Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
27 Май , 13:00

Бизнес асырға ярҙам итәбеҙ

Бының өсөн “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә килегеҙ.    

Бизнес асырға ярҙам итәбеҙ
Бизнес асырға ярҙам итәбеҙ

“Радий Хәбировтың бизнес менән аралашыу төркөмө”ндә Бөрйән районының бизнес-шерифы Илфат Әсғәт улы Ғәлин йәш эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтелеүе тураһында яҙған.

"Бөрйән тураһында һүҙ сыҡһа, күптәр тәбиғәт, туризм һәм Шүлгәнташты күҙ алдына килтерә. Ә мин бөгөн һеҙҙе икенсе йүнәлештә эшләгән эшҡыуар Фәнис Шириязданов менән таныштырғым килә. Ул адреслы социаль ярҙам программаһында ҡатнашып, төҙөлөш материалдары етештереүгә тотондо. 

2021 йылда Фәнис үҙ эшен асырға теләп, Бөрйән районы хакимиәтенә ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә ул тимер-бетон изделиелар етештереү проекты менән таныштырҙы һәм  эшен асыуға АСПК программаһы буйынса субсидия алды. Кәрәкле эш ҡорамалдары һатып алып, эшен яйға һалып ебәрҙе. Һуңғараҡ тротуар плиталары етештерә башланы.

Эшҡыуар шулай уҡ төҙөлөш блоктары етештереүҙе һәм производство биналары төҙөүҙе лә юлға һалырға планлаштыра. Уға уңыштар ғына теләйбеҙ.

Яңы ҡыҙыҡлы проекттарҙы тормошҡа ашырырға теләгән Бөрйән районы халҡын район хакимиәтендә «Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре»ндә көтәбеҙ.

Бәйләнеш өсөн телефон: 7 927 936-55-02.

Ихтирам менән, Бөрйән районының бизнес-шерифы Илфат Ғәлин", - тигән ул үҙ яҙмаһында.

 

 Фото: Радий Хәбировтың бизнес менән аралашыу төркөмө.

Бизнес асырға ярҙам итәбеҙ
Бизнес асырға ярҙам итәбеҙ
Бизнес асырға ярҙам итәбеҙ
Бизнес асырға ярҙам итәбеҙ
Бизнес асырға ярҙам итәбеҙ
Бизнес асырға ярҙам итәбеҙ
Автор:Г. Хафизова әҙерләне
Читайте нас: