Элина Кинйәбаева ярҙам һорап район хакимиәтенә мөрәжәғәт иткән. Социаль контракт буйынса адреслы социаль ярҙам программаһы буйынса документтар тапшырып, үҙ эшен асыу өсөн субсидия алған. Ул ер участкаһын рәсмиләштереп, Ағиҙел буйында туристик база төҙөй башлаған. 2022 йылда «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә Кинйәбаева туристик базаны киңәйтеү, төҙөкләндереү проекты менән таныштырған. Муниципалитет уның идеяһын хуплаған, эшҡыуарға туристар йорто, глэмпинг төҙөү өсөн материалдар һатып алыуға субсидия бирелгән.
Әлеге ваҡытта Элина Кинйәбаева йылға буйлап кәмә-катамарандарҙа ағып төшөү эшен ойоштороу менән шөғөлләнә. Туристарға ҡунаҡхана йорто, глэмпинг һәм ял итеү өсөн бөтә уңайлы шарттар тәҡдим ителә. Ҡышҡыһын бында даими рәүештә тюбинг трассаһы эшләй. Шулай уҡ мунса һәм чан бар.
Элина Кинйәбаева кеүек ҡыҙыҡлы проекттарын ғәмәлгә ашырырға теләгән һәр кемде Бөрйән районы хакимиәтенең «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»нә саҡыралар.
Фото:Радий Хәбировтың бизнес менән аралашыу төркөмө
https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-12-07/b-ry-n-rayonynda-turistar-s-n-tyubing-trassa-y-eshl-y-3548520