Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
24 Май , 09:35

Игеҙәк ҡыҙҙар һабын етештерә!

 “Таныш булығыҙ, минең тағы ла бер “һабын королеваларым” – игеҙәктәр Инзирә һәм Нурзилә (Сестры Рукодельницы)”, тип яҙа был ҡыҙҙар хаҡында остаздары Айзада Юламанова. Һабын эшләү серҙәренә өйрәнергә башта Инзирә йөрьәт итә...

Игеҙәк ҡыҙҙар һабын етештерә!
Игеҙәк ҡыҙҙар һабын етештерә!

Һабын эшләү серҙәренә өйрәнергә башта Инзирә йөрьәт итә. Ул декретта ултырған күп балалы әсә. Ғаиләһендә Шайморат исемле улы һәм игеҙәктәре – Нурия менән Нур үҫә.

Инзирә Иҫке Собханғол ауылында йәшәй.

-Миңә уҡырға теүәл бер йыл элек килде. Һәм ошо ваҡыт эсендә һабын бешереүҙә байтаҡ аҡса эшләп өлгөргән. Үҙенең һүҙҙәренә ҡарағанда, ҡайһы бер теләктәрен тормошҡа ашырған, хатта эре әйберҙәр ҙә һатып алған, - тип яҙа остазы Айзада Юламанова.

Уларҙың инде даими клиенттары бар һәм уларҙан бик күп рәхмәт һүҙҙәре ишетәләр. Игеҙәк ҡыҙҙарҙың һабынын кешеләр теләп һатып алалар. Проблемалы тиреле кешеләргә бигерәк тә килешә икән.

Башта Инзирә үҙе һәм яҡындары өсөн генә эшләй башлай. Үҙенә декреттағы һирәк эләккән буш ваҡыттарын да файҙа менән үткәрерлек шөғөл эҙләй.

Уларҙың сәхифәһенә инһәң (Сестры Рукодельницы), ҡыҙҙарҙың үҙ эштәрен ныҡ яратҡанына һәм күңелдәрен һалып эшләүҙәренә инанаһың.

Әйткәндәй, декрет ялындағы әсәйҙәр бының менән генә сикләнеп ҡалмай, уларҙың ирен ярылғанда ҡуллана торған помадаһына ла ихтыяж ҙур ғына. Милли стилдә сулпылар, алҡалар, башҡа биҙәнеү әйберҙәре лә эшләй башлағандар.

Әйткәндәй, Инзирә менән Нурзиләнең алға пландары тағы ла ҙурыраҡ. Уңған ҡыҙҙарға уңыштар насип булһын!

Айзада Юламанова сәхифәһендәге мәғлүмәттәр һәм фотолар файҙаланылды.

Игеҙәк ҡыҙҙар һабын етештерә!
Игеҙәк ҡыҙҙар һабын етештерә!
Игеҙәк ҡыҙҙар һабын етештерә!
Игеҙәк ҡыҙҙар һабын етештерә!
Игеҙәк ҡыҙҙар һабын етештерә!
Игеҙәк ҡыҙҙар һабын етештерә!
Игеҙәк ҡыҙҙар һабын етештерә!
Игеҙәк ҡыҙҙар һабын етештерә!
Игеҙәк ҡыҙҙар һабын етештерә!
Игеҙәк ҡыҙҙар һабын етештерә!
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: