Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
29 Июль , 13:00

Иртә торһаң, уңырһың

Иҫке Собханғолда йәшәүсе Динис һәм Лиә Мөнировтарҙың ихатаһына барып инһәң, сәскәләрҙең күплегенән күҙең ҡамашыр. Аллы-гөллө сәскәләр алғы баҡсаны ғына түгел, өйҙөң тәҙрәләрен, мөйөштәрен, мунса алдын, йәшелсә баҡсаһын, ғөмүмән, барлыҡ биләмәне биҙәй.

Иртә торһаң, уңырһың
Иртә торһаң, уңырһың

Бөтә ихласлығын, һөйөүен һалғанғамы, ниндәй эшкә тотонһа ла булдыра Лиә. Бәләкәй сағынан тиктормаҫ ҡыҙ мәктәптә үткән бөтә сараларҙа иң беренсе йүгереп йөрөүсе лә, концерттарҙы матур бейеүҙәре менән биҙәүсе лә була. Әле лә холҡо шул уҡ - тиктормаҫ. Эшкә ихлас Лиә себештәр менән сауҙа итә, баҡса тултырып йәшелсә сәсә, гөл-сәскәләр үҫтерә.

Сәскәләр менән мауығыуы осраҡлы түгел - әсәһе Миңлебикә апай сәскә үҫтерергә ярата. Лиә иң тәүҙә әрһеҙ сәскәләр үҫтерә, аҙаҡ, петуниялар халыҡ араһында киң танылыу алғас, шул сәскәләргә ғашиҡ була һәм хәҙер баҡсаһын уларһыҙ күҙ алдына ла килтермәй. Иртән торғас та иң тәүге эше - сәскәләрен ҡарау: һәр береһе менән йылмайып һөйләшә, һыу ҡоя, ҡыуарған япраҡтарҙан таҙалай. Иғтибарҙан ирәйгән сәскәләр ҙә яуапһыҙ ҡалмай, әлбиттә, гөрләп сәскә атып, хужабикәләрен ҡыуандыра. Баҡсаларында бәрхәт, лилиә, георгин, роза һәм башҡа 40-ҡа яҡын төр сәскә үҫә, өйҙәге гөлдәрҙең иҫәбе-һаны юҡ.

“Һәр бер өйҙә, ихатала, исмаһам, бер бөртөк кенә булһа ла сәскә үҫергә тейеш, тип һанайым. Сәскә булмаһа, донъя зауыҡһыҙ, төҫһөҙ кеүек күренә. Улар бит донъя биҙәге - кешенең күңелен күтәрә, кәйефте яҡшырта.

Сәскәләрҙең бар төрөн дә яратам. Аллаға шөкөр, ҡулым еңел, ниндәйен сәсһәм дә уңа. Февраль айында уҡ 150 төп петуния – тайдал, опера, ампель һәм башҡа төрҙәрен сәстем. Алдан уҡ һәр береһен ҡайһы ергә ултыртырға, ҡайһы мөйөшкә элергә күҙаллап ҡуям. Әлбиттә, үҫентеләрҙе күреп, һораусыларҙы ла буш итмәйем, туғандарыма ла таратам.

Сәскәне бала ҡараған кеүек ҡарарға кәрәк. Иң мөһиме – дөрөҫ тупраҡ һайлау. Петуниялар өсөн “Агробалт” исемле тупраҡ һатып алам. Ул булмаһа, сәскә өсөн махсус тупраҡҡа ултыртам, торфлы тупраҡ та һәйбәт.

Үҫентеләрҙе ашлайым. Былтыр “Гуми” тигәнен ҡулландым, сәскәләр бик матур булып үҫте. Быйыл “Фертиколюкс” ҡойҙом. “Осмокот” ашламаһы ла  һәйбәт. Ул бик уңайлы - 5-6 айға бер тапҡыр ғына ҡулланаһың, башҡа ашлама кәрәкмәй ҙә. Тағы ла “Вермикулит”, “Агроперлит”тар һәйбәт. Тик ашламаларҙы инструкцияһына ярашлы ҡулланыу мотлаҡ. 

Үҫентеләрҙе ваҡытында ҡырҡып, өҙөп тороу ҙа мөһим. Мәҫәлән, 10 япраҡ булһа, остарын семтеп өҙөп сығам. Улар тармаҡланып, матурайып үҫеп китәләр. Сәскә ата башлағас та, формаға килтереп, ҡырҡҡылайым.

Сәскәләрҙең ниндәй һауытта ултырыуы ла ҙур роль уйнай. Тайдалдар 25-30 литрлы ҙур һауыттарҙы ярата, ампель төрөнә ҡарағандарын 10 литрҙан да кәм булмаған һауытҡа ултыртырға кәрәк. Сәскәләр һауыттың ҙурлығына ҡарап тамыр йәйә”, - тип, петуния үҫтереү серҙәре менән бүлеште уңған хужабикә.

Гөл-сәскәләрҙән тыш, күпләп йәшелсә-емеш үҫтерә Лиә. Иртә яҙҙан баҡсала бил бөгөүе бушҡа түгел, үҙе үҫтергән йәшелсә-емештән йыл һайын ҡышҡылыҡҡа 200 банка тирәһе компот, салаттар яба. Баҡса эшендә лә, өйҙә лә уның төп ярҙамсылары – улдары. Тормош иптәше Динис шәхси автосервисында баш ҡалҡытмай эшләгәс, бар көс уларға төшә. Өлкән улы Илгиз күптән ҡул араһына ингән, уға 15 йәш. Илдан иһә 1-се синыфты тамамлаған. Төпсөктәре Дилиәгә яңыраҡ бер йәш тулған.

Лиәне күптәр себеш һатыусы итеп тә белә. Был шөғөлгә 2017 йылда тотоноп китә һәм шунан алып һатып алыусылары йылдан-йыл арта бара. Күп ауылдарҙа уны саҡырып, көтөп алалар. Сөнки себештәрен дә бала кеүек ҡарап, тәрбиәләп тора ул.

- “Иртә торһаң – ит бешә, һуңға ҡалһаң – бит бешә”, тиҙәр бит әле. Ошо әйтемгә таянып йәшәйем. Себештәрҙе Баймаҡтан Байрамғоловтарҙан барып алам. Таңғы сәғәт 4-тә сығып китеп, себештәрҙе алып, ауылдар буйлап йөрөп ҡайтҡансы, киске сәғәт 11 булып китә. Ҡалғандарын ҡарап, ятып киткәнсе, төнгө бер була. Унан 2 сәғәт һайын уларҙы тороп ҡарайһың – һыу эсерәһең, аҫтарын таҙартаһың. Йоҡлап ятырға ваҡыт ҡалмай, тиһәң дә була. Үҙебеҙ ҙә 100 баш ҡош-ҡорт үҫтерәбеҙ. Әле 38 башын һуйып алдыҡ. Тағы алырбыҙ тип торабыҙ.

Яҙ, йәй айҙары шулай сәскә, себеш “ауырыуы” менән үтһә, көҙ, ҡыш айҙарында “Фатима” бейеү ансамбленә йөрөп, рухи аҙыҡ алам. Йәшәү рәүешем шулай яйға һалынған. Тормошом менән бик ҡәнәғәтмен. Донъяны сәмләнеп көтөргә кәрәк, көн үтһен тип йәшәү – ғүмерҙе бушҡа сарыф итеү генә”, - ти тынғыһыҙ баҡсасы.

Бар эшенән дә йәм табып, матурлыҡҡа ынтылып йәшәй Лиә. Күктән төшкәнде көтмәй, үҙенең йүнселлеге, тырышлығы менән юҡтан бар яһап, булмышы менән тирә-йүнде балҡытып йәшәүселәрҙең береһе ул.

Иртә торһаң, уңырһың
Иртә торһаң, уңырһың
Иртә торһаң, уңырһың
Иртә торһаң, уңырһың
Иртә торһаң, уңырһың
Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас: