Башҡортостан Хөкүмәте Баймаҡ районында туристар өсөн яңы комплекс төҙөү инициаторы – «Сириус» компанияһы менән инвестицияларҙы яҡлау һәм дәртләндереү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Өҫтөнлөклө инвестиция проекты инициаторына килешеү төҙөгән ваҡытта ғәмәлдә булған шарттарҙы һаҡлау, шулай уҡ дәүләт ярҙамы саралары, шул иҫәптән инженер һәм транспорт инфраструктураһы төҙөлөшөнә субсидия биреү гарантиялана. «Инвестиция сәғәте»ндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировты проект менән таныштырғандан һуң ул өҫтөнлөклө статусына эйә булды.
Турбаза төҙөлөшөнөң беренсе этабын бойомға ашырыу өсөн инвестор 20,5 миллион һум самаһы аҡса бүлергә ниәтләй. Инвестор туристар комплексын Талҡаҫ күле буйында асырға ниәтләй. Тәүге этапта 40 кешегә иҫәпләнгән модулле ҡунаҡ апартаменттарын һәм 30 урынлыҡ кемпинг майҙансығын йыһазландырыу күҙаллана. Бынан тыш, ял базаһы биләмәһендә арҡан паркы һәм балалар майҙансығы булдырыла.
Бынан алда Башинформ Ирәмәл тауы янында йыл әйләнәһенә эшләгән туристик комплекс төҙөлөшө тураһында хәбәр иткәйне.
Фото:Олег Яровиков