Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
24 Ғинуар 2025, 09:50

Эшләйем тигән кешегә эш бар ул

Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә вакансиялар йәрминкәһе үтте. Эшһеҙ граждандарҙы ниндәй һорауҙар борсой?

Эшләйем тигән кешегә эш бар ул
Эшләйем тигән кешегә эш бар ул

 “Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә Бөрйән районының халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә вакансиялар йәрминкәһе үтте.

Эскелек менән эффектив көрәште, сәләмәт йәшәү рәүеше традицияларын урынлаштырыу һәм һаҡлауҙы, алкоголь ҡулланыу арҡаһында булған үлем осраҡтарын кәметеүҙе төп маҡсат иткән конкурс тотош саралар комплексын үҙ эсенә алған.

-Беҙ ойошторған сарала “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыусы Ырғыҙлы ауыл хакимиәте башлығы И. Сәйфуллин, “Мәсем” үҫмерҙәр клубы директоры Н. Ишниязова, шәхси эшҡыуар О. Билалова, мәшғүллек үҙәгендә иҫәптә торған эшһеҙ граждандар ҡатнашты.

Ойошма һәм предприятиелар вәкилдәре үҙҙәренең эшмәкәрлеге, хеҙмәт шарттары хаҡында һөйләне, эш эҙләүселәрҙең һорауҙарына яуап бирҙе һәм ҡыҙыҡһынған кандидаттар менән шәхси әңгәмә үткәрҙе, - тине халыҡ мәшғүллеге үҙәге етәксеһе Н. Ишкилдина.

Сарала ҡатнашыусылар хеҙмәт баҙарындағы хәл, тәҡдим ителгән вакансиялар, мәшғүллек үҙәгенең хеҙмәткә урынлаштырыу һәм уҡытыу буйынса хеҙмәттәре, социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам алыу шарттары, үҙ эшеңде асыу мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһынды.

Сарала төрлө вакансиялар тәҡдим ителде – махсус белем һәм тәжрибә талап ителмәгән ваҡытлысы эштәрҙән (подработкаларҙан) алып профилле белем кәрәк булған һөнәрҙәргә тиклем.

Өҫтәмә консультация кәрәк булһа, түбәндәге адрес һәм телефон буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин: Иҫке Собханғол ауылы, Салауат урамы, 3 (2-се ҡат), телефон: : 8 (347 55) 3 62 70.

Сығанаҡ: Центр занятости населения по Бурзянскому району.

Эшләйем тигән кешегә эш бар ул
Эшләйем тигән кешегә эш бар ул
Эшләйем тигән кешегә эш бар ул
Эшләйем тигән кешегә эш бар ул
Эшләйем тигән кешегә эш бар ул
Эшләйем тигән кешегә эш бар ул
Эшләйем тигән кешегә эш бар ул
Автор: Тансылу Багаутдинова
Читайте нас