Яңы төбәк программаһы республиканың эре предприятиеларында Башҡортостандың төрлө райондарынан һәм ҡалаларынан булған кешеләр өсөн вахта ысулы менән эш ойоштороуҙы күҙаллай.
Маҡсат – икенсе төбәктәрҙә эшләп йөрөүсе эшсе һөнәренә эйә белгестәрҙе республика эсендәге хеҙмәт баҙарына йүнәлтеү. Бында оборона-сәнәғәт комплексы предприятиеларына өҫтөнлөк бирелә.
Берекмә үҙенең хеҙмәтсәндәренә түбәндәгеләрҙе тәҡдим итә:
-рәсми рәүештә эшкә урынлашыу;
-тулы социаль пакет;
-түләүле отпуск һәм больничныйҙар;
-льготалы хаҡ менән йылы туҡланыу;
-вахта транспорты;
-дөйөм ятаҡта урын.
Осрашыуға вахта ысулы менән эшләп йөрөүселәрҙе, уларҙың ғаилә ағзаларын, шулай уҡ был тәҡдим ҡыҙыҡһындырғандарҙың барыһын да көтәбеҙ – ишектәр асыҡ!
Н. Ишкилдина, мәшғүллек үҙәге етәксеһе.