Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
18 Ноябрь 2023, 18:00

Эшеңде асам, тиһәң, ярҙам була

Район хакимиәтенең акттар залында үҙ эштәрен асыу мәсьәләләре буйынса идеяларын тормошҡа ашырырға, үҙҙәре өсөн эшләй башларға ниәт иткән эшҡыуарҙар һәм граждандар менән Берҙәм консультациялар көнө үткәрелде.

Эшеңде асам, тиһәң,  ярҙам була
Эшеңде асам, тиһәң, ярҙам була

Сарала Бөрйән районы хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары И. Ғәлин, Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәгенең Белорет филиалы белгесе О. Ғилфанова, район мәшғүллек үҙәге етәксеһе Н. Ишкилдина, “Ғаилә” үҙәге етәксеһе Д. Нәбиуллина, һалым хеҙмәте белгесе Ф. Әхмәтова ҡатнашты.
Консультацияла буласаҡ эшҡыуарҙар эш асыу буйынса үҙ өлкәңде, үҙеңдең күңелең ятырлыҡ тармаҡты нисек табыу, үҙ эшеңде асыу өсөн ҡайҙан аҡса табыу, шулай уҡ нисек итеп дәүләт ярҙамы менән үҙ средстволарыңдың ҙур ғына суммаһын экономиялап булыуы тураһында белде.
Үҙ эштәрен асыр алдынан был юҫыҡта белем алыуҙы ҡайғыртҡан кешеләр ҙә бар. Шуға бәйле, бер нисә кеше “Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” программаһы буйынса бушлай белем алыуға ғариза бирҙе.
Осрашыу үҙ-ара иркен аралашыу һәм аңлашыу шарттарында бик емешле үтте.
Үҙенең шәхси бизнесы тураһында хыялланған, уйланған һәр кем мәшғүллек үҙәгенә барып, эшҡыуарлыҡ эшен ойоштороу һәм эшһеҙ граждандарға бизнес-план әҙерләүҙә булышлыҡ итеү мәсьәләләре буйынса консультация алыу мөмкинлегенә эйә.
Өҫтәмә мәғлүмәттәр алырға теләгән граждандар түбәндәге телефондар аша мөрәжәғәт итә ала: 8 (347 55) 3 62 70, 8(347 55) 3 53 74.

Автор:Т. Баһауетдинова әҙерләне.
Читайте нас: