туғаным шылтыратып, проблемаһын һөйләп, килеп китә алмаҫһығыҙмы икән, тигән. Икенсе көн иртәнсәк был, фәлән туғаныбыҙға барып ҡайтырға кәрәк бөгөн, ти. Нишләп кисә үк әйтмәнең, тигәйнем, һин тыныс йоҡлаһын тинем, тей. Ә бер ҡараһаң, характеры ҡаты ғына һымаҡ... Ысын ирҙәр холҡо унда.

Бер ваҡытта ла болғанып, боларып йөрөмәне. Ләкин үҙ һүҙенән ҡайтманы. “Уступкаға” мин бара инем. Ҡатын-ҡыҙҙың сабырлығынан бит ул ғаилә именлеге. Әлбиттә, һүҙ бында эске менән булышмаған ир-ат тураһында бара. Ә эскән кешегә әллә нимә тип әйтһәң дә аңламай бит инде... Ир эсмәһә, ҡатын-ҡыҙ сабыр булһа, донъя ла матур була.

Быйыл минең юбилейымда был йәһәттән килендәрем бик ҡыуандырҙы. “Беҙ ҡәйнәмдең сабырлығына иҫебеҙ китә. Ҡарап тороуға сар-сор кеше һымаҡ, ләкин ҡәйнәм кеүек сабыр ҡатындар бик һирәк”, тине улар.

Фаил ауыл хакимиәте етәксеһе булғанда Байғаҙыға йөрөп эшләне. Донъя көтөү минең ҡарамаҡта булды. Ғүмере буйы эш өҫтөндә булды инде ул.

Йәнә бер ныҡ яҡшы һыҙаты – бик теүәл, бөхтә кеше. Хатта ҡунаҡтан һуң ғына ҡайтһаҡ та, ул сискән кейемдәрен кәлдәп кенә һала, элерен элә.

Ул үҙенең өҫтөндә даими эшләй. Иртәнсәк ҡайҙалыр ҡабаланып юлланырға торғанында ла, тышҡа сыға һалып, 10 минуттай физзарядка яһап ала. Нисәмә йылдар буйы көн һайын шулай! “Организмды уятып алмайынса булмай”, ти ул. Өс операция үткәргәндә лә үҙен лайыҡлы, ныҡлы рухлы ир кеше итеп тотто.

Ғаиләһе, ике яҡ туғандар өсөн дә өҙөлөп тора. Ысын дуҫлыҡҡа ныҡ тоғро. Дуҫлыҡты һаҡлай, баһалай белә.

Әлбиттә, фәрештә түгел. Ләкин уның менән йәшәгән ғүмерем үкенерлек булманы. Ир бәхетен бирҙе Хоҙай, - тине Рәмзилә Салауат ҡыҙы.

Фаил Ғәйнислам улына 2007 йылда РФ Ауыл хужалығы министрлығының  Почет грамотаһы, 2018 йылда хеҙмәт ветераны исеме бирелгән. М. Рәхимовтың Рәхмәт хаты ла ҡәҙерләп һаҡлана. Ул етәкләгән хужалыҡтың эше лә республика кимәлендә бихисап дипломдар менән баһаланған. 2011 йылда ҡымыҙ етештереү буйынса республикала 3-сө урын яулағандар. Әлбиттә, механизатор булған сағында ла, мәктәптә эшләгәнендә лә, аҙаҡ та бирелгән бихисап грамоталары, юбилей миҙалдары бар. Ләкин кешенең кемлеген наградалар ғына күрһәтмәй бит. Маҡсатым да наградаларҙы һанап сығыу түгел. Иң мөһиме, шағир әйтмешләй, “был донъяла эҙең ҡалһын, эҙең ҡалмаһа, бер йылы һүҙең ҡалһын. Аҙашҡандар эҙҙәреңде һуҡмаҡ итер, өшөгәндәр һүҙҙәреңде усаҡ итер”...

“Беҙ кемдәрҙеңдер алдында баш эйеп, бил бөгөп йәшәргә өйрәнмәгәнбеҙ. Бил бөкһәк, хеҙмәткә бил бөктөк, баш эйһәк, тыуған еребеҙгә, бураҙнаға, шифалы шишмәләребеҙгә, ололарыбыҙға һәм һөйөүебеҙгә баш эйҙек”, тигән Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев.

Фаил Ғәйнислам улының тормошо ла шуны иҫбатлай: ғүмере буйы хеҙмәткә бил бөккән, тыуған еренә баш эйгән, ололар аҡылын тотҡан...

Йәнә бер аҡыл эйәһенең ҡанатлы һүҙҙәре иҫкә төшә ошо урында: “Үҙ кейемеңде кей, үҙ һауытыңдан эс, үҙ икмәгеңде аша һәм үҙ йырыңды йырла – ул саҡта бер кем менән бутамаҫтар һине! Һәм ерҙә йәшәүең бер кем өсөн йөк булмаҫ” (Шамил Анаҡ).

Ғүмере буйы үҙ икмәген ашаған, үҙ һауытынан эскән, үҙ йырын йырлаған, йәғни үҙе дөрөҫ тип уйлағанса йәшәгән Фаил Ғәйнислам улы бөгөн дә, шөкөр, кемгәлер йөк булмай, үҙ көйөн көйләп, бынамын итеп донъя көтә. Бала саҡтан эшләп, хеҙмәттең – хәләл көс менән табылған хәләл ризыҡтың татлы тәмен белеп үҫкән быуын кешеһе шул ул. Теге үҙе ҙурлыҡ балыҡ йөкмәп тормоштоң тәүге генә серҙәренә төшөнә башлаған яланаяҡ ауыл малайы тора-бара тормоштоң сүкеш менән һандалы араһында сүкелеп, рух ныҡлығына эйә булған, әрем еҫен еҫкәп, ер ҡәҙерен аңлаған, Данко һымаҡ, юлһыҙ саҡтарҙа ла юл табып, йөрәк яҡтыһы менән артынан башҡаларҙы эйәрткән, ябай халыҡтың хәлен аңлай-тыңлай белгән, уларҙың тормошон еңеләйтеү, яҡшыраҡ, яҡтыраҡ итеү өсөн көндө төнгә ялғаған... Етәксе кеше тап шундай булырға тейештер ҙә.

Кеше ғүмерҙәренең асылы ла шунда – кешеләр өсөн йәшәүҙә, күберәк яҡшылыҡ эшләүҙә түгелме? Ғүмер мәғәнәһен үлсәр бизмән дә ошолор...

Таңһылыу Баһауетдинова.

Ир аҫылы ил эшендә танылыр
Ир аҫылы ил эшендә танылыр
Ир аҫылы ил эшендә танылыр
Ир аҫылы ил эшендә танылыр
Ир аҫылы ил эшендә танылыр
Ир аҫылы ил эшендә танылыр
Автор: Тансылу Багаутдинова
Читайте нас