Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
19 Октябрь 2023, 08:35

Бауырһаҡ бешереү буйынса оҫталыҡ дәресе

Район мәҙәниәт һарайында башҡорт халыҡ милли ризығы булған бауырһаҡ бешереү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте.Уны оҫта хужабикә, йыр-моңға ғашиҡ, "Мираҫ" халыҡ фольклор ансамбле һәм "Инсебикә" вокаль ансамбле етәксеһе Ғәҙелшина Хәлиҙә Айрат ҡыҙы үткәрҙе.

Бауырһаҡ бешереү буйынса оҫталыҡ дәресе
Бауырһаҡ бешереү буйынса оҫталыҡ дәресе

-Сараға Иҫке Собханғол мәктәбенең 10-сы синыф уҡыусылары саҡырылды. Был сарала ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡыҙҙар бауырһаҡ бешереү серҙәренә төшөндөләр һәм уны тәмле итеп бешереп алыуға өйрәнделәр.

Башҡорт халҡының бер байрамы ла бауырһаҡһыҙ үтмәй. Бауырһаҡ - иң татлы милли ризыҡтарҙың береһе. Башҡорт халҡы уны элек - электән туй һәм башҡа оло табындар өсөн әҙерләгән булған. Уның төрҙәре бик күп.Беҙҙең районда уны бешереү оҫталығы менән дан тотҡан ҡатын-ҡыҙҙар бихисап, - тип хәбәр итәләр Бөрйән район мәҙәниәт һарайы төркөмөндә.

(Фотолар һәм мәғлүмәт Бөрйән район мәҙәнәиәт һарайы төркөмөнән).

Бауырһаҡ бешереү буйынса оҫталыҡ дәресе
Бауырһаҡ бешереү буйынса оҫталыҡ дәресе
Бауырһаҡ бешереү буйынса оҫталыҡ дәресе
Бауырһаҡ бешереү буйынса оҫталыҡ дәресе
Бауырһаҡ бешереү буйынса оҫталыҡ дәресе
Бауырһаҡ бешереү буйынса оҫталыҡ дәресе
Бауырһаҡ бешереү буйынса оҫталыҡ дәресе
Бауырһаҡ бешереү буйынса оҫталыҡ дәресе
Бауырһаҡ бешереү буйынса оҫталыҡ дәресе
Автор:Т. Баһауетдинова әҙерләне
Читайте нас: