Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
22 Апрель , 12:00

Таңһылыу 1-се дәрәжә лауреат дипломына лайыҡ булған!

19-20 апрелдә Әлшәй районының Раевка ҡасабаһында  “Быуаттарҙы тоташтырыусы еп” тигән исем аҫтында VII республика башҡорт балаҫы фестивале үтте. Унда республиканың 23 ҡала һәм районынан балаҫ эшләү оҫталары йыйылды. Фестивалдә беҙҙең райондың Иҫке Монасип ауылынан балаҫ һуғыу оҫтаһы Таңһылыу Ҡарағолова ҡатнашты.

Таңһылыу 1-се дәрәжә лауреат дипломына лайыҡ булған!
Таңһылыу 1-се дәрәжә лауреат дипломына лайыҡ булған!

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса ул беренсе дәрәжә лауреат дипломына эйә булған!

-19-20 апрель көнө Әлшәй районы Раевка ауылында уҙған башҡорт балаҫы фестивалендә ҡатнашыу бәхете тейҙе. Беренсе көнө балаҫ һуғыу буйынса оҫталар араһында конкурс һәм күргәҙмә-конкурс булһа, икенсе көнө мастер-кластар, түңәрәк өҫтәл үтте.

Интернет селтәре аша аралашҡан оҫталар бергә осрашып, фекер алышып, балаҫ һуғыу серҙәре менән бүлештеләр. Был сараны ойоштороусыларға, фестивалдә ҡайнап йөрөгән һәр береһенә ҙур-ҙур рәхмәт! Йылы һүҙҙәр, изге теләктәр беҙгә илһам-дәрт өҫтәне, ҡанат ҡуйҙы. Алла бирһә, киләһе осрашҡанға тиклем! – тип тәьҫораттары менән бүлешә Таңһылыу.

Афарин! Алда ла еңеүҙәр, ижади балҡыштар насип булһын!

(Таңһылыу Ҡарағолованың сәхифәһендәге фотолар файҙаланылды).

Таңһылыу 1-се дәрәжә лауреат дипломына лайыҡ булған!
Таңһылыу 1-се дәрәжә лауреат дипломына лайыҡ булған!
Таңһылыу 1-се дәрәжә лауреат дипломына лайыҡ булған!
Таңһылыу 1-се дәрәжә лауреат дипломына лайыҡ булған!
Таңһылыу 1-се дәрәжә лауреат дипломына лайыҡ булған!
Таңһылыу 1-се дәрәжә лауреат дипломына лайыҡ булған!
Таңһылыу 1-се дәрәжә лауреат дипломына лайыҡ булған!
Таңһылыу 1-се дәрәжә лауреат дипломына лайыҡ булған!
Таңһылыу 1-се дәрәжә лауреат дипломына лайыҡ булған!
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: