Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
21 Июнь , 12:20

Бөрйәндә туризм нисек үҫешә?

Бөрйән районында туризмды үҫтереү өлкәһендә 2019 йылдан алып бер нисә ҙур проект тормошҡа ашырылды. “Шүлгән-Таш” тарихи-мәҙәни музей комплексы төҙөлдө. Туризмды тағы ла йәнләндереү маҡсатында  юл буйы сервисы – туҡталҡалар төҙөлдө. Киләһе йылдарҙа Морат туғай ерлегендә ҡунаҡхана комплексы төҙөлөшө планлаштырыла.

Бөрйәндә туризм нисек үҫешә?
Бөрйәндә туризм нисек үҫешә?

Республикала эш башлаған ваҡытында Радий Хәбиров эске туризмды үҫтереүгә бәйле хәлдең бик киҫкен тороуын билдәләне. Ул проблеманы тейешле инфраструктураның булмауы менән бәйләне. Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса эске туризм менән шөғөлләнгән компаниялар өсөн гранттар һәм субсидиялар, һалым, административ льготалар системаһын булдырырға хәл ителде.

Пандемия, махсус хәрби операция ваҡытындағы ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, туризм өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе һанала.

Республикала туризмды үҫтереүгә Радий Хәбиров булышлығында ойошторолған “Башҡортостан оҙон ғүмерлелек” программаһы, мәктәп һәм сәнәғәт туризмы булышлыҡ итә.

«Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» программаһы - Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указы нигеҙендә 2020 йылдың 1 октябрендә башланған өлкән быуындың йәшәү сифатын арттырыуға йүнәлтелгән проект.

Оло быуын кешеләре өсөн уникаль тәбиғәт ҡомартҡыларын күрһәтергә, республиканың мәҙәни мираҫы һәм иҫтәлекле урындары менән таныштырырға мөмкинлек биргән туристик маршруттар әҙерләнә.

Районда хаҡлы ялдағы ололар өсөн “Башҡортостан оҙон ғүмерлелек” программаһы буйынса быйылғы йылда 100 квота бирелгән. Өлкәндәр Әбйәлил (Яҡтыкүл) Учалы (Әүешкүл, Әүлиә шишмәһе), Белорет (“Ассы” шифаханаһы, “Абҙаҡ” комплексына) яҡтарына барып ял иттеләр. 5 райондашыбыҙ Минск ҡалаһына 8 көнлөк барып ялға барып ҡайтты. 2024 йылда Абхазияға барыу планлаштырыла.

Мәктәп балалары каникулдарҙа Шүлгәнташ мәмерйәһенә, уның янындағы тарихи музейға, “Каповатур” турбазаһына, Кейекбай ауылына пейнтбол уйнау еренә, Яуымбай ауылының Ташлыйорт мәмерйәһенә, Башҡорт дәүләт ҡурсаулығына ял итергә барҙылар.

Башҡортостан туристар ағымының артыуы билдәләнгән төбәктәр иҫәбенә инә. Төбәктең туристик инфраструктураһын үҫтереү иҫәбенә артабан да ыңғай динамиканы тәьмин итеү мөһим. 2023 йылда был маҡсатҡа 1,5 миллиард һум самаһы федераль аҡса йәлеп ителгән.

Бөрйән районы туристарҙы үҙенең үҙенсәлекле тәбиғәте, матурлығы менән ылыҡтыра. Районыбыҙҙа Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы, “Шүлгәнташ” ҡурсаулығы, “Башҡортостан” милли паркы, “Алтын солоҡ”, “Әсебар” заказниктары бар. Мәсем, Баҙал тауҙары, Йылҡысыҡҡан күле, Ағиҙел, Нөгөш йылғалары кеүек тарихи объекттарға бай Бөрйәндә туризм йылдан-йыл үҫешә.

Районда туристик йүнәлеш буйынса 18 шәхси эшҡыуар эшмәкәрлек алып бара. 2023 йылда был өлкәнән бюджетҡа яҡынса 12 миллион һум килем ингән. Дөйөм алғанда, район 2023 йылда 83 меңгә яҡын турист ҡабул иткән. “Шүлгәнташ” ҡурсаулығы 78 мең кеше ял иткән. Ҡурсаулыҡтың бюджеты 87,9 миллион һум тәшкил иткән.

2023 йылда Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығында 1092 кеше ял иткән. Ҡурсаулыҡ тарафынан 2 экологик лагерь ойошторолған. Йыл дауамында федераль бюджеттан 4 миллион һум бүленгән, ҡурсаулыҡтың үҙ килеме 228 мең 693 һум тәшкил иткән.

Туристик хеҙмәттәрҙең һәм инфраструктураның сифатын яҡшыртыу төбәккә аҡса ағымын арттырыу мөмкинлеге бөтә тармаҡ (төҙөлөш, сәнәғәт, транспорт, хеҙмәтләндереү өлкәһе һәм башҡалар) күрһәткестәренә үҫтереү мөмкинлеге бирә.

Бөрйән районында туризмды үҫтереү өлкәһендә 2019 йылдан алып бер нисә ҙур проект тормошҡа ашырылды. “Шүлгән-Таш” тарихи-мәҙәни музей комплексы төҙөлдө. Туризмды тағы ла йәнләндереү маҡсатында  юл буйы сервисы – туҡталҡалар төҙөлдө. Киләһе йылдарҙа Морат туғай ерлегендә ҡунаҡхана комплексы төҙөлөшө планлаштырыла.

Әйткәндәй, “Шүлгәнташ” музейы Рәсәйҙә иң яҡшы музей комплексы тип табылды - Түбәнге Новгород ҡалаһында үткән Russian Event Awards 2023 халыҡ-ара   премияһында Гран-при яулауға өлгәште.

Иҫке Собханғол-Мораҡ юлы (34 саҡырым) асфальтланды, Морат туғай ерлегендә кәрәҙле бәйләнеш һәм интернет булдырылды, Иҫке Собханғол-Ырғыҙлы йүнәлешендә газ торбалары һалынды.

Туристик базалар һаны арта. Бөгөнгө көндә “Олоғужан” туристик туҡталҡаһы, “Инсебикә”, “ТурМатур”, “Айнур”, “Сәйәхәт” турбазалары, “Каповатур” глэмпингы уңышлы эшләп килә.

Шулай уҡ районда туризмдың яңы йүнәлеше – Ағиҙел буйлап кәмәләрҙә йөҙөү, сапта (таҡта-кәмәләрҙә) йөҙөү ойошторола.

Ағымдағы 2024 йылда Аҡбулат ауылында глэмпинг (“Каповатур”), Иҫке Собханғолда туристик комплекс (В. Кәримов), турбаза (А. Чернова) эшләй башлаясаҡ. Яуымбай һәм Әбделмәмбәт йүнәлеше буйынса газ торбалары һалыу тормошҡа ашырыла.

Республика туризм өлкәһендәге инвестиция башланғыстарын тормошҡа ашырыу өсөн уңайлы шарттар булдыра. Республика башлығы инвестиция сәғәттәре сиктәрендә проекттарҙы шәхсән үҙе ҡарай һәм уларға ярҙам итеү тураһында ҡарар ҡабул итә.

Был йәһәттән район эшҡыуарҙары И. Шәмиғолова,  И. Маликов үҙ эштәрен асыуға субсидиялар алған.

“Инсебикә” турбазаһында ( ШЭ И. Шәмиғолова) әүҙем генә эш башланған. Илнур һәм Ирина Шәмиғоловтар туризм өлкәһендә инфраструктураны үҫтереүгә конкурстың федераль грантын алғандар. Улар йыл әйләнәһенә эшләйәсәк модуль өйҙәр, башҡортса йыйыштырылған тирмә төҙөүгә йүнәлтелгән. Унда ғаиләләр өсөн айыҡ байрамдар, тыуған көндәре, осрашыуҙар уҙғарыла. Әйткәндәй, Төркиәнән дүрт ғаилә килеүе көтөлә. Йәй көндәре Ағиҙел буйлап кәмәләрҙә йөҙөүҙәр ҙә ойошторола. Ҡышын тирмәләр ҡуйыласаҡ, саңғы трассаһы төҙөү күҙаллана. Бында туристар өсөн уңайлы шарттар булдырылған: бәҙрәф, душ, аш-һыу бүлмәләре бүленгән. Ике өй ҡулланыуға әҙер, ҡышҡа тиклем тағы ла ике өй төҙөлөп бөтәсәк, кафе эшләй башлаясаҡ. Әлегә эшҡыуарҙар үҙҙәре өлгөрә. Киләсәктә 5-6 кешегә эш урындары ла булдырыласаҡ.

Эшҡыуар әйтеүенсә, киләсәктә уларҙың пландарында күп нәмәләр бар. Һис шикһеҙ, уларҙың барыһы ла ваҡыт үтеү менән тормошҡа ашырыласаҡ, сөнки туристик хеҙмәттәрҙең сифатын яҡшыртыу районыбыҙҙа күберәк туристарҙы йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк.

Бөрйәндә туризм нисек үҫешә?
Бөрйәндә туризм нисек үҫешә?
Бөрйәндә туризм нисек үҫешә?
Бөрйәндә туризм нисек үҫешә?
Бөрйәндә туризм нисек үҫешә?
Бөрйәндә туризм нисек үҫешә?
Бөрйәндә туризм нисек үҫешә?
Бөрйәндә туризм нисек үҫешә?
Бөрйәндә туризм нисек үҫешә?
Бөрйәндә туризм нисек үҫешә?
Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас: