-3 °С
Ҡар
5 йомортҡа һытып, уға семтем генә тоҙ һалып болғатабыҙ. 180-200 грамм самаһы шәкәр, 2 аш ҡалағы көнбағыш майы, 1 сәй ҡалағы аш һеркәһе менән һүндерелгән сода (йәки 1 аш ҡалағы ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель), 2 аш ҡалағы какао, 150 грамм тирәһе он кәрәк була.
Уларҙың барыһын бергә яҡшылап бутап, килеп сыҡҡан бисквитты 180 градусҡа ҡәҙәр ҡыҙған мейестә бешереп алабыҙ.
Крем өсөн 400 грамм эремсек (творог), 100 грамм ҡуйыртылған һөт (сгущенка) алабыҙ һәм уларҙы бергә блендер менән бутайбыҙ.
Бешкән бисквит өҫтөнә эремсекле массаны һылап, өҫтөнә ваҡланған грек сәтләүеге һипһәң, телде йоторлоҡ тәмлекәс килеп сыға.
(Интернеттағы асыҡ сығанаҡтан алынып, тәржемә менән бирелде).