22 март - Халыҡ-ара таксистар көнө
Ғүмерен шофер һөнәренә бағышлаған Рауил Зәйнетдин улы башта ауыл хакимиәтендә, аҙаҡ судта, юл ремонтлау-төҙөү идаралығында, ветеринария станцияһында водитель булып эшләй. Эшен ярата, әммә эш хаҡының түбән булыуы эсен бошора. Күп балалы ғаиләһен аҫрау өсөн ветстанцияла эшләгән осоронда ял көндәрендә таксист булып йөрөй. Ҡатыны менән кәңәшләшеп, эшен ҡалдырырға, такси хеҙмәтенә күсергә ҡарар итә һәм үҙ эшен асып ебәрә. Район үҙәгендә ул ваҡытта таксиҙар етәрлек булыу сәбәпле, эшен Байназарҙа башлай. Байназар ауылының бер өлөшө халыҡ телендә “шанхай” тип йөрөтөлә. Ошо исемде оҡшатып, үҙенең такси хеҙмәтенә ҡушып ебәрә.
-Байназарҙа клиенттар әллә ни булманы. Район үҙәгенә күстем. Тәүге көн юлға сыҡҡас та юл-патруль хеҙмәткәрҙәре туҡтатты. Лицензиям бар, документтар теүәл.
Бер үҙем шулай эшләй башланым. Клиенттар күбәйгәс, бер-нисә егетте эшкә алдым, - тип эш башлаған саҡтарын иҫкә алды Рауил ағай.
Алһыҙ-ялһыҙ эшләп, ҡайтып ашап китергә лә ваҡыты булмай ҡайһы саҡ. Ышанып, машина саҡыртҡан кешенең заказын кире ҡаҡмаҫҡа, клиенттарын юғалтмаҫҡа тырыша. Үҙенә ышаныслы, һәйбәт команда туплап ала. Конкуренция көслө булғанлыҡтан, прокуратура тикшереүен үтергә лә тура килә уға. Документтары теүәл, эше ырамлы барған, халыҡ араһында ышаныс яулап өлгөргән таксист эшен дауам итә.
Пассажирҙарҙы ташыу буйынса талаптар көсәйгәнлектәнме, балалар үҫешеп, үҙ аллы булып бөткәнгәме Рауил ағай “Шанхай”ҙы һатырға ҡарар итә. Бер ай ял итеп алғас, эшһеҙ ятыуҙан толҡа тапмай, шул уҡ таксиға водитель булып урынлаша.
Әммә үҙе баш булып өйрәнгән етәксе 2021 йылда улдары менән бергә яңынан эш асып ебәрә. Бөгөнгө көндә уларҙың “Лидер” тип аталған такси хеҙмәте уңышлы эшләп килә.
-Аллаға шөкөр, клиенттар күп, командабыҙҙа шәп егеттәр эшләй. Ике улым да үҙем менән. Эльдар төп эшенән ялға ҡайтҡан арала ярҙам итә, Рәзил Бөрйән-Өфө йүнәлешендә эшләй. Водитель егеттәргә пассажирҙарға, бигерәк тә ололарға, балаларға ҡарата ихтирамлы, иғтибарлы булырға, автомобилдәрҙе таҙа тоторға тигән талаптар ҡуйылған. Ялыуҙар булһа, үҙемә шылтыратып еткерәләр. Такси автомобилендә кешеләр әйберҙәрен онотоп төшһә, тиҙ арала хужаһын табып, ҡайтарып биреү яғын ҡарайбыҙ. Даими клиенттарыбыҙ күп кенә. Эшкә иртә йөрөгәндәрҙе ваҡытында алып барып еткерергә тырышабыҙ. Мин үҙем көн дә иртәнге 7-се яртынан рулдәмен. Егеттәр менән алмашлап киске сәғәт 11-гә тиклем эшләйбеҙ. Саҡыртыуҙар булһа, төндә лә сығабыҙ. Районда таксиға ихтыяж көслө. Ауылдарҙа эшһеҙ ятҡан ир-аттарға ошо йүнәлештә эшләп ҡарарға тәҡдим итер инем, - ти “Лидер” хужаһы.
Рауил Зәйнетдин улы ҡул аҫтында ике автомобиль тота. Береһе менән эшкә сыҡһа, икенсеһе йыуылған, таҙа, тулы бак бензин менән алыҫ юлға әҙер ултыра. Ошо һаҡсыллығы уға гелән ярҙам итә. Ҡырҙан Бөрйәнгә ял итергә килгән баланы ҡотҡарышырға ярҙам иткән бер осраҡты ла һөйләне.
- Бер мәл төндә туристар шылтырата. Тиҙ арала ауырыу баланы Өфөгә алып барып еткерергә кәрәк, тиҙәр. Оҙон юлға әҙер ултырған машинам менән пассажирҙарҙы барып алып, йәһәтләп юлға сыҡтыҡ. Ҙур ғына тиҙлектә барҙыҡ, юл ҡағиҙәләрен боҙорға ла тура килде. Баланы ҡаршы алырға Өфөнән машина сыҡҡан булған. Инйәрҙә осраштыҡ. «Текә» һанлы, алтын һары төҫтәге «текә» генә автомобилдән күренекле бер кеше баланы ҡабул итеп алып, рәхмәт әйтеп, юл хаҡын түләне. Улар ҡуҙғалғас ҡына аҡсаны иҫәпләп ҡараһам, бик ҙур сумма ҡалдырған булып сыҡты. Барып еткәс тә рәхмәтен еткереп шылтыраттылар. Әлбиттә, баланың имен ҡалыуы һәм уның өсөн минең дә ярҙамым тейеүенә сикһеҙ ҡыуандым.
Йәйге осорҙа ҡырҙан килгән туристар ҙа беҙҙең хеҙмәт менән ҡуллана. Улар район эсендә генә түгел, республика, сит өлкәләргә лә заказ бирә. Быйыл май айына инде заказ биреп тә ҡуйҙылар, - ти таксист.
Өйөндә лә хәстәрлекле тормош иптәше, бынамын тигән атай, йәш кенә олатай ул Рауил Зәйнетдин улы. Ҡайынтүш балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләгән ҡатыны Айгөл Зәки ҡыҙы менән 5 балаға – 4 ул һәм 1 ҡыҙға ғүмер биргәндәр. Өлкәндәре Эльдар Татарстанда автосалонда эшләй, өйләнгән, ҡыҙ үҫтерәләр. Рәзил кәләше менән Өфө ҡалаһында йәшәй, 3 улға атай. Ҡыҙҙары Эльвина быйыл юридик уҡыу йортон тамамлап, ҡулына диплом алырға әҙерләнә, кейәүҙә. Рәсил 9-ҙа, Батырхан 7-се класта уҡыйҙар. Улдарының барыһы ла аталарына оҡшап техника йәнлеләр. Хәйер, малайҙар араһында буй еткергән ҡыҙы ла машина менән генә уйнап үҫә.
-Ҡатыныма рәхмәт, ҡасан ғына командировкаға сыҡһам да матур итеп оҙатып ҡала, ҡаршы ала. Еңел кеүек күренһә лә, таксист эшенең дә үҙ ҡыйынлыҡтары бар. Сыҙамлыҡ һәм эшеңде яратыу ғына кәрәк. Беҙҙең хеҙмәт менән ҡулланған, беҙгә ышанып мөрәжәғәт иткән район халҡына рәхмәт. Барлыҡ таксистарға уңыштар теләйем, - ти 8 йылдан ашыу халыҡты хеҙмәтләндергән таксист.