Муниципалитет биләмәһендә 408 эшҡыуарлыҡ субъекты эшләп килә, шуларҙың 47-һе юридик шәхес һәм 361-е шәхси эшҡыуар.
Осрашыу барышында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү, проблемалар һәм уларҙы хәл итеү юлдары, хөкүмәт тарафынан ярҙам саралары тураһында һөйләштеләр. Эшҡыуарлыҡ өлкәһендә йыш осраған проблемалар - ул ер участкаларының етешмәүе, ҡайһы бер эшҡыуарҙарҙың тейешле сертификаттары, декларациялары булмауы, ярҙамға алған субсидиялар буйынса отчеттарҙың ваҡытында һәм теүәл бирелмәүе һәм башҡалар.
-Эшҡыуарҙарыбыҙ заман менән бергә атларға, төрлө программаларҙы белергә, уларҙа ҡатнашырға, үҫешергә, үҙ хоҡуҡтарын һәм бурыстарын берҙәй белергә тейеш,тип иҫәпләйем. Районда эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн ярҙам итергә әҙербеҙ һәм үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлеккә ынтылабыҙ. Бындай осрашыуҙарҙы йышыраҡ үткәрербеҙ тип ышанам, - ти Рәмил Абдуллин.