Сәс алыу, ҡырҡыу, буяу, тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына шөғөл һымаҡ күренһә лә, элек-электән ҙур ихтыяж менән файҙаланған, оҫталыҡ талап иткән һөнәр ул. Районда парикмахерҙар күп кеүек, әммә был хеҙмәткә ихтыяж һәр саҡ бар.
Район үҙәгендәге “Каприз” парикмахер салоны хужабикәһе Зәлиә Төлкөбаеваның матурлыҡ индустрияһында эшләүенә 14 йыл.
Педагог һөнәренә эйә булһа ла, ундай эштең үҙенеке түгеллеген аңлаған Зәлиә “Фигаро” сәс алыу оҫталығы үҙәгенә уҡырға юллана. Бер йыл Өфөлә тәжрибә туплағандан һуң, районға ҡайтып, парикмахер Светлана Ишбулдина менән бергә эш башлай. Ваҡыт үтеү менән парикмахер сәнғәте серҙәренә төшөнгән ҡыҙ 2010 йылда үҙ салонын аса.
-Бәләкәй саҡтан уҡ үҙебеҙҙең урамдағы ҡыҙҙарҙың сәстәрен ҡырҡа торғайным. Өйҙәренә фен, тараҡ тотоп барып, сәстәрен матур итеп ҡуйып, прическалар эшләнем. Уҡыған саҡта мастер Татьяна Андреевнаның: “Ваҡытҡа түгел, ә сифатҡа эшләгеҙ!” тигән һүҙҙәрен һәр саҡ иҫемдә тотам һәм эшемде сифатлы итеп башҡарырға, артабан да үҫергә тырышам, - ти тәжрибәле парикмахер.
Оҫталыҡтан тыш, уның һөнәре бөхтәлек, зауыҡлы булыуҙы ла талап итә. Ундай сифаттар Зәлиәгә тәбиғәттән бирелгән. Мастер-универсал клиенттарының бит төҙөлөштәренә ҡарап та ниндәй прическа килешәсәген алдан күҙаллай, гүзәл заттар үҙҙәрен матур хис итһен өсөн ҡулынан килгәндең барыһын да эшләй. Улар араһында даими сәс ҡырҡтырыусылар ғына түгел, ә тулыһынса прическаларын үҙгәртергә теләүселәр ҙә осрай.
-Ҡайһы саҡ психолог та булып китәһең. Эш көнө дауамында клиенттар менән төрлө темаларға аралашырға тура килә. Улар үҙҙәренең шатлыҡтары менән дә, көйөнөстәре менән дә бүлешә. Ауырыуҙары йәки башҡа мастерҙар тураһында бәйән итә башлаһалар, һүҙҙе икенсе юҫыҡҡа төшөрәм, сөнки был темалар минең өсөн тыйылған.
Эштә төрлө ҡыҙыҡлы хәлдәр ҙә осрап тора. Бер ваҡыт салонға сәстәрен әллә ҡасандан алып тарамаған бер ҡатын килде. “Йоҡонан торғас, сәсемде өҫкә йыям да ҡуям”, ти. Оҙон сәсе кейеҙләнеп бөткән. Ҡырҡып, рәтләп, тәрбиәләү сараларын өйрәтеүем бушҡа китмәне, хәҙер матур итеп сәстәрен ҡарап йөрөй. Осһоҙға төшә, тип өйҙә буяп, сәстәрен боҙоп килеүселәр ҙә бар. Ундай сәстәрҙе кире үҙ матурлығына ҡайтарыу өсөн тырышырға кәрәк, - ти оҫта.
Зәлиә Кәрим ҡыҙы ир-егеттәрҙең дә, балаларҙың да сәстәрен ала. Күптәр сиратта торорға яратмай, шуға күрә алдан яҙылып ҡуйыуҙы хәстәрләй.
-Сәстәр матур булһын өсөн уларҙы тәрбиәләп тороу кәрәклеген барыһы ла белә. Сәстәрҙе аҙнаһына ике тапҡыр йыуыу кәңәш ителә. Әммә бальзам, битлектәр ҡулланған осраҡта көн һайын йыуһаң да сәстәргә зыяны булмай. Буяғанда профессиональ буяуҙарға өҫтөнлөк биреү шарт, дөрөҫ ҡулланһаң, уларҙың, зарары юҡ. Сәс һәм баш өсөн массаж ысулдарын өйрәнеп, ҡулланырға була. Дөйөм алғанда, үҙеңде яратырға, сәс-башыңды ҡарап йөрөргә кәрәк. Айырыуса ҡатын-ҡыҙ ундай саҡта үҙен бәхетле тоя, - тип бер аҙ сәс тәрбиәләү серҙәре менән бүлеште эшен яратып башҡарған Зәлиә.
Зәлиә тормош иптәше Салауат менән ике ҡыҙ үҫтерәләр. Эвелина менән Мелисса сәстәргә, тырнаҡтарға бәйле матурлыҡ серҙәренә төшөнөргә ынтылып ҡына торалар. Әсәйҙәренән матур прическалар эшләтеп ҡыуаналар.