Йәштәр шулай уҡ шәхси эшҡыуар И. Мырҙағолованың эшенең “шаршау артына” күҙ һалырға мөмкинлек алды. Уҡыусылар аҙыҡ-түлек комбинатының цехында булдылар, эш процесын ойоштороу һәм эш шарттары менән таныштылар.
Әйткәндәй, Илзидә Ишмырҙа ҡыҙы йәйге осорға үҫмерҙәрҙе эшкә ала.
Бәлиғ булмағандар өсөн бер ниндәй ҙә хәүефле эштәр ҡаралмаған. Ҡыҙҙар бөгөндән үк И. Мырҙағолованың шәхси эшҡыуарлығында ашнаҡсы ярҙамсыһы булып эш башлаясаҡ. Профориентация йәһәтенән был эш уларға бик файҙалы: улар икмәк бешереүсе һөнәре менән яҡындан таныша аласаҡтар.
2 ҡыҙ Ozon һәм Wildberries курьерҙары эшенә тотондолар. 5 үҫмер “Бөрйән урман хужалығы” учреждениеһына биләмәләге төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү эштәренә йүнәлтелде.
Үҫмерҙәрҙең эш хаҡы эш биреүсе тәғәйенләгән эш хаҡы менән мәшғүллек үҙәге биргән матди ярҙамдың берләшмәһенән хасил була. Эш тәжрибәһе хеҙмәт кенәгәһенә индерелә.
Мәшғүллек үҙәге тарафынан эшләнгән уҡыусыларҙы йәйге осорға эшкә урынлаштырыу программаһы үҫмерҙәргә аҡса эшләп, ғаиләһенә матди йәһәттән ярҙам итеүҙе генә күҙ уңында тотмай, шул уҡ ваҡытта уҡыусыларҙы буш ваҡыттарында файҙалы хеҙмәт менән тәьмин итеүҙе лә күҙаллай. Был уҡыусыларҙа ҡушылған эш өсөн яуаплылыҡ тойоу сифаттарын тәрбиәләргә булышлыҡ итә, икенсенән, үҙҙәренең ата-әсәләренең хеҙмәтен дә ихтирам итә башлаясаҡтар.
Йәйге каникулдар осоронда эшләп алырға теләгән уҡыусылар Бөрйән районы буйынса Мәшғүллек үҙәгенә түбәндәге адрес буйынса мөрәжәғәт итә алалар: Иҫке Собханғола уылы, Салауат урамы, 30. 2-се ҡат.
“Ҡыҙыу бәйләнеш” телефоны: 8 347 55 3 62 70.
Сығанаҡ: https://clck.ru/38umzh