Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
20 Июль , 08:30

Торттары табын биҙәге

Тәмлекәстәр бешереү өсөн ингредиенттар һайлап алыуға ҙур иғтибар бүлә Фидәлиә. Сөнки бешергән ризыҡтың тәмле генә түгел, хәүефһеҙ булыуы ла мотлаҡ тип һанай.

Торттары табын биҙәге
Торттары табын биҙәге

Йүнселдәр йүнен таба, тигәндәй, заманға яраҡлашып, аҡса эшләүҙең бер ысулын табып, халыҡ өсөн нимәлер етештереүселәр районыбыҙҙа арта бара. Иҫке Собханғолдан Фидәлиә Ноғоманова иһә, кешенең магазинда һатылған торттарҙы түгел, ә үҙҙәре теләгән биҙәлешле һәм тәмле торттарға өҫтөнлөк биреүен иҫәпкә алып, ошо шөғөлгә тотонған. Сифатлы аҙыҡ-түлектән, һәр тортты бар күңелен һалып бешереүе тиҙ һөҙөмтә бирә – заказ биреүселәре барлыҡҡа килә.
Оҫта ҡуллы ҡыҙ бәләкәй сағынан бешеренергә ярата. Бигерәк тә йәй көндәрендә аласыҡ мейесендә төрлө-төрлө тәмлекәстәр бешереү оҡшай уға. “Күп ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәрен декрет ялында таба. Мин дә ҡыҙым менән ялда ултырғанда ҡыҙҙарҙың сәсенә банттар, резинкалар эшләү менән булыштым. Улым тыуғас, исемле браслеттар, булавкалар эшләнем. Ҡул эшенә ихтыяж ҙур, заказдар килеп кенә торҙо.
Тәүге тортты бәләкәстәремде ҡыуандырыу маҡсатынан тыуған көндәренә бешереп ҡараным. Бик тәмле килеп сығыуы, маҡтап-маҡтап ашауҙары миңә ҡанат ҡуйғандай булды. Интернеттан рецептар эҙләп алып, төрлө торттар бешереп ҡараным. Әлбиттә, килеп сыҡмағандары ла булды. Ә уңышлыларын интернетта үҙ сәхифәмә ҡуя барҙым. 2022 йылда таныштарымдан тәүге заказды алырға йөрьәт иттем. Шөкөр, шунан алып эшем гөрләй, өлгөр генә. Торттарҙан тыш, трайфл, капкейк, бенто торттар, эскимошки, безе һ.б. тәмлекәстәргә лә заказ алам.
Иң күп бешеренеүем йәй айҙарына тура килә. Туйҙарға хатта ярты йыл алдан заказ биреп ҡуялар. Тыуған көндәр, юбилейҙар, байрамдар булһынмы, торттарҙы заказ биреүсенең теләге буйынса биҙәйем, формаға килтерәм. Йышыраҡ “ҡыҙыл бәрхәт”, баллы, ваниль торттарға заказ бирәләр”, - ти кондитер.
Ингредиенттар һайлап алыуға ҙур иғтибар бүлә Фидәлиә. Сөнки бешергән ризыҡтың тәмле генә түгел, хәүефһеҙ булыуы ла мотлаҡ тип һанай. Шуға ла тәбиғи продукттарға өҫтөнлөк бирергә тырыша.
Тәмлекәстәр бешереүҙән тыш, кашпо үреү менән мауыға, дауаханала эшләй ҙә үҙе. Барыһына өлгөрөүенә иҫең китер – уларҙан тыш өй, ғаилә мәшәҡәттәре лә иңендә. Тормош иптәше Азамат менән Асия һәм Тимерхан исемле балалар үҫтерәләр.
“Тормош иптәшем минең ныҡлы таянысым, һәр эшемде ҡеүәтләп, дәрт өҫтәй. Заказ биреүселәр эшемде маҡтап, рәхмәт һүҙҙәрен еткереп торалар. Ошолар барыһы ла минең күңелемде үҫтерә, эшемдең файҙаһы бар икәнен күрәм һәм ҡыуанам”, - ти ул.
Фидәлиә Ноғоманова гәзит уҡыусылар менән “Наполеон” тортының рецебы менән дә бүлеште.
Ҡамыр өсөн: 750 грамм он, 400 грамм май, 2 йомортҡа, 150 мл боҙло һыу, 1 аш ҡалағы уксус, 1 семтем тоҙ.
Крем өсөн: 1 литр һөт, 4 йомортҡа, 100 гр он, 300 грамм шәкәр, ванилин, 350 грамм май (300 гр. кремға ҡушып болғар өсөн).
Йомортҡаны, тоҙҙо, һыуҙы, уксусты бер һауытта болғап алабыҙ. Икенсе һауытҡа он һалабыҙ ҙа, өҫтөнә туңған майҙы ҡырып ыуабыҙ һәм ике һауыттағы ҡатнашмаларҙы бергә ҡушып ҡатлы ҡамыр эшләйбеҙ. Шуны 10-12 өлөшкә бүлеп, бәләкәй йомарламдар эшләп, 1-2 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.
Ул арала крем эшләйбеҙ. Йомортҡаны, ванилинды, шәкәрҙе һәм ондо һалып, әҙерәк һөт ҡушып, бер кимәлгә еткәнсе болғатабыҙ. Әҙләп ҡалған һөттө ҡойоп, болғап, ҡуйырғансы ҡайнатабыҙ. Кремға тигән майҙың 50 грамын ҡушып, ирегәнсе болғайбыҙ ҙа, аҙыҡ-түлек өсөн шыптыр менән ҡаплап ултыртабыҙ.
Ҡамырҙарҙы йәйеп, һәр береһен мейестә 200-250 градуста 5-10 минут бешереп алабыҙ.
300 грамм майҙы миксер менән ҡабартабыҙ һәм һыуынған кремға ҡушып болғайбыҙ.
Кремды һылап, тортты йыйырға ғына ҡалды. Һуңғы коржды ваҡлап торттың өҫтөнә һибәбеҙ. 1-2 сәғәттән һуң ашарға ла мөмкин. Тортығыҙ тәмле булһын!

Торттары табын биҙәге
Торттары табын биҙәге
Автор:Айгүзәл Уразаева
Читайте нас: