Был шөғөлдө бар күңелдәрен һалып башҡарып, уңышлы кәсепкә әйләндергән улар. Илшат менән Фидәлиә икеһе лә Ғәлиәкбәр ауылында тыуып- үҫкән. Илшаттың атаһы Батыр ағай менән олатаһы Басир бабай Бөрйәндең данлыҡлы солоҡсолары, ҡортсолары. Заманында Басир бабай Үрге Нөгөш - Ғәлиәкбәр ауылдары тирәһендә иң көслө солоҡсо булып иҫәпләнгән. Уның бер үҙенең генә 150-нән ашыу солоғо булған. “Атанан күргән - уҡ юнған”, тигәндәй, ошо юҫыҡта тәрбиәләнеп, эш рәте белеп үҫкәс, Илшаттан тыш, ағай-ҡустылары, апайы ла ҡорт көтәләр.
Фидәлиә лә солоҡсолар ғаиләһенән. Уның атаһы Сабит ағай ҙа, әсәһе Рәзилә апай ҙа солоҡсолар ғаиләһендә тыуып-үҫкән. Бәләкәйҙән ҡорттар менән бергә ҡайнап үҫкән ҡыҙ ул. Бер мөхиттә тәрбиәләнеп үҫкән, бер-береһенә пар килгән Илшат менән Фидәлиә ғаилә ҡорғас та умартасылыҡ эше менән булыша башлайҙар.
“Тәүҙә умарталарҙы Ямаш, Ҡарағасйорт яғына алып бара торғайныҡ. 2018 йылдан рәсми рәүештә теркәлдек һәм Имәнйортта үҙ эшебеҙҙе асып ебәрҙек. Солоҡ, түмәр умарталарҙы, ябай умарталарҙы иптәшем үҙе эшләй. Ауылда ҡорт көтөүселәрҙән айырмалы рәүештә, умартасылыҡ урманда булыу сәбәпле, беҙҙең бал йыл һайын була. Сәскә балы, йүкә балы, солоҡ балы алмай ҡалғаныбыҙ юҡ. Үҙебеҙҙең даими һатып алыусыларыбыҙ бар. Йыл һайын күмәртәләп Дубайҙан килеп алалар. Камчатка, Дағстан, Татарстан, Мәскәү, Ырымбур, Силәбе яҡтарынан йыш киләләр. Республика эсендә лә һораусылар етерлек”, - ти Фидәлиә.
Умарталарҙы сығарыу, ҡорт ҡарау, бал айыртыу эштәрендә ул тормош иптәшенең төп ярҙамсыһы. Бер эште лә айырып тормай, бергә эшләй улар.
“Ҡорттарҙы ҡышлауҙан сығарғас та Имәнйортҡа күсеп киләм. Әле 40 баш умарта, 35 солоҡ, 4 түмәр умарта бар. Былтырғы йыл менән сағыштырғанда, быйыл бал һәйбәтерәк. Бал бора башлағайным, көн бирмәгәс, туҡтап торҙом. Әле юлда ҡарап киләм - муйыл менән миләш уңған, тимәк, бал буласаҡ әле. Былтыр айыу 10 умартаны туҙҙырғайны, быйыл борсоғаны булманы”, - ти уңған ҡортсо.
Умарта-солоҡтарын ғына ҡарап ятмай Илшат Имәнйортта, ауылдаштарына файҙа килтерә – әле лә машина арбаһына таш тейәп, юлдағы соҡор-саҡырҙарҙы күмеп йөрөүе.
Берәүҙәр шөғөл, икенселәр кәсеп өсөн булышҡан ҡортсолоҡ Толомғужиндар өсөн йәшәү рәүешенә әйләнгән. Ата-олатайҙарыбыҙҙың кәсептәрен дауам иткән йүнсел, тырыш ғаиләләр барҙа ауылдарҙың киләсәге яҡты ла, өмөтлө лә.