Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
16 Октябрь 2023, 09:20

Һай, оҫта ла икән Гөлсәсәк!

Өләсәйемдең оҫталығы ейәнсәрҙәренә лә күскән. Ейәнсәрҙәренең береһе Гөлсәсәк Гульсасак Уметбаева апайым тураһында һүҙ барыр. Ул өләсәйемдең эшен дауам итеүсе,һаҡлап ҡалыусыларҙың береһе. Башҡорт халҡыбыҙҙың иң боронғо кәсептәренең береһен тергеҙеүсе, балаҫ һуғыу оҫтаһы.

Һай, оҫта ла икән Гөлсәсәк!
Һай, оҫта ла икән Гөлсәсәк!

Минең өләсәйем Бибикамал Тимер ауылында иң оҫта тегеүсе,иң оҫта тирүгә һуғыусы була. Уның эшләгән тирүгә түшәктәрен әле һаман да ҡәҙерләп кенә тотонабыҙ. Бәләй саҡта минең иҫтә ҡалыуынса, көн дә матур матур япмалы күлдәктәрен кейеп, сәстәрен икенән үреп төшөрөп,остарына сулпыларын тағып, яулығын яҙып ябынып урам буйлап китеп барғаны ,тәнкәләренең атлаған һайын "сың -сың " иткәне әлегеләй иҫемдә ҡалған. Өләсәйемдең оҫталығы ейәнсәрҙәренә лә күскән. Ейәнсәрҙәренең береһе Гөлсәсәк Гульсасак Уметбаева апайым тураһында һүҙ барыр. Ул өләсәйемдең эшен дауам итеүсе,һаҡлап ҡалыусыларҙың береһе. Башҡорт халҡыбыҙҙың иң боронғо кәсептәренең береһен тергеҙеүсе, балаҫ һуғыу оҫтаһы.Балаҫтарҙы һуҡҡанда,йөндәрҙе үҙе эшкәртеп,иләп,сиратып,буяп эшләй,хас та боронғоса итеп. Әлеге мәлдә кәзә дебетенән матур ғына ҙур ғына итеп шәл һуғып ята.
Балаҫ һуғыҙан тыш тағы ла матур матур боронғоса итеп күлдәктәр,камзолдар тегә.Түшәк,юрғандар ҙа эшләй.Хас та өләсәйем ! Баҫалҡы,мөләйем генә апайымды белмәгән кеше юҡтыр, уға киләһе эштәрендә ҙур ҙур уңыштар теләп ҡалам.Мин уның менән ныҡ ғорурланам,Афарин апайым ! Ҡулдарына күҙ теймәһен, һау булһын ! 

Гөлсөм Хөсәйенова.

Һай, оҫта ла икән Гөлсәсәк!
Һай, оҫта ла икән Гөлсәсәк!
Һай, оҫта ла икән Гөлсәсәк!
Һай, оҫта ла икән Гөлсәсәк!
Һай, оҫта ла икән Гөлсәсәк!
Һай, оҫта ла икән Гөлсәсәк!
Һай, оҫта ла икән Гөлсәсәк!
Һай, оҫта ла икән Гөлсәсәк!
Һай, оҫта ла икән Гөлсәсәк!
Автор:Т. Баһауетдинова әҙерләне.
Читайте нас: