-Минең эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башлауыма дуҫтарым булышлыҡ иткәндер тип уйлайым. Рәсәй буйынса төрлө ерҙәрҙә дуҫтарым күп һәм уларҙың барыһы ла Бөрйәнде үҙ итә, Бөрйән тәбиғәтендә ял итергә ярата, йыл да тигәндәй ашҡынып килә. Туристарға Иҫке Собханғол, Мәндәғол һәм Аҡбулат ауылдары янында төҙөлгән - Ағиҙел буйҙарында урынлашҡан туҡталыш урындары, өйҙәр тәҡдим итәбеҙ. Унда ҡунаҡтарҙы тик хәләл аҙыҡ-түлек менән һыйлайбыҙ. Әлбиттә, әлегә беҙ күберәк йәйге туризм менән шөғөлләнәбеҙ. Ағиҙел буйлап ағып төшөүҙәрҙе ойошторабыҙ.
Эшемде алып барыуҙа ҡатыным Эльвираның ярҙамы бик ҙур. Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә теләп тә, баҙнат итмәгәндәргә, ҡыйыу булһындар, алға, тик алға, тип әйтер инем. Әлбиттә, документтар эшенә күп ваҡыт һәм көс сарыф ителә. Әммә тырыштар быны йырып сыға. Эшләйем тигән кешегә эш күп, районға ағылған туристар ҙа күп, - ти эшҡыуар.
Наил Азамат улы “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” программаһы буйынса республика ярҙамы менән файҙаланып, уны өлөшләтә өйҙәр төҙөүгә йүнәлткән. Йүнсел эшҡыуар районда 6 кешегә эш урыны булдырған. Ул шулай уҡ аттарҙа йөрөүҙе лә ойошторған. Бөрйән ҡунаҡтары, туристар ауыл ризыҡтарынан ауыҙ итеп, башҡорт аты менән танышып, тәбиғәт ҡосағында матур ял итеп ҡайта.
Күптән түгел эш башлауына ҡарамаҫтан, Наил Азамат улы эшен яйға һалған. Ихтыяж бар икән, тимәк, артабан да эштәрен киңәйтеү мөмкинлеге лә бар.
Район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса урынбаҫары Илфат Ғәлин:
-Бөгөнгө көндә эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәткән программалар күп. Ярҙам һүҙе ул аҡсалата ярҙам тигәнде генә аңлатмай. Ул шулай уҡ төрлө документ йүнләү, сертификат алыу, декларация юллау, консультациялар, уҡыуҙар үткәреү эштәрен дә үҙ эсенә ала. Райондарҙа “Минең бизнес” тигән ярҙам итеү институты эшләп килә. Эшҡыуарҙың “ҡыҙыу линия”лағы телефон аша шылтыратып, үҙенең борсоған һорауы менән мөрәжәғәт итеп, ярҙам алыу мөмкинлеге бар. Уның һорауы буйынса “Минең бизнес” үҙәге төрлө министрлыҡтар менән бәйләнешкә сыға, документтар ебәрә, программаларға тоташтыра. Ғаризалар яҙыу, реклама, сайттар эшләү, уҡыуҙар ойоштороу, тәжрибәле эшҡыуарҙар менән таныштырыу хеҙмәттәре бирелә. Былар барыһы ла эште башлап китеүгә бик уңайлы.
Финанс ярҙамдарға килгәндә, грант, субсидия, льготалы кредиттар, төрлө гарантиялар бар. Субсидия, гранттар аҡсалата бирелә. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өсөн микрокредит ойошмалар эшҡыуарҙарға, үҙмәшғүлдәргә льготалы кредит бирә. Эшҡыуарҙар бының менән ихлас ҡулланалар.
“МСП РФ” тигән сайтта ҡайҙа ниндәй уҡыуҙар, консультациялар үтеүе хаҡында мәғлүмәт йыйылған. Республикала “Инвест РБ” платформаһы эшләп килә. Шунда инеп, ҡайҙа буш ерҙәр бар, ниндәй районда ниндәй эш башларға, ниндәй йүнәлештә үҫешергә, ниндәй программаларҙа ҡатнашырға икәнлеген белергә мөмкин, - тигән мәғлүмәттәр менән уртаҡлашты.
2024 йылда республикала кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны 142 мең самаһы тәшкил иткән. Урта предприятиелар һаны артҡан, ә үҙмәшғүлдәр һаны 263 мең самаһы кеше.
“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” милли проектын тормошҡа ашырыуға 445 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. 485 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты һәм 28 үҙмәшғүл граждан субсидия алған.
Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса райондарҙа «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» форматында кәңәшмәләр уҙғарылып, уларҙа 4300 проекттың 697-һе тормошҡа ашырылған, 1082 проект ғәмәлгә ашырылыу өҫтөндә. 2024 йылда 12 меңдән ашыу эшҡыуар ярҙам саралары менән файҙаланған.