-Беҙ үҙебеҙҙең иҡтисадҡа инвестициялар йәлеп итеү буйынса үҙебеҙгә амбициоз йөкләмәләр алдыҡ. Базаның даими үҫеүен иҫәпкә алғанда, беҙгә күрһәткестәрҙе арттырып барыу йылдан-йыл ҡатмарлашасаҡ ҡына. Ләкин беҙҙең башҡа вариантыбыҙ юҡ. Шуға күрә инвестициялар йәлеп итеү һәр муниципалитет башлығының төп бурысы булырға тейеш, -тигәйне Республика башлығы Радий Хәбиров үҙ сығышында.
Һуңынан республика кимәлендә үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәткән бындай кәңәшмәләрҙе ул барлыҡ муниципаль райондарға һәм ҡала округтарына ла индерҙе.
Бөрйән районында бәләкәй эшҡыуарлыҡ башлыса сауҙа, хеҙмәт күрһәтеү, ағас эшкәртеү, туризм кеүек өлкәләрҙә үҫеш тапҡан. Урында эшҡыуарлыҡты үҫтереү маҡсатында төрлө саралар күрелә - маҡсатлы программалар эшләй, финанс һәм башҡа ярҙам төрҙәре күрһәтелә, консультациялар, аңлатмалар, кредит алыуҙа ярҙам итеү һәм башҡалар.
2023 йылдың һөҙөмтәләре буйынса районда 405 кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ теркәлгән – 41-е юридик шәхестәр, 364 шәхси эшҡыуар һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтары.
- Эшҡыуарлыҡ сәғәте эшҡыуарҙар өсөн бик кәрәкле. Унда район хакимиәте һәм белгестәр менән күрешеп, борсоған һорауҙарға яуап алыу мөмкинлеге бар. Эште ниҙән башларға, ниндәй документтар йыйырға белмәй, кәрәкмәгән юҫыҡта аҡса түгеп йөрөгәнсе, ошо инвестсәғәттә ҡатнашып, ҡайһы йүнәлештә эш башларға консультация алып китһәң, күпкә еңелерәктер, тип уйлайым, - ти район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары Илфат Ғәлин.
Үткән йылда Республика башлығы Р. Хәбиров үткәргән инвестсәғәттә ҡатнашып, 1 райондашыбыҙ ярҙам алыуға иреште. Әлеге ваҡытта уның проектында төҙөлөш эштәре бара.
“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ярҙам итеү” муниципаль программаһы сиктәрендә республика һәм район бюджеттарынан бүленгән аҡсаға 6 эшҡыуарҙың төҙөлөш материалына, техника алыуға киткән сығымдары ҡапланды. Райондағы эшҡыуарҙар эшҡыуарлыҡты үҫтереү программаларында әүҙем ҡатнаша: “Кемпинг һәм автокемпинг туризмы” программаһында-2, “Туризм тармағын үҫтереү” программаһында - 5, “Йәш эшҡыуарлыҡ” программаһында - 2, “Модулле капиталь булмаған урынлаштырыу сараларын булдырыу” программаһында 2 эшҡыуар грант алыуға өлгәште.
Аҙнаһына бер тапҡыр эшҡыуарҙар менән эшҡыуарлыҡ сәғәте үткәрәбеҙ. Белгестәр йәлеп итеп, эшҡыуарҙарҙың проблемалы мәсьәләләрен хәл итеү юлдарын ҡарайбыҙ. 2019 йылдан алып бөгөнгө көнгә тиклем районда 192 эшҡыуарлыҡ сәғәте үткәрелде, унда 236 проект ҡаралды.
Республика кимәлендә үткән инвестсәғәттәр һәм райондағы эшҡыуарлыҡ сәғәттәре үҙ эшен асып ебәрергә теләүселәр өсөн ҙур ярҙам сараһы. Үҙ проекттарын тормошҡа ашырып, улар республикабыҙҙың үҫешенә ҙур өлөш индерәләр. Иң мөһиме, урында яңы эш урындары булдырыуға булышлыҡ итәләр.
Мәҫәлән, Бөрйәндән шәхси эшҡыуар Фәнис Шириязданов тротуар плитәләре, бордюрҙар, тимер-бетон ҡулсалар етештерә.
-Үҙемдең бизнесты асырға теләгем тыуғас, Бөрйән районы хакимиәтенә ярҙам һорап мөрәжәғәт иттем. «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә ҡатнашып, тимер-бетон изделиелар (бағаналар, ҡулсалар) етештереү проекты менән сығыш яһаным. Хуплау булғас, эшҡыуарлыҡ эшен башлау өсөн адреслы социаль ярҙам программаһы буйынса субсидия алыуға өлгәштем. Цемент менән ҡырсындан тимер-бетон ҡулсалар, бағаналар, бут, блоктар етештерәм. Цементты район эшҡыуарҙарынан һатып алам. Ҡырсын да үҙебеҙҙеке. Эшебеҙҙең һөҙөмтәһе үҙебеҙҙе лә, халыҡты ла ҡыуандырһын өсөн тик сифатлы материалдар етештерәбеҙ. Миңә шулай үҙ эшемде асып, район халҡына кәрәкле хеҙмәт күрһәтергә мөмкинлек биргәндәре өсөн республика етәксеһе Радий Хәбировҡа, республика Хөкүмәтенә, район хакимиәтенә рәхмәтлемен. Әлегә тиклем эшебеҙ өсөн тик ыңғай баһа ғына алдыҡ, артабан да шулай булыр тип ышанам, – ти егет.