Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
28 Май , 12:00

Ҡупшы кәрзиндәр үрә

Ҡул эштәренән күргәҙмәләр ҡуйылһа, районыбыҙҙа ни тиклем күп талантлы, ижади кешеләр йәшәүенә һоҡланаһың. Был мәҡәлә матурлыҡ тыуҙырыусыларҙың береһе  – ябай ғына һауытты зауыҡлы, матур кәрзингә әйләндереү оҫтаһы Илүзә Насырова тураһында.

Ҡупшы кәрзиндәр үрә
Ҡупшы кәрзиндәр үрә

Илүзә - Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауылы ҡыҙы. Мәктәптә уҡыған сағында уҡ иң нескә шөғөлдәрҙең береһе – сигеү менән булыша. Шул ваҡыттарҙа кәнфит ҡағыҙынан кәрзин эшләүен, үҙ эшенә нисек ҡыуаныуын әлегеләй хәтерләй. Белорет медицина колледжын тамамлағандан һуң район үҙәк дауаханаһында эшләгән, әле декрет ялында. Тормош иптәше Вилнур менән Асия исемле ҡыҙ һәм Динар исемле ул үҫтерәләр. Ғаилә башлығы Белорет металлургия комбинатында эшләй. Йәш ғаилә эш көндәрен Белорет ҡалаһында, ял көндәрен Бөрйәндә үткәрә. Балалар ҡарап өйҙә ултырһа ла, матурлыҡ тыуҙырырға яратҡан Илүзә ғаилә бюджетына үҙ өлөшөн индерергә бар көсөн һала. 

Ротанганан кашпо үреү - үҙенә күрә күп көс, таһыллыҡ һәм ваҡыт талап иткән шөғөл. Уның менән тик сыҙамлы, тырыш, ныҡышмалдар ғына мауығалыр.

“Декрет ялында буш ваҡытымды файҙалы һәм килемле итеү өсөн ниндәйҙер шөғөл табырға булдым. Хәҙер өйрәнәм тиһәң, мөмкинлек күп – бар нәмә интернетта. Кашпо үрергә үҙ аллы өйрәндем. Әлбиттә, был эштә ҡул көсө мөһим. Башта  төндәрен ҡулдар һыҙлап ыҙалата ине, эшләй-эшләй өйрәндем. Әйткәндәй, тәүге декрет ялымда заказға бауырһаҡ бешергәйнем”, – ти ул, йылмайып.

Яңы эште үҙләштерҙем, тип туҡтап ҡалмай оҫтабикә, эшен камиллаштырыу өсөн офлайн, онлайн оҫталыҡ дәрестәре ала, кашпо үреүҙең яңынан-яңы төрҙәрен үҙләштерә. Хәҙер ул төрлө ҙурлыҡтағы һауытты  үҙе теләгән биҙәк менән үреп ҡуя ала. Өйрәнсек осоронда көнөнә бер кашпо эшләһә, хәҙер көнөнә 2-3 һауытты һә тигәнсе үреп, әҙерләп ҡуя. 1 кашпоны эшләү өсөн яҡынса 4 сәғәт ваҡыты китә уның. Матур һауыттарҙы һатып алырға теләүселәр ҙә күп.

Заказдарҙы ваҡытында һәм сифатлы итеп эшләп өлгөртөр өсөн, ваҡытын ҡулайлаштырып, кәрзиндәрҙең нигеҙен кистән әҙерләп ҡуйырға ғәҙәтләнгән. 

Эштәре араһында иң киң таралғаны 5-7 литрлыҡ кәрзиндәр. Кашполарҙы гөлдәр, уйынсыҡтар, хатта кейем-һалым һалыр өсөн дә үргәне бар. Иң ҙур күләмлеһе – 40 литрлы һауыт. “Кәрзиндәрҙе тик заказға үрәм. Күбеһенсә Белорет, Бөрйән халҡы ҡыҙыҡһына. Һорауҙары буйынса эштәремде республиканың төрлө райондарына, Татарстанға, күрше өлкәләргә ебәргәнем бар,” – ти ул. Һатып алыусылары оҫтабикәнең эше менән бик ҡәнәғәт ҡала, ыңғай баһалап, рәхмәт һүҙҙәрен еткерә. Шулай булмайса, ул кәрзиндәрен тик сифатлы ротанганан үрә, етмәһә, һәр береһенә күңел йылыһын, күҙ нурын ҡуша.  

Үҙе уңған, бар ергә лә өлгөр Илүзә яратҡан шөғөлөнөң серҙәре менән бүлешеп, социаль селтәрҙә йыл әйләнәһенә оҫталыҡ дәрестәре үткәрә.  Үткән йылда районда ҡыҙыҡһыныусы ҡатын-ҡыҙҙар күп булғас, үҙ өйөндә лә ошондай уҡ дәрес ойоштора. Быйыл да үткәрергә ниәтләй.

Заманаға яраҡлашып, йүнен табып, яратҡан шөғөлөн килем алыу дәрәжәһенә еткерә алған Илүзә Насыроваға - гөрләтеп донъяһын да көткән, йәмәғәт тормошонда ла ҡатнашып, үҙ эшенән йәм табып, матурлыҡ өләшеп йәшәгән Бөрйән ҡыҙына уңыштар теләйек.

Ҡупшы кәрзиндәр үрә
Ҡупшы кәрзиндәр үрә
Ҡупшы кәрзиндәр үрә
Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас: