Гөлназ Усманова Нәби ауылы һылыуы. Тормош иптәше Айтуған менән өйләнешкәс, Иҫке Собханғолда төпләнәләр. Декрет ялына тиклем банк системаһында эшләй.
Гөлназдың тәбиғи һабындар эшләй башлауы осраҡлы түгел. Бәләкәй ҡыҙы тыуғас, битенә сабыртма сыға башлай. Дерматиттың бер төрө тигән диагноз ҡуялар. Республика дауаханаларына йөрөтөүҙең дә файҙаһы әҙ була. Был ауырыу менән көрәшкән ваҡытта бик күп һабындарҙың, крем һәм маздәрҙең составын өйрәнә башлай. Шул саҡта интернет киңлектәрендә тәбиғи һабын, шампун эшләү серҙәренә өйрәтеүсе Айзада Юламанованың битләүенә юлыға. Бигерәк тә тәбиғи һабындарҙың дерматит ваҡытында ярҙам итеүе тураһында яҙма ылыҡтыра Гөлназды. Бик оҙаҡ ваҡыт уның битләүен күҙәтеп барғандан һуң, тәүәкәлләп, бер нисә курс һатып ала һәм үҙе һабындар эшләй башлай. Иң беренсе эшләгәндәрен бик ҡәҙерләп, һаҡлап ҡына тотона. Аҙаҡ эштәрен байрамдарҙа туғандарына, яҡындарына бүләк итә. Шулай итеп, яйлап үҙ һатып алыусылары барлыҡҡа килә башлай.
Әлеге көндә Гөлназ райондаштары араһында танылыу яулап та өлгөргән. Һабын һәм шампундәре ҡыйбатлы тәбиғи майҙарҙан булғас һәм күңелен һалып эшләгәс, һатып алыусылары ла күп. Уларҙы һәр кемдең тән тиреһенең, сәсенең төрөнә ҡарап тәҡдим итә. Ирен өсөн гигиена помадалары эшләй. Тәүге осорҙа уҡытыусыһы биргән әҙер рецептар менән эшләһә, хәҙер үҙе уйлап сығара.
Ғаиләһе – иң ҙур терәге уның. Тормош иптәше Айтуған менән ике ҡыҙ, бер ул үҫтерәләр. “Ата-әсәйемдең, тормош иптәшемдең ярҙамын, ышанысын тойоу миңә ҡанат ҡуя. Һатып алыусыларымдан ыңғай баһалама алыуым көс өҫтәй. Әле сәстәр өсөн бальзам эшләй башларға уйлайым. Улар ҙа минең һатып алыусыларым араһында киң ҡулланыш табыр тип ышанам.
Йыш ҡына районда үткән сараларға һатыу-күргәҙмә ҡуйырға саҡыралар. Баш тартмаҫҡа тырышам. Бер урында тик ултырыу миңә хас түгел”, – ти оҫтабикә.