Иҫке Монасип ауылы егете Илтуған Һатыбаловтың да, йәш булыуына ҡарамаҫтан, төҙөгән объекттары бихисап. Өй күтәрергә, мейес сығартырға, ҡойма күтәрергә, кафель йәбештерергә район эсендә генә түгел, күрше район-ҡалаларға ла саҡыралар үҙен.
“Барлыҡ төҙөлөш эшенә атайым өйрәтте. Тәүге тапҡыр 2016 йылда атайыма шлакоблоктан мунса күтәрештем. Унан алда, 2011 йылда, Яңы Собханғол мәктәбен төҙөүҙә лә ҡатнашҡайным. Яйлап төҙөлөш эшенең нескәлектәренә өйрәнеп алдым. Ағас буранан тыш, шлакоблоктан, арболит һәм керамзик блоктарҙан өйҙәр күтәргәнебеҙ бар. Эштәр ҙур күләмле булһа, бригада менән барып эшләйбеҙ. Еңелерәк эштәр булһа, үҙем генә башҡарып сығам. Заказдар күбәйеп китһә, бүлешеп, төрлө юҫыҡта эшләйбеҙ.
Һәр материалдың технологияһына ҡарап, өй төҙөүҙең үҙ нескәлектәре була. Әйтәйек, шлакоблоктан өйҙө 2 ҡат эшләргә һәм төҙөп бөткәс, эстән йылытыу материалдары менән ҡаплап сығырға кәрәк, шунһыҙ өй һыуыҡ була. Иң отошлоһо һәм киң таралғаны - арболит менән керамзит блоктары. Уларға эстән йылытыу материалдары менән ҡапламаҫ элек үк күсеп йәшәргә мөмкин. Өйҙөң нигеҙен свай менән эшләү отошло. Свайҙы ҡаҙып ултыртып, үләнде тамырҙары менән алып ташлап ҡына нигеҙ ҡойһаң, ер уйнаһа ла, нигеҙ ярылмай, ныҡ тора.
Былтыр 6 өй күтәргәйнек, быйыл заказдар күп булһа ла, һауа торошона бәйле, эштәр туҡтап тора. Күберәк ҡапҡа эшләү, мейес сығарыу кеүек эштәр менән булыштым”, - ти оҫта.
Районда яңы һалынған йорттарҙың байтағына ҡулы тейгән Илтуғандың. Эште еренә еткереп башҡарыуы, заманса зауыҡлы итеп эшләй белеүе менән ылыҡтыра ул кешене. Ҡулы эш белгән ир-уҙаман һәр нәмәгә ихлас тотона. Сөнки ғаиләһен тәьмин итеү ғаилә башлығының төп бурысы икәнен яҡшы аңлай. Кәләше Айһылыу менән 4 бала тәрбиәләй улар - Лилиана - 4-се, Ирхан 2-се синыфта уҡый, Самира балалар баҡсаһына йөрөй, кескәйҙәре Әдиләгә 5 ай.
Үҙенең оҫталығы, тырышлығы менән районда матур-матур йорттарҙың төҙөлөүенә булышлыҡ иткән Илтуғандың эшендә уңыштар юлдаш булһын. Артабан да яңынан-яңы өйҙәр төҙөп, райондаштарын ҡыуандырып, ҡулынан һөйөнөп йәшәргә яҙһын.