-Үҙаллы балыҡ тотоу менән ҡасан шөғөлләнә башланың?
-Ҡармаҡ сыбығын тәүҙә атайым эшләп бирә ине, аҙаҡ үҙем өйрәндем. Ул төҙ генә кипһен өсөн таҡтаға ҡатып ҡуям. Балыҡ ямғырҙан һуң ҡарпый башлағанын аңлап ҡалған мин селәү ҡаҙып алам да йүгерәм Иҙел буйына. Малайҙар банка менән, мин ҡармаҡ менән тотам. Бер ваҡыт ҡармағыма өй өйрәген тоттом - емгә әүрәп ҡапты. Шунан яйлап ялтырмаға тотоуға өйрәндем. Бәрҙе, йоморо сабаҡ, ажау, ағасаҡтар эләккән һайын ҡыҙыҡһыныуым арта ғына барҙы. Шырпы ҡабына йыйған себен, сиңерткәләргә ҙурыраҡ балыҡтар эләгә башланы.
Әсәйемә, “Ҡалай малайың балыҡ тотоп, ҡыбырҙамай тик кенә ултыра”, тип аптырап әйткәндәр хатта. Балыҡ тотоу өсөн сабырлыҡ, түҙемлек, көс тә, таһыллыҡ та кәрәк. Бәләкәйҙән тәбиғәтте, ундағы тыныслыҡты яраттым.
-Балыҡ тотоуҙың да ысулдары була.
-Эйе, һәр балыҡсы үҙенә оҡшаған алым менән ҡуллана. Ҙурая килә, ҡышҡыһын да балыҡҡа йөрөй башланым. Тотҡан балыҡтарымды туғандарға күстәнәс итеп бирәбеҙ, йә һатып та ебәрәбеҙ.
Яҙ боҙ киткәндә саҡ (һөҙә торған ҡоролма) менән ҡулланып ҡараным – оҡшаманы. Шунан һыу бысраҡ саҡта донкаға (йөк бәйләйһең дә уның эргәһенә емдәр ҡуяһың, емдең еҫенә әүрәп, балыҡ килә) йәйен тота башланым. Селәүенә ҡорман, ажау эләгә. Ау менән балыҡ тотоуға ҡырҡа ҡаршымын.
-Иң тәмле балыҡ ниндәй?
-Бәләкәй саҡта минең өсөн иң тәмле балыҡ бәрҙе булды (хәҙер уны тоторға ярамай). Бешерә белһәң - йәйен, ҡылсыҡлы булһа ла – ағасаҡ, шулай уҡ бағры, шамбы тәмле. Һыу инергә барғанда дегәнәккә төрөп бешереп ашай инек. Тәме әле лә тел осонда торғандай.
-Балыҡтың файҙаһы күп. Ул донъяла иң файҙалы аҙыҡтарҙың береһе булып һанала. Уның ите аҡһым һәм D витамины кеүек мөһим туҡлыҡлы матдәләргә бай. Һеҙҙеңсә иң тәмле балыҡ һурпаһын нисек бешерәләр?
-Балыҡтарҙы үҙем таҙалайым. Өйҙә махсус табам бар, тик шунда ғына бешерәм. Атайымдың да ундай табаһы бар. Унда икенсе нәмә бешерһәң, аҙаҡ балыҡ йәбешә, шуға ул табабыҙҙы ҡатындарыбыҙға бирмәйбеҙ.
Ҡырҙа бешкән аштың ниндәйе лә тәмле инде. Шулай ҙа иң яратып бешергән балыҡ аштарының береһе менән бүлешәйем әле.
Иң тәмле балыҡ һурпаһы бешерер өсөн шырт балығын (ёрш) тотһаң, бигерәк шәп буласаҡ. Ул үҙенә күрә лайлалы ғына балыҡ. Матурлап йыуаһың. Әммә балыҡтың тышын (тәңкәһен) һыҙырмайынса, киң марля эсенә төрөп, кәстрүлгә төшөрәһең. Ҡайнаған саҡта бөтә ите, майы сығып бөтә, марля эсендә тышы, ҡылсыҡтары ғына ҡала. Марляны алып ташлайбыҙ, унан килеп сыҡҡан һурпаға тары ярмаһы йыуып һалаһың, аҙаҡ 2-3 баш картуфты эрерәк өлөштәргә бүлеп төшөрәһең. Тәменә ҡарап, борос, һуған һалырға була. Һап-һары ғына булып бешә. Аҙаҡтан усаҡта янып ятҡан торонбашты ашҡа тығып алабыҙ – 30 секунд етә. Был усаҡ еҫе, ыҫ тәме һеңдерә.
Владивостокта хеҙмәт иткән саҡта урындағы халыҡтан өйрәнеп алған рецепты ла һөйләйем әле. Помидорҙа быҡтырылған йәйен тип атала ул. Йәйендең ите ҡылсыҡһыҙ, йомшаҡ була. Ҡаҙан төбөнә ярым балдаҡ итеп туралған һуғанды таратмай ғына теҙеп сығабыҙ, балыҡты тоҙлап, 4-5 сантиметр ҡалынлығында итеп турап, һуған өҫтөнә түшәйбеҙ. Берәй килограмм помидорҙы балдаҡлап турап йәйен өҫтөнә теҙәбеҙ. Шунан тағын бер ҡат итеп һуған, балыҡ, помидор, һуған һалабыҙ ҙа ҡапҡасын ныҡ итеп ҡаплап, ике сәғәт тирәһе яй ғына утта быҡтырабыҙ. Бешерә белһәң, бигерәк тәмле килеп сыға.
-Тотҡан балыҡтарығыҙҙың иң ҙуры нисә килолыҡ булды?
-Бер үҙенсәлекле алым менән тотҡан саҡта эләктерҙем уны. Йылғаның бер яҡ ярынан икенсе ярына тиклем 30 тирәһе ҡармаҡ ырғаҡтары ҡуйылған еп һуҙып (перетяг тип атайым) сыҡтым. Һыуҙы кисеп, ҡарап йөрөйөм, бәләкәйҙәр эләкһә, ысҡындырам. Шулай бер ай эсендә 10 килограмдан кәм булмаған 39 балыҡ алдым. Иң ҙуры (йәйен) 24 килограмм да 600 грамм тартты. Ашханаға ла һаттым. Туйға ла заказдар булып китә ине.
-Ниндәй йылға-күлдәрҙә балыҡ тотҡанығыҙ бар?
-Ағиҙел, Үҙән, Бетерә, Нөгөш, Кесе Нөгөш, Һаҡмар, Иҙәш, Бүреле йылғаларында, Йомағужа һыуһаҡлағысында, Талҡаҫ, Яҡтыкүл, Атауҙы, Дәүләт, Таштуй күлдәрендә, Матрай, Аҡъяр быуаһында, Байкалда балыҡ тотоу бәхете тейҙе. Хеҙмәт иткәндә Барабаш йылғаһында балыҡ тотоп, бөтә отделениены балыҡ менән һыйлағаным булды. Берәй мәртәбәле ҡунаҡтар килһә, мине балыҡҡа ебәрә инеләр. Ул йылғала семга, кита, линок, бағры, сыбар балыҡ (пеструшка), кунжа балыҡтары эләктерҙем. Иң ҙурын һәнәк менән сәнсеп алдым – 17 килограмлыҡ ине.
-Балыҡсылыҡҡа бәйле уй-хыялдарығыҙ бармы?
-Рәсәй буйлап сәйәхәткә сығырға, төрлө йылға-күлдәрҙе күрергә, Монголия яҡтарына барырға, күл эшләп, бағрылар үрсетергә тигән хыялдар йөрөтәм күңелдә.
-Балыҡсы - ул ҡайҙа ла балыҡсы, тиҙәр.
- Мин ҡайҙа барһам да, йылғамы, күлме яҡында икән, тимәк, мин балыҡ тотам тигән һүҙ. “Оһо, Раяз бөгөн беҙгә балыҡ ашата”, тип өмөтләнеп, ҡолаҡҡа киртә һалып ҡуялар инде туғандар.
Әлбиттә, ят ерҙә ниндәй балыҡтар бар, улар нимәгә ҡаба икәнен белеп булмай. Шуға балыҡтарҙы өйрәнеү ҙә мөһим. Ни өсөн ҡапмай икән, тип уйлай белеү ҙә кәрәк. Үҙем Интернетта балыҡтар тураһында күп ҡарайым, төрлө чаттарҙа торам. Мәҫәлән, ябай ысулдарҙың береһе - эләккән балыҡты таҙартҡан саҡта, эсен ҡарап, нимә ашағанын белеп була.
Ил сигендә хеҙмәт иткән саҡта урманға дозорға ебәрҙеләр. Төркөмдә 7 егет инек. Башҡалар ҡоро паек алдылар, мин ашхананан көнбағыш майы, бер ҡап маргарин, тоҙ, фольга алдым. Шарлауыҡ эргәһендә ялға туҡтаныҡ. Һалдаттар паектарын йылыта башланы. Мин йәһәт кенә ҡармаҡ сыбыҡ әтмәләп, һалдаттарҙың тоғонда былай ҙа була торған еп (леска), ырғаҡ, ҡалҡыуыс алдым да, шишмә ҡортон (ручейник) йыйып, бер 10 минут тигәндә 8 бағры тота һалып, фольгаға төрөп, усаҡҡа бешерергә лә һалдым. “Һин нимә ашамайһың, ҡайҙа паегың?” тиҙәр. Мин әйтәм: ”Ана, минең аш”. Шундай тәмле ине, егеттәрҙе лә һыйланым, үҙем ике балыҡ ашап өлгөрҙөм.
-Балыҡты тотоуынан “тотам” тигәне ҡыҙыҡ, тиҙәр...
-Ҡайһы ваҡыт балыҡтан шундай арып, йонсоп ҡайтаһың. Ҡайһы саҡ йүнләп балыҡ эләкмәй, әммә шулай ҙа күңелең булып ҡайтаһың. Сөнки балыҡ тотоу процесы үҙе ҡыҙыҡ, балыҡ тотоу тәүмаҡсат та түгел ул. Тәбиғәттә төрлө тауыштан ял итәһең. Ғөмүмән, бәләкәйҙән урман яраттым, тыныслыҡ табам, стрестан арынам. Балыҡ тотоу – сәләмәтлеккә дауа.
-Балыҡҡа барғанда, йылға-күлдәр буйында йөрөгәндә күңелде өйкәгән уйҙар ниндәйерәк?
-Иң борсоғаны, әлбиттә, сүп-сар. Емдәрем ҡалһа, балыҡтарға ашатып, ҡыйҙарымды йыйып ҡайтам. Әммә бөтәһе лә тәртипле булмай шул - балыҡҡа алып барған төрлө һауыт, шыптырҙарын ташлап китеүсе балыҡсылар ҙа бар. Ҡыйҙы йыя алмаһам, яр ситенә сығарып булһа ла китәм. Бәләкәй саҡта быялаға аяғымды күп ҡырҡтым, шуға быяла, тимер һымаҡ әйберҙәрҙе йыйырға тырышам.
Сумыу менән дә шөғөлләнәм. Бына шунда, һыу аҫтында ҡыйҙарҙы күреп хайран ҡалаһың - яр ситендә ҡалған ҡыйҙарҙан бигерәк, һыу аҫтындағы ҡыйҙар аптырата. Туристарҙан, йылға буйлап ағыусыларҙан ҡала улар.
(Аҙағы 7-се биттә).
(Аҙағы. Башы 6-сы биттә).
Унда нимә генә килеп сыҡмай - телефондар, полиэтилен, пластик, төрлө ҡаптар (иң күбе – симешкә ҡабы). Үлгән эт тә осрағаны булды хатта. Шул ҡыйҙар бит нисәмә йылдар буйы серемәй ята, һыуҙың составына тәьҫир итә улар. Һыу ҡый менән тулғас, һәйбәт балыҡтар ҙа юғала бара. Бәрҙе, ҡыҙыл балыҡ (таймень) юғалды, йоморо сабаҡтар ҙа таҙа һыуҙа ғына йәшәй. Бурыс (йәки бурыш) (подуст) тигән балыҡ була торғайны. Ул ташты ҡырып, ләмде ашай торған балыҡ. Йылға төбө төҫлө таштарына тиклем асыҡ күренеп тора торғайны. Балыҡтар таҙалыҡты тотҡан. Хәҙер улар булмағас, йылға бысраҡ, ләм баҫты. Хәҙер йылғала табан балығы (карась), ҡыҙылгүҙ – ғәҙәттә, күлдә йәшәй торған балыҡтар күбәйҙе. Экосистема үҙгәрә. Таҙа, шәп ағып ятҡан йылға яйлап яй аҡҡан йылғаға әйләнә бара.
Шулай уҡ балыҡ тота торған ерҙәрҙе туристар баҫып ала башланы. Йәй башында киләләр, айҙар буйы шул урындарҙы биләп яталар. Туризмға тип тә алып бөтөп баралар. Мәҫәлән, Инсебикә яғында хәҙер балыҡ тотор әмәл юҡ. Йылға буйҙары кеше менән тула, ул тирәнән, әлбиттә, балыҡ ҡаса.
-Балыҡ тотоу буйынса ярыштарҙа ла ҡатнашағыҙ, шикелле.
-Хәйбуллалағы Аҡъяр быуаһына ғаиләм менән барып, боҙ аҫтынан балыҡ тотоу буйынса ярышта ҡатнашып ҡайттыҡ. Ике сәғәт эсендә дөйөм 3 килограмм да 810 грамм балыҡ тотоп, 1-се урынға сыҡтым. “Иң ҙур балыҡ” номинацияһында 2-се урын булды (иң ҙур балығым 460 грамм тартты). Бер аҙнанан Матрай быуаһында 3-сө урын яуланым.
-Балыҡсылар династияһын дауам итеүселәр бармы?
-Улым Айман да балыҡ тотоу менән ҡыҙыҡһына, спиннинг менән икенсе тапҡырҙан уҡ ҡулланырға өйрәнде. 5 йәшендә үк өс килограмлыҡ ҡорман балығы (лещ) һөйрәп сығарҙы. Тәүге тапҡыр 3 йәшендә алып барҙым. Бер туған ағайым да балыҡсы.
Һуңғы арала ваҡыт етеңкерәмәй китә. Әммә мөмкинлек килеп сыҡһа, ҡулдан ысҡындырмайым. Балыҡҡа барыр алдынан бөтә әйберҙәреңде бер-ике көн алдан әҙерләргә кәрәк. Балыҡсылар араһында киң таралған йола - ҡатыныңдан рөхсәт, фатиха алыу ҙа кәрәк. Балыҡ тотоу үҙе бер тарих бит ул. Ул мажараларҙы һөйләп бөтөрлөк түгелдер ул.
-Ҡыҙыҡлы әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт!