Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
11 Июнь 2025, 13:00

Уңғандың ике ҡулы ла уң

Иҫке Собханғол баҙарына ингән ерҙә өҫтәл артында бер ханым өйҙә әҙерләнгән ризыҡтар менән сауҙа итә. Оҙон өҫтәлдә нимә генә юҡ: пицца, бәлештәр, сәк-сәк, торт, һәр төрлө эслек менән (ит, йомортҡа, кәбеҫтә, картуф) бөйөрөктәр, өсмөйөштәр, ҡамыр уралған сосискалар, сочнилар һәм тағы әллә нимәләр бар. Бер яҡ ситтә ике төрлө ҡыҙыл эремсек, өҫтәлдең арғы башында бик тәмле буҙа... Иң мөһиме, барыһы ла хәләл ингредиенттарҙан бисмилла менән башлап әҙерләнгән.

Был ризыҡтарҙы әҙерләп алып килгән уңған ханым менән танышабыҙ. Иҫке Монасип ауылында йәшәүсе Фәнүзә Әйүпова икән.

-Беҙ был ризыҡтарҙы күршем Гөлдәр Ҡарағолова менән бергәләп әҙерләйбеҙ. Өйҙән дә һатып ебәрәбеҙ. Заказдар булып тора.

Баҙарға сығып һатыуҙы ошо йылдың 1 майынан башланыҡ. Шуға тиклем дә өйҙән алып китәләр ине. Хаҡы сыға. Буш ятҡансы, ғаилә бюджетына күпмелер аҡса килә.

Ағиҙел буйына төшөп, туристарға ла тәҡдим итергә уй бар. Әлегә уны башламағанбыҙ, - ти Фәнүзә Әйүпова.

Уңғандың ике ҡулы ла уң, тиҙәр бит. Өҫтәлдең һығылып тороуы шуға миҫал. Эйе, эшләргә теләмәгән сәбәп эҙләй, эшләргә теләгән кеше яйын ҡарай.

Районыбыҙҙың киләсәге - туризм, тибеҙ икән, килгән туристарға үҙебеҙҙә етештерелгән ризыҡтар тәҡдим итеү ошо юҫыҡта ҙур аҙым ул.

Эштәрегеҙ уң, табыштарығыҙ мул булһын, уңғанбикәләр!

Автор: Тансылу Багаутдинова
Читайте нас